Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шифалы ямғырҙар
Шифалы ямғырҙар  Төн буйы йоҡо алманы Зифаны. Ятҡан урын-ерендә әйләнде лә әйләнде. Бына икенсе көн инде буран ҡотора. Көслө февраль бураны, тәҙрәләргә бәрелеп, һырынты һала. Таң менән тороп төш еткәнсе көрт көрәргә кәрәк. Уның кеүек яңғыҙы ғүмер кисергән кешегә ҡапҡа алдына, мунсаға, баҡсалағы ҡойоһона көрт йырып һуҡмаҡ һалыу ҙа арыу ғына мәшәҡәт шул.
Ҡотора буран. Туҡтарға иҫәбе лә юҡ кеүек.


Зифа сираттағы таңдың үҙенә күпме мәшәҡәт килтерәсәген күҙалланы. Ишеген асып сыға алһа ярай ҙа... Элегерәк, ауылда мәктәп бар сағында, шефлыҡ иткән уҡыусылар килә ине килеүен. Өс-дүрт үҫмер малай һанаулы минут эсендә пенсиялағы уҡытыусының көртөн асып бирә ине. Хәҙер ауылда мәктәп юҡ. Балалар һаны йөҙгә ҡалғас та, ун биш саҡрым аралағы район үҙәгенә йөрөтөп уҡыта башланылар. Йорттағы эште хәстәрләр ирең булһа икән ул! Уның йәнәшәһендә ярҙамсы ир балаң да булһа... Кемгәлер Аллаһы Тәғәлә бәхетте өйөп бирә. Кемгәлер ул тәтемәй. Хәҙер иламай ҙа инде Зифа, күҙ йәштәре кипте. Күҙ сылатып, үкһеп кенә яҙмыштарҙы үҙгәртеп булһа икән? Күңелһеҙ хәтирәләрен яңыр­тыуҙан йәне өшөгән ҡатын йомшаҡ юрғанын башынан ябынып ятты...
Таң алдынан көслө ел-буран бер аҙ тыныуға, иҙрәп йоҡлап китте. Тынлыҡты боҙоп, берәү ишек ҡаҡты. Шыпырт иткән тауышҡа ла һиҫкәнеп ғәҙәтләнгән Зифа “төшөмдә генә булды, һаташтым, ахыры” тип уйланы. “Зифа, Зифа, тимен, йә, ас. Ниңә өҫтөңә ҡояш сыҡҡансы йоҡлайһың? Ғүмерҙә булмағанды! Сәғәт унынсы бит инде. Ана күпме ҡар көрәйһең бар. Әллә сирләп киттеңме?”
Сәриәнең тауышы! Урам аша күрше генә йәшәй.
– Ишетәм, ишетәм, Сәриә. Хәҙер асам. Юҡ, сирләмәнем. Төн буйы күҙ ҙә йоммай яттым да кеше торор ваҡыт еткәс ойоғанмын, – тип һөйләнә-һөйләнә ишеген асты.
– Хәбәр генә әйтергә керҙем... – Борсолоуҙан тыны бөткән Сәриә туҡтап ҡалды. – Ғәлиҙең ҡатыны Гәүһәр үлгән!..
– Ҡайҙа? Ни булған?
– Сығып киткәненә өсөнсө көн бит инде. Урта йылға эргәһендә йығылған, ҡуйынында башланған араҡыһы ла булған. Туңған инде бисара, иҙеүен ысҡындырған, башындағы шәлен сискән, ти... Әҙәм балаһы туңған осраҡта тәне ҡыҙа ти бит... Иртә менән юл таҙартырға килгән тракторсы шәйләп ҡалған...
Бармай ҡалыу килешмәҫ. Өй тулы ир бала менән ҡулһыҙ Ғәли ни эшләй алһын? Кисер һин уны, Зифа, һуңғы туйы көнөндә булһа ла кисер, – тине әхирәте.
Гәүһәр үлгән... Йә, Хоҙай! Ниндәй үлем менән тиң...
Бер уйлаһаң, кеше ғүмере шул тиклем ҡыҫҡа, күҙ асып йомғансы үтә лә китә, тип белеп әйтәләр. Әле генә бит уларҙың, ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Бәләбәйҙәге педагогия училищеһына юлланған саҡтары...
Үкенесле яҙмыш ҡорбаны булған йәштәшенең ғүмер юлы Зифаның күҙ алдында үтте. Һигеҙенсене тамам­лағанда йыйнаҡ кәүҙәле, ҡуйы ҡара толомло гүзәл ҡыҙ ине. Сибәрлеккә килгәндә, Зифа ла ярайһы. Ә Гәүһәрҙең моңо! Бер һуҙып ебәрһә, һандуғастар көнләшер. Ауылдағы бер генә концерт та уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Мәктәптең урта кластарында белем алған сағынан уҡ сәхнә күрке, сағыу йондоҙ итеп ҡаранылар үҙенә. Ата-әсәһе иркәһендә үҫкән берҙән-бер һылыу ике ҡулына бер эш белмәһә лә, ауылда ғына түгел, тирә-яҡта иғтибар үҙәгендә булды.
Концерт-тамашаларҙан һуң тәмле телле ир-егеттәр һүҙенә ышанып, аулаҡ урындарҙа әленән-әле ҡуна ҡалып, тора-бара ауыҙына “шайтан һыуы” алырға ғәҙәтләнгән Гәүһәрҙә педагогия училищеһында уҡыу ҡайғыһы юҡ ине. Ятаҡта йәшәп уҡыған ҡыҙҙар күпләп дәрес ҡалдырыуының аҙағы яҡшы тамамланмаясағы тураһында иҫкәрт­кәндә лә, Гәүһәр күҙен-башын уйнатып һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:
– Миңә аҡыл өйрәтмәгеҙ!
Ахырҙа, беренсе ярты йыллыҡты ла теүәлләй алмаған Гәүһәр, уҡыуынан сығарылып, ауылға ҡайтып китте. Ә Зифа тырышты. Кеше булырға, ауылда иң хөрмәтле уҡытыусы булыу ине хыялы.
Ауыл менән Бәләбәй араһында хаттар йөрөнө, каникулға ҡайтҡанда ҡыҙ класташының һәр аҙымын ишетеп торҙо. Үҙен үҙе белмәҫлек хәлгә еткәнсе эскән Гәүһәрҙе бер көн өйөнә ҡайтарып ташлайҙар. Көпә-көндөҙ инәнән тыума шәрә килеш ғәм халыҡ алдында ҡайтып йығылған ҡыҙ оялышынан район үҙәгенә китеп, йыйыштырыусы булып урынлашты. Тыумыштан ғәрип Сәлимә менән йәш сағында комбайнға ҡыҫ­тырып бер ҡулын өҙҙөргән Зөфәрҙең иркә ҡыҙы тәбиғәт биргән матурлығына, ата-әсәһенең тәрбиәһенә ана шулай төкөрөп кенә йәшәй бирҙе. Ғәзиздә­ренең, ауылдаштарының өгөтләүенә Гәүһәрҙең яуабы әҙер ине: “Теләгемә ҡаршы төштөгөҙ. Йырсы булһам, улай йөрөмәҫ инем...”
Эшкә урынлашыу менән ут күбә­ләгеләй үткер Гәүһәр алтын ҡуллы егет – ауылдашы, йәше утыҙҙы уҙған Ғәлиҙе осратты. Колхоздағы йөк машинаһын “йүгәнләгән” егет урып йыйыу эше ваҡытында район үҙәгенә ашлыҡ илтеп ҡайтҡанында халыҡ телендә “Аптыраш мөйөшө” тип йөрөтөлгән юл сатында машинаһына ҡыҙҙы ултыртып алды. Зифа кәүҙәле һылыуға күптән ғашиҡ ине Ғәли. Мөхәббәтенән башы әйләнгән егет күп уйлап торманы, юл буйына шаярышып-көлөшөп ҡайтҡан “ирекле ҡош”то шул уҡ көндә өйөнә алып ҡайтты.
Әлбиттә, ир-егеттәр, береһен-береһе бүлдереп, кейәү егеттең күҙен асырға теләне. Тик яуап барыһын да хайран итте:
– Үҙегеҙгә тәтемәгәс, көнләшәһе­геҙ­ме? Ауылда бер Гәүһәр бит ул! Кемдәрҙең генә күңеле ымһынмаған уға? Дүрт аяҡлы ат та абына. Төҙәлер. Бына күрерһегеҙ, тәрбиәләйем мин уны! Беҙ шәп йәшәйәсәкбеҙ!
–Үҙең ҡарайһың инде, Ғәли... – тиеште хеҙмәттәштәре һәм һәр ҡайһыһы үҙ мәшәҡәтенә күмелде.

* * *
Аҙна тигәндә Ғәли, күрше ауыл муллаһын саҡырып никах уҡытып, Гәүһәр менән ҡауышты. Ҡеүәтле техниканы үҙенә буйһондорған ир балта эшенең дә нескәлектәрен белә. Эшенән арып-талып ҡайтыуына тамағына ризыҡ заты әҙерләнмәгән булһа ла, һис тә көйөнмәй, ҡатыным йәш әле, өйрәнер, тип күңелен тынысландыра. Барынса әҙерләп туйына ла һарайына йүнәлә. Ултырғыстар, тәҙрә биҙәктәре, һандыҡтар, башҡа кәрәк-яраҡ әҙерләй, дөрөҫөрәге, “ҡойоп ҡуя”. Тирә-яҡтан һорап килеүселәргә һатып аҡса йүнәтә, шул тырышлығы менән өс-дүрт йыл эсендә шыршы бүрәнәнән ҙур өй бөтөрә, тора-бара һарай-мунсаһын да яңырта.
Килен кеше генә “төҫ” бирергә ашыҡманы. Ғәлигә килгән мәленән алып бер көн дә колхозға эшкә сыҡманы, йорт эштәренә лә тотонманы. Ауыл буйлап һүҙ йөрөттө, ауыҙынан зәм-зәм һыуын өҙмәне. Сабый тыуғас, насар ғәҙәтен ташлар, тип уйланы ир. Әммә биш ул әсәһе булғас та, холҡо төҙәлмәне.
Ир исеменә бысраҡ яҡҡан, балалары йөҙөнән көлөп йәшәгән ҡатынына Ғәли ғүмерендә бер тапҡыр бармаҡ осо менән дә ҡағылманы. Балалары хаҡына ҡатынының һәр ҡылығын кисерҙе. Хәлдәре ауырайғас, Сәлимә ҡарсыҡ менән Зөфәр ҡартты ла үҙ йортона алып ҡулдан килгәнсә тәрбиәләне. Балаларына ғына тейешле тәрбиәне күрһәтә алманы ир. Дөрөҫ, улар үҫкәндә бер туған апаһы Тәнзилә ярҙамлашты.
Зифа ла мөхәббәтен осратты. Училищены тамамлап ҡайтып, тыуған ауылында икенсе йыл ғына эшләй ине әле. Күрше район егете, армия хеҙмәтенән һуң техникум тамамлап колхозға механик итеп эшкә ебәрелгән Әнәс ҡыҙҙың тормошона яҙғы ташҡын кеүек килеп керҙе. Көҙгә аяҡ баҫҡанда туй яһап өйләнештеләр. Колхоз идараһы йәш ғаиләгә йорт һалып бирҙе. Матур ғына йәшәп киттеләр.
Гәүһәр менән араһын училищела уҡығанда уҡ өҙһә лә, яҙмыш Зифаны уның менән бер нисә тапҡыр бәрелештерҙе. Гәүһәрҙең өсөнсө һәм бишенсе улдары Ирек менән Илнур башланғыс белемде Зифала алды. Мәктәпкә тәрбиәһеҙ йөрөйҙәр. Уҡыу, дәрес әҙерләү түгел, өҫтәренә кейергә күлдәк, аяҡтарына ойоҡбаш булмай. Айырыуса атайҙары өйҙә булмағанда, йыраҡ рейстарға сыҡҡанда шундай хәлгә төшә улдары. Яланғас тәндәренә пинжәк, аяҡтарына ике төрлө тишек-тошоҡ ойоҡбаш кейгән, сәстәре еткән малайҙарҙың дәрестә уҡыу түгел, тиҙерәк оҙон тәнәфес етеүен көтөп, ашханаға беренселәрҙән барып ҡомһоҙ­ланып ашауҙарын күреү ҡыҙғаныс ине. Иң күп дәрес ҡалдырған, насар өлгәш­кән балалар, билдәле, Гәүһәр малай­ҙары.
Тәртип яғынан да һөйөндөрмәнеләр. Ирек өсөнсөлә уҡығанда мәктәп буфетынан печенье менән вафли урлап тотолдо. Илнуры класташ малайының фонаригына ҡул һуҙҙы. Ярай инде, милиция саҡыр­тып эште ҙурға ебәрмәнеләр. Бигерәк тә Зифа шул үҫмерҙәр яҙмышы өсөн өтәләнде. Балаларға яҡшы характерис­тика бирҙе, тырышҡанда өлгәштәрен яҡшыртырға була, тигән фекер әйтте. Ата-әсәләр йыйылышында малай­ҙарҙың тәртибенә туҡталмаҫҡа тырышты. Йыйылыштарға күберәк Ғәли йөрөнө. Артҡы парталарҙың береһендә үҙе генә ултырған ир башын эйеп тыңлар ине лә аҙаҡтан:
– Ярар инде, Зифа, үҙгәрерҙәр әле. Бала ғына бит улар. Өйҙә насарлыҡҡа өйрәтмәйбеҙ бит... – тип урынынан ҡуҙғалыр ине.
Ул көндә йыйылышҡа ниңәлер әсә кеше килде. “Айныған, тимәк, бының менән бөгөн һөйләшеп буласаҡ” тип уйланы Зифа.
Йыйылыш һуңында Гәүһәрҙең бер-ике минутҡа ҡалыуын һораны.
– Нимә, кеше алдында һөйләргә оялаһыңмы ни? Минең балаларҙы тикшерергә кем һин? Үҙең нисә бала таптың, нисә бала үҫтерҙең? Булмаҫ шул, ҡыҫыр һыйыр бит һин! Шуға юҡ-барға ҡыҫылып ғүмерең үтә! – тип ағыуын сәсеп, ишекте шап иттереп ябып сығып китте уныһы. Зифаның башына бысраҡ һыу ҡойҙолармы ни!
“Гәүһәрҙең һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар...” Их, бар шул, бар...
Бер ҙә ғүмере ундай бәхетһеҙлектә үтер тип уйламағайны Зифа. Һорап торманы яҙмыш. Барыһын да үҙенсә хәл итте. Зифа әсә булыу бәхетенән мәхрүм ҡалды...
Һуңғы арала Әнәстең дә үҙенә ҡарата һалҡынлығын һиҙә ҡатын. Үҙе көноҙоно мәктәптә кеше балалары менән мәж килеп, арып-талып ҡайта ла бит, Әнәскә сабый кәрәк. Эштән һуң бергәләп ултырып шахмат, шашка уйнарға, ҡыштарын саңғыла йөрөргә иптәшкә бер малай кәрәк! Туйҙарынан һуң буласаҡ улдарына тип алып ҡайтҡан зәңгәр төҫтәге йөн костюмы ла, донъяға килмәгән сабыйҙы көтөп, шкафта ятып ҡына иҫкерҙе...
Йылдар үтте. Инде Гәүһәрҙең малайҙарының төпсөгө лә башланғыс класты тамамлап, Зифанан китте. Ауылдың икенсе осонда йәшәгәс, Гәүһәрҙе һирәк күрҙе. Бер көҙгө көндә магазинға һуғылғанда, унда элекке әхирәтен осратты.
– Әйҙә, Гәүһәр апай, һинең сират, нимә бирәм? – тип теле телгә йоҡмай яғымлы ҡаршыланы һатыусы Инзилә.
– Мине түгел, ана, башта ҡыҫыр һыйырҙы ебәр, һеңлем. Минеке ашығыс түгел, – тине, Зифаға ымлап, башын­дағы ебәк яулығы елкәһенә ҡәҙәр шыуып төшкән, сәсе-башы туҙған Гәүһәр.
– Етте һиңә, Гәүһәр! Мин һиңә ниндәй насарлыҡ ҡылдым?! – түҙемлеген юйған Зифа ла ярһыуын тыя алманы.
– Алты йыл буйы балаларымдың мейеһен һыйыҡланың, башҡа балалар алдында нисек кенә мәсхәрәләмәнең? Уҡытыусы, имеш. Әнәсең дә яратмай һине. Йүнле ҡатындың ире үҙенә кәрәкте ситтән эҙләмәй ул. Ана, Инзилә һеңлекәш бәпәй алып ҡайтһа, төкөрәсәк һиңә Әнәсең.
Тәне ҡыҙыу уттай янған Зифа прилавка артында баҫып торған Инзиләнең ауырлы булыуын шунда ғына абайланы... Уныһы, йәшереп ҡала торған эш түгел, тигәндәй, тура ҡарап:
– Эйе, Зифа апай, мин... бала көтәм... Һеҙҙең ирегеҙҙән, – тине, мөмкин ҡәҙәр тыныс булырға тырышып.
Зифа ҡайтарып бер һүҙ ҙә әйтә алманы, усына йомарлаған һумдарын ҡыҫып тотоп магазиндан сығып китте...
Әллә ерҙән, әллә күктән ҡайтты ул. Ауыр һүҙҙән рәнйеһә лә, һулҡылдап ултырманы, ҡайтыу менән мейес яғып, өйөн йылытты. Киске ашты өлгөрттө. Телеңде йоторлоҡ һурпа еҫе өйгә таралыуға, салаттар яһап табынға теҙҙе, балыҡ ҡыҙҙырҙы. Әнәсе ҡайт­ҡансы үҙен ҡулға алып, ишеткән-күргәндәрен бизмәнгә һалып үлсәп, ҡәтғи ҡарарға килде: “Тауыш-ғауға ҡуптармаҫҡа! Яҡшылыҡ менән ебә­рергә! Әнәстең дә атай булырға хаҡы бар!”
– Тик ауылда ҡалмағыҙ. Быныһы һуңғы үтенесем! – тип ялбарҙы Зифа иренә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙән һуң.
Айҙар дауамында борсоған ҡатмар­лы хәлдең шулай ябай ғына сиселеүе һөйөндөрҙө лә, ғәжәпләндерҙе лә ирҙе. Бер миҙгел өнһөҙ торғандан һуң, һушына килеп, еңел һулап:
– Рәхмәт, Зифа. Һин тигәнсә булыр... – тине.
Һүҙендә торҙо Әнәс. Ауылда үҙен бәйләгән ептәр өҙөлгәс, Инзиләһе менән тыуған яғына ҡайтып китте. Әнәс менән Инзиләнең бер райондан ғына түгел, ауылдаштар булыуы, йәштән үк яратышып та йөрөүҙәре һуңынан Зифаға “боҙоҡ телефон” аша килеп етте.
Ауыр мәлдәрендә йөрәк тулы хәс­рәтен уртаҡлашырға ярай әле күр­шеһендә Сәриә әхирәте бар. Исмаһам, бер бөртөк туғаны ла юҡ бит! Ғәзиз әсәһе вафатынан, ире сығып киткәндән һуң яңғыҙы ҡалды. Ә Сәриә менән эс серен бүлешергә була. Оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булған Искәндәровтың ҡатыны ул. Ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ике балаһын кеше итеп, ситтә төпләнгән ғәзиздәренең балалары – ейәндәре өсөн өҙөлөп йәшәй.
Ә Гәүһәр донъяның артына тибеп көн итте. Үткән йәйҙә урып йыйыу осоронда колхозға ярҙамға килгән шоферға эйәреп сығып китте. Алты ай буйы хәбәр-хәтере булманы. Ҡайҙа булыуы, иҫәнме, түгелме икәнлеге ғаиләһенә ҡараңғы ине. Ҡыш уртаһы уҙғас ҡына хаты килеп төштө. Ундағы “Һағындым, фәлән көндә ҡайтам” тигән юлдарҙы уҡығас, иҫән булыуына эй һөйөндө өйҙәгеләр.
Кискә ҡаршы ат егеп юлға сыҡҡан Ғәли ҡатынының йылы кейемдәрен дә алырға онотманы. Ә бына ҡатынына йөн бейәләйҙәр алыу хәтеренән сыҡҡайны, үҙенекен һалып бирергә тура килде. Тик Ғәли өсөн был көн ғүмерлек әрнеү килтерҙе. Ялан ҡул дилбегә тотоп, бармаҡтарын туңдырып ҡайтты. Үкенескә ҡаршы, ир ғүмерлеккә ғәрип булып ҡалды. Аҙна буйы хирургия бүлегендә ятҡан иренең хәлен хәләл ефете белешмәне лә. Өйҙәге яңыраҡ әйберҙәрҙе күрше ауылға илтеп һатып, ҡайһыһын араҡыға алмаштырып эсеп йөрөнө. Үҙаллы донъя көтөргә күнеккән улдары үҙ көндәрен үҙҙәре күрҙе.
...Ете көндән һуң ике ҡулы ла бинтҡа уралған ауылдаштарын күршеләре, фельдшер Сәриә, Тәнзилә апаһы өйөнә ҡәҙәр оҙата килде. Гәүһәр генә иренең ҡайтыуына һөйөнмәне.
– Кемгә килеп ғүмеркәйҙәремде бушҡа үткәрҙем бит, и-и-их, – тип сәсен йолҡоп үкһеп иларға тотондо.
Тәнзилә түҙмәне, һүҙгә ҡушылды:
– Туҡта, Гәүһәр килен. Кем ғүмерен бушҡа үткәргәндер бит әле: һинме, әллә Ғәлиме?
– Юҡ, апай, – тине Ғәли. – Ғүмерем бушҡа үтмәне минең. Баҡсам тулы емеш ағасы үҫтерҙем, мал аҫрайым, өй һалып керҙем, үҙемде аңлаған аҡыллы улдар үҫтерҙем. Яҙмышым шулай ҡушҡас, ни хәл итергә кәрәк? – тип башын тотто.
– Миңә ғәрип ир кәрәкмәй! Бүләм, бөтә малды бүләм дә айырылам. Һыйырҙың береһе – һиңә, береһе – миңә, өй – миңә, аҙбар, мунса – һиңә. Малайҙар үҙҙәрен үҙҙәре ҡарар. Етте, туйҙым, өй тулы ирҙәр ҡарап! – тип екерҙе. Үҫмерҙәр яуапһыҙ ҡалманы:
– Беҙ атайҙы ташламайбыҙ!
Күршеләре лә ҡатынды аҡылына килергә өндәне. Бәғере тораташ кеүек ҡатҡан ҡатынының артынан ишек ябылғас, Ғәли ғәрип ҡулдарына ҡарап:
– Аллаһының тәҡдире шулай булғас, башты ташҡа ороп булмай икән, – тип үҙ алдына һөйләнеүҙән уҙманы.
Ике көн юғалып торҙо Гәүһәр. Ул көндә кискә көслө буран сығып, тәүлектән артыҡ ҡар яуҙы. Юғалып йөрөүенә күнеккән өйҙәгеләр, йөрөр-йөрөр ҙә ҡайтыр, тип көттө. Әммә был Гәүһәрҙең һуңғы сәфәре булды...

* * *
– Ярар, туғандар, Аллаһының рәх­мәте төшһөн үҙегеҙгә. Һеҙ булмаһағыҙ, нишләр инем? Ҡатын-ҡыҙһыҙ башҡара торған эш түгел. Өлкәндәренең йәше лә үтеп бара инде. Өйләнергә ашыҡмай Ғәлиҙең улдары. Буласаҡ кәләштәре әсәләре кеүек эскесе булмағайы, тип ҡурҡалар, ахыры, – тип һөйләнде йонсоуы йөҙөнә сыҡҡан Тәнзилә.
Мәйет сыҡҡан йорт, ни тиһәң дә, нурһыҙ йорт. Өйөм, балаларым, ғаиләм тип өҙөлөп йәшәмәһә лә, хужабикәһен һуңғы юлға оҙатҡан усаҡ етемһерәп ҡалды. Яҡшымы, түгелме, ошо өйгә бер түгел, биш сабыйын алып ҡайтҡан Гәүһәр. Бындағы йыһаздарҙа ла уның ҡул эҙҙәре һаҡлана.
Тышта ҡоро һалҡын. Бурандан һуң шулай булыусан. Ауыл урамында әҙәм заты юҡ. Аяҡ аҫтында шығырлаған ҡар ғына тәрән тынлыҡты боҙа.
Өйҙә көтөр кешеһе булмаған Зифа ашыҡмай ғына, уйҙарына ирек ҡуйып, оло урамдан атлай. Ана ҡарт өйәңке! Ботаҡ­тарына матур итеп бәҫ ултырған. Ауыл аҡһаҡалдары әйткәндәрҙән һынағаны бар ҡатындың: ҡыш айында ағас ботаҡтарына бәҫ ҡунһа, ул йәйҙә бал күп була. Тимәк, умарта тотҡан­дарға быйылғы йыл да балды мулдан вәғәҙә итә...

* * *
Гәзиттәр араһынан килеп төшкән хатты күреп, ҡатын һиҫкәнеп китте. Йөрәге сығырҙай булып типкән Зифа, тыныс булырға тырышып, хат юлдарына күҙ йөрөттө. “Зифа, һаумы! Ҡасандыр яҙмышын һинең менән бәйләгән, тормоштағы барҙы ла, юҡты ла уртаҡ иткән, ике тиҫтә йылға яҡын бергә йәшәгәс, һиңә хыянат иткән, бөгөн килеп иҫенә төшөргән Әнәс тип белерһең. Хәлдәрең нисек? Йән өшөткөс яңғыҙлыҡ һалҡынын ни хәл еңәһең? Хәйер, аҡыллы ҡатын бит һин. Бергә йәшәгәндә донъяңдың бай­лығына, күңелеңдең таҙалығына һоҡлана инем. Рухи яҡтан бай кешенең үҙ донъяһы була, тиҙәр, һинең кеүектәр тормош ҡуйған әллә ниндәй ҡырыҫ һынауҙарҙы ла еңер көс таба үҙҙәрендә. Бар кешегә лә бирелмәгән шул ундай көс. Бына миңә, мәҫәлән... Бәлки, ишеткәнһеңдер, уҙған көҙҙә Инзиләне ерләнем. Әллә һинең рәнйеш тотто, әллә яҙмыш тигәндәре шул? Их, белһәң, шул ваҡыттағы йөрәгемдең өҙгөлә­неүен?! Йәш саҡтағы танышым Инзилә һеҙҙең ауылға килгәс, бәхетемде һынап ҡарарға теләнем. Аҙғынлыҡтан түгел, сараһыҙлыҡтан барҙым был аҙымға, Зифа. Инзилә йөҙөндә ҡотҡарыусымды күрҙем. Юлымда ул осрамаған, буйға уҙмаған булһа, бәлки, йән ғазабынан эскелек менән сығырға тырышыр инем. Инзилә, үҙ хәлен белгәндер инде, һуңғы айҙарында гел һине һөйләне. “Минән һуң Зифаға ғына өйлән. Һине унан тартып алдым. Уға ғына ҡалдырам...” – тине. Выждан ғазабы ирек бирмәй миңә. Күҙҙәреңә ҡарап ғәфү үтенгем килә. Туғандарым да йәнәшәмдә. Әммә, туғандыҡы – тубалда, тиҙәр бит. Улар­ҙың үҙ тормошо, үҙ көнө. Йәнәшәңдәге яҡын кешеңде бер ни ҙә алмаштыра алмай ул. Ғүмер көҙҙәреңә аяҡ баҫҡас, быны тағы ла нығыраҡ аңлайһың икән. Булдыра алһаң, кисер мине!”
Икенсе хат Инзиләнең ҡулы менән яҙылғайны. Ҡағыҙға күҙ һалғас та, йөрәге сәнсеп алды ҡатындың. Һуңғы көсөн йыйып яҙғаны күренеп тора: “Һаумы, Зифа апай! Был хәбәрем һиңә барып еткәндә донъя йөҙөндә булмам ине... Көндәрем һанаулы. Хәлемде беләм. Табиптар дөрөҫөн әйтмәй. Улар йәшерһә лә, ғүмер ҡояшымдың һүнеүгә барғанын самалайым... Зифа апай! Булдыра алһаң, ғәфү ит мине. Һине бик рәнйеттем. Ғәйебемде таныйым. Маңлайыма шулай яҙылғандыр, тип тыныслана алманым, аҙғынлыҡта ғәйепләп, үҙ-үҙемде күрә алмаҫлыҡ хәлдәргә төштөм.
...Улыбыҙға исемде Әнәс ҡушты. Белекле, мәғәнәле бала булып үҫте. Ул барыһын да белә. Яман ауырыу боғаҙым­дан алғас, әжәл килеүен көтөп ятҡанда уйланым да һиңә әйтеп ҡалдырырға булдым. Һинән алдым, һиңә ҡалдырам Әнәсте. 16 йәшлек улыбыҙҙы ла. Мин бирә алмаған йылыны бир уға, Зифа апай. Игелекле бала булыр. Шулай булырына ышанам. Ҡартлыҡ көндәрегеҙҙе бергә үткәрегеҙ. Мине лә иҫкә алығыҙ...”
Был юлдарҙы яҙған кешенең инде ярты йыл элек гүр эйәһе булғанына ышан­ғыһы килмәне Зифаның. Ҡасан­дыр Әнәсте тауыш-тынһыҙ сығарып ебәргәненә күңе­ленән һөйөнөп тә ҡуйҙы. Исмаһам, ул атай булыу бәхетен татыны.
Тормошонан күптән һыҙып ташлан­ған яҡын кешең менән яңынан мөнә­сәбәт ҡороуҙың еңел түгеллеген ҡатын яҡшы аңлай. Йөрәк ҡушҡанса ғына йәшәп булһа икән... Тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан, өшөгән йәне йылыға сарсаған Зифа битенән аҡҡан ҡайнар йәштәрҙе тыйманы. Бәлки, рәнйеш, үпкә менән тулған күңел дә бушап, сафланып ҡалыр ҙа мәғәнәлерәк төҫ алыр. Ҡышҡы селләләрҙән һуң тереклеккә йән өргән ямғырҙар шифаһын беҙ беләбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509