Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Т. Й. Йосопов Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғал­тыу ки­серҙе – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре Тимербай Йосоп улы Йосопов оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 78-се йәшендә вафат булды.
Тимербай Йосоповтың әүҙем ижади эшмәкәрлеге башланған осор уҙған быуаттың 60-сы йылдарына тура килә. 1968 йылда “Икмәк еҫе” тигән тәүге йыйынтығы сыға. Шағир унда һуғыш михнәт­тәрен үҙ иңендә күтәргән, рухи тотороҡлолоғо, фиҙакәр хеҙмәте менән айырылып торған тотош быуындың фажиғәле яҙмышын һүрәтләй.
Автор йәм­ғеһе 15-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ сығарҙы, улар­ҙың һәр бере­һен уҡыусы оло ваҡиға итеп ҡабул ит­те. Тимер Йосопов ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булды. Шиғырҙарының халыҡсанлығы тел, стиль, һүрәтләү сараларын файҙаланғанда ла асыҡ сағыла. Әҫәрҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, сөнки улар шағир йөрәге аша үткәргән хәл-ваҡиғалар менән һуғарылған.
Тимербай Йосоп улы ғүме­ре­нең һуңғы көндәренә, һуңғы сәғә­тенә тиклем шағир һүҙенә тоғро ҡалды, ижад итеүҙән баш тартманы, беҙгә, күп һанлы уҡыусы­ларына, ышанысын юғалт­маны.
Һоҡланғыс шәхес, ысын шағир Тимербай Йосоп улы Йосопов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы.


Ерҙә эҙең
мәңге юйылмаҫ

Аҡ күңелле ҡара дуҫым китә,
Керә инде ҡара ерҙәргә.
Ерҙәр күтәрмәҫлек ҡара ҡайғы
Күтәртелә бөгөн ирҙәргә.

Һин бер ҡатлы, бер хәйләһеҙ
булдың,
Белмәнең дә юлын хәйләнең.
Ҡышҡа асыҡ иҙеү менән
керҙең,
Ҡара көҙ тип тормай
йәйләнең.

Ә әжәл бит мәкер-хәйлә менән
Еңде хатта һине, Тимерҙе.
Йөрәгеңде өнһөҙ-тынһыҙ ғына
Заман бәләләре кимерҙе.

Нисек инде йәнең сырхамаһын
Дәүер үҙе сырхау заманда.
Һинең һыҙлауҙарың тотош беҙгә,
Һис баҫылмай ҡалыр һаман да.
Йәшләй генә уңған йөксө
булып,
Тейәгәйнең тауҙай йөктәрҙе.
Беҙҙең иңгә тауҙай ҡайғы ятты,
Уйға һалдың ерҙә күптәрҙе.

Һинең тауыш арала бер булып,
Ҡоро тауыш ҡына булманы.
Һин килгәнде белһә – күпме
майҙан,
Күпме залдар юҡҡа тулманы.

Баҫҡан ҡайғы баҫылырлыҡ
түгел,
Һине ҡат-ҡат уҡып туйылмаҫ.
Ерҙә һалған юлың онотолмаҫ,
Ерҙә ҡалған эҙең юйылмаҫ!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.

16 март, 2016 йыл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә