Матур йәшәү ҙә – доға18.03.2016
– Һәр ваҡыт доға ҡылып торам. Аллаһ Тәғәләгә үҙ телемдә мөрәжәғәт итәм. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Сүрәләрҙе әҙләп ятлай башланым, ә намаҙға баҫырға әҙер түгелмен кеүек.
Наилә САМАТОВА.
Кушнаренко районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
...Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Әбү Муса әл Әшәриҙе иман таратыу өсөн Йәмәнгә ебәрергә була. Эште “Лә иләһә илләл-лаһ!” тип башларға ҡуша ул. Саҡырыу Ҡөрьән тәғлимәте буйынса башҡарылырға тейеш: изге китапта әҙәм балаһының күңелен күркәм вәғәз, матур, мәғәнәле һүҙ менән генә яулап буласағы хаҡында әйтелә.
“Иманға әйҙәүҙе ҡабул ҡылһалар, артабан намаҙға өйрәт”, – ти Пәйғәмбәребеҙ. Унан – ураҙаға, зәҡәткә... Шул уҡ ваҡытта был ғәмәлдәрҙең ниндәй ваҡытта үтәлергә тейешлеге тураһында әйтмәй. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, дингә килеү тиҙ арала башҡарыла торған эш түгел. Хатта ки “Ҡөрьән Кәрим” дә бит 23 йыл дауамында яҙылған. Шуның шикелле иман әҙәм балаһының күңеленә тамсылап йыйыла. Ә доға ҡылыу – бөтөн ғибәҙәттең асылы, нигеҙе. Әлеге һорауҙы биргән Наилә ҡәрҙәшебеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, дингә килеү һуҡмағына баҫҡан.
Әҙәм балаһы Аллаһ Тәғәләгә төрлөсә мөрәжәғәт итә. Бөтөн тел дә Раббыбыҙҙыҡы ул. “Мин һеҙҙе төрлө ҡәүем итеп яралттым”, – тиелгән бит “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, Аллаһҡа һәр кем үҙенсә доға ҡыла икән, был яҙыҡ түгел. Быға тиклемге вәғәздәремдә әйткәнемсә, Ғабдулла Туҡай ҙа бер шиғырында:
“Эй, туған тел, һиндә булған
Иң элек ҡылған доғам...” –
тигән бит.
Шатлыҡ-ҡыуаныс кисергәндә лә, ауыр хәлгә тарығанда ла, хәүеф-хәтәр янағанда ла әҙәм балаһы тәү сиратта Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрөп, доға ҡыла. Был ғәмәленән күңеленә шифа, тыныслыҡ ала ул. Ауыр мәлдәрҙә, урынһыҙға рәнйетелгәндә доғаның файҙаһы айырыуса ҙур. Ул – сабырлыҡ, түҙемлек нигеҙе.
Сәбәпһеҙ башҡаның күңелен ҡыйыуға айырым туҡталғанда, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Урынһыҙға һис кемде рәнйетмәгеҙ. Уның доғаһы туп-тура Аллаһҡа еткерелә” тигән мөбәрәк хәҙисе бар. Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыу зарурлығын йәнә бер тәҡрарлай был һүҙҙәр.
Доғаның асылы – теләк. Уның бәрәкәте үҙеңдең тормошоңдо ғына түгел, башҡаларҙыҡын да нурландырыр. Атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү, уларҙың фатихаһын алыу, ҡайҙалыр йыйынған кешегә хәйерле юл теләү, осрашҡанда хәл-әхүәл һорашыу, ярҙамлашыу, бер-береңдең күңелен күтәреү, йылмайыу – барыһы ла доға. Донъяны ошо изге ғәмәлдәр менән нурға күмеп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Әсәйҙәр ҡылған доғаның көсө хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Мәғлүм ки, был хаҡта әллә күпме шиғыр бар, йырҙар ижад ителә.
“Һаҡлай мине, яҡлай мине
Әсәйем доғалары”, –
тигән һүҙҙәрҙә генә лә ифрат ҙур мәғәнә ята. Изге доғалары менән ҡурсалаған ҡәҙерле кешеләребеҙҙең фатихаһын алып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә яҡшы теләктәр еткереп, гелән күркәм уй-ниәт менән йәшәргә яҙһын. Һәммәбеҙгә лә изге доғаларыбыҙға яуап алып, бәрәкәтле ғүмер кисерергә насип булһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.