Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Матур йәшәү ҙә – доға
– Һәр ваҡыт доға ҡылып торам. Аллаһ Тәғәләгә үҙ телемдә мөрәжәғәт итәм. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Сүрәләрҙе әҙләп ятлай башланым, ә намаҙға баҫырға әҙер түгелмен кеүек.

Наилә САМАТОВА.
Кушнаренко районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
...Пәйғәмбәре­беҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Әбү Муса әл Әшә­риҙе иман таратыу өсөн Йәмәнгә ебә­рергә була. Эште “Лә иләһә илләл-лаһ!” тип баш­лар­ға ҡуша ул. Саҡы­рыу Ҡөрьән тәғли­мәте буйынса башҡа­ры­лырға тейеш: изге китапта әҙәм бала­һының күңелен күркәм вәғәз, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулап буласағы хаҡында әйтелә.
“Иманға әйҙәүҙе ҡабул ҡылһалар, артабан намаҙға өйрәт”, – ти Пәйғәмбәребеҙ. Унан – ураҙаға, зәҡәткә... Шул уҡ ваҡытта был ғәмәл­дәрҙең ниндәй ваҡытта үтәлергә тейешлеге тураһында әйтмәй. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, дингә килеү тиҙ арала башҡарыла торған эш түгел. Хатта ки “Ҡөрьән Кәрим” дә бит 23 йыл дауамында яҙылған. Шуның шикелле иман әҙәм балаһының күңеленә тамсылап йыйыла. Ә доға ҡылыу – бөтөн ғибәҙәттең асылы, нигеҙе. Әлеге һорауҙы биргән Наилә ҡәрҙәшебеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, дингә килеү һуҡмағына баҫҡан.
Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләгә төрлөсә мөрәжәғәт итә. Бөтөн тел дә Раббыбыҙҙыҡы ул. “Мин һеҙҙе төрлө ҡәүем итеп яралттым”, – тиелгән бит “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, Аллаһҡа һәр кем үҙенсә доға ҡыла икән, был яҙыҡ түгел. Быға тиклемге вәғәздәремдә әйткәнемсә, Ғабдулла Туҡай ҙа бер шиғырында:
“Эй, туған тел, һиндә булған
Иң элек ҡылған доғам...” –
тигән бит.
Шатлыҡ-ҡыуаныс кисергәндә лә, ауыр хәлгә тарығанда ла, хәүеф-хәтәр янағанда ла әҙәм балаһы тәү сиратта Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрөп, доға ҡыла. Был ғәмәленән күңеленә шифа, тыныслыҡ ала ул. Ауыр мәлдәрҙә, урынһыҙға рәнйетелгәндә доғаның файҙаһы айырыуса ҙур. Ул – сабырлыҡ, түҙемлек нигеҙе.
Сәбәпһеҙ башҡаның күңелен ҡыйыуға айырым туҡталғанда, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Урынһыҙға һис кемде рәнйетмәгеҙ. Уның доғаһы туп-тура Аллаһҡа еткерелә” тигән мөбәрәк хәҙисе бар. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыу зарурлығын йәнә бер тәҡрарлай был һүҙҙәр.
Доғаның асылы – теләк. Уның бәрәкәте үҙеңдең тормошоңдо ғына түгел, башҡалар­ҙыҡын да нурландырыр. Атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү, уларҙың фатихаһын алыу, ҡайҙалыр йыйынған кешегә хәйерле юл теләү, осрашҡанда хәл-әхүәл һорашыу, ярҙамлашыу, бер-береңдең күңелен күтәреү, йылмайыу – барыһы ла доға. Донъяны ошо изге ғәмәлдәр менән нурға күмеп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Әсәйҙәр ҡылған доғаның көсө хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Мәғлүм ки, был хаҡта әллә күпме шиғыр бар, йырҙар ижад ителә.
“Һаҡлай мине, яҡлай мине
Әсәйем доғалары”, –
тигән һүҙҙәрҙә генә лә ифрат ҙур мәғәнә ята. Изге доғалары менән ҡурсалаған ҡәҙерле кешеләребеҙҙең фатихаһын алып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә яҡшы теләктәр еткереп, гелән күркәм уй-ниәт менән йәшәргә яҙһын. Һәммәбеҙгә лә изге доғаларыбыҙға яуап алып, бәрәкәтле ғүмер кисерергә насип булһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә