Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тимербай Йосоп улы Йосопов оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 78-се йәшендә вафат булды.
Тимербай Йосоповтың әүҙем ижади эшмәкәрлеге башланған осор уҙған быуаттың 60-сы йылдарына тура килә. 1968 йылда “Икмәк еҫе” тигән тәүге йыйынтығы сыға. Шағир унда һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән, рухи тотороҡлолоғо, фиҙакәр хеҙмәте менән айырылып торған тотош быуындың фажиғәле яҙмышын һүрәтләй.
Автор йәмғеһе 15-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ сығарҙы, уларҙың һәр береһен уҡыусы оло ваҡиға итеп ҡабул итте. Тимер Йосопов ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булды. Шиғырҙарының халыҡсанлығы тел, стиль, һүрәтләү сараларын файҙаланғанда ла асыҡ сағыла. Әҫәрҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, сөнки улар шағир йөрәге аша үткәргән хәл-ваҡиғалар менән һуғарылған.
Тимербай Йосоп улы ғүмеренең һуңғы көндәренә, һуңғы сәғәтенә тиклем шағир һүҙенә тоғро ҡалды, ижад итеүҙән баш тартманы, беҙгә, күп һанлы уҡыусыларына, ышанысын юғалтманы.
Һоҡланғыс шәхес, ысын шағир Тимербай Йосоп улы Йосопов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы.
Ерҙә эҙең
мәңге юйылмаҫАҡ күңелле ҡара дуҫым китә,
Керә инде ҡара ерҙәргә.
Ерҙәр күтәрмәҫлек ҡара ҡайғы
Күтәртелә бөгөн ирҙәргә.
Һин бер ҡатлы, бер хәйләһеҙ
булдың,
Белмәнең дә юлын хәйләнең.
Ҡышҡа асыҡ иҙеү менән
керҙең,
Ҡара көҙ тип тормай
йәйләнең.
Ә әжәл бит мәкер-хәйлә менән
Еңде хатта һине, Тимерҙе.
Йөрәгеңде өнһөҙ-тынһыҙ ғына
Заман бәләләре кимерҙе.
Нисек инде йәнең сырхамаһын
Дәүер үҙе сырхау заманда.
Һинең һыҙлауҙарың тотош беҙгә,
Һис баҫылмай ҡалыр һаман да.
Йәшләй генә уңған йөксө
булып,
Тейәгәйнең тауҙай йөктәрҙе.
Беҙҙең иңгә тауҙай ҡайғы ятты,
Уйға һалдың ерҙә күптәрҙе.
Һинең тауыш арала бер булып,
Ҡоро тауыш ҡына булманы.
Һин килгәнде белһә – күпме
майҙан,
Күпме залдар юҡҡа тулманы.
Баҫҡан ҡайғы баҫылырлыҡ
түгел,
Һине ҡат-ҡат уҡып туйылмаҫ.
Ерҙә һалған юлың онотолмаҫ,
Ерҙә ҡалған эҙең юйылмаҫ!
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ.16 март, 2016 йыл.