Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Зарар килтермәҫкә!
Зарар килтермәҫкә! Мәғлүм булыуынса, Башҡорт дәүләт университетында ике йыл элек теология ғилеме өйрәтелә башланы. Яңы специальность халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҙған йыл аҙағында иһә уҡыу йортонда теология буйынса ғилми-белем биреү үҙәге асылып, дини ойошмаларҙың эшен көйләгән дәүләт органдары, төрлө конфессия вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды.

Күптән түгел бында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолоп, киң мәғлүмәт сараларында бөгөнгө Ислам торошон яҡ­тыртыу мәсьәләләре ҡаралды. Һөй­ләшеүҙә Башҡортостан Башлығы ҡара­мағындағы дәүләт-конфессия мөнә­сәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, уның кәңәшсеһе Руслан Ҡарамышев, БДУ ректоры Николай Морозкин, Рәсәй Ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов, Башҡорт­остан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов, хоҡуҡ һаҡлау органдары, мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Республикала диндең үҫеше, үҙ-ара татыулыҡҡа ынтылыш, кире күренештәргә ҡаршы тороу һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында етди фекер алышыу барҙы.
– Башҡортостан – Рәсәй Федера­цияһының үҙенсәлекле субъекты. Беҙҙә 22 дин вәкилдәре төйәкләнгән, – тине сығышында Вячеслав Пятков. – Конфессияларҙың иң ҙурҙары – мосолман өммәте һәм православие христиандары. Беҙҙә элек-электән төрлө халыҡ вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәгән. Бөгөн иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, динде кире маҡсатта файҙаланыу осраҡтары сығып тора. Террор, үлтереүҙәр, бүтән төрлө закон боҙоу... Бындай хәл-ваҡиғаларҙа диндең бер ниндәй ҡат­нашы юҡ. Яуызлыҡты изге төшөнсәләр менән ҡапларға тырышалар. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре халыҡҡа ошо ысынбарлыҡты аңлата белергә, дин тураһындағы яңылыш фекерҙәрҙе туҡтатырға, аныҡ мәғлүмәт бирергә тейеш. “Осло мөйөш”тәрҙе, бәхәсле урындарҙы урап уҙмайынса, дәүләт сәйәсәтенең диндарҙарға мөнәсәбәтен дөрөҫ күрһәтергә бурыслы улар.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урын­баҫары Әйүп Бибарсов та донъялағы Ислам мәсьәләһенә бәйле ваҡиғаларҙы дөрөҫ яҡтыртыу мөһимлеген билдә­ләне. Йәмғиәт был хәлдәр хаҡында асылда гәзит, радио, телевидение һәм Интернет аша хәбәрҙар була. Мәғлү­мәттең нисек бирелеүе кешеләрҙең фекеренә ҙур йоғонто яһай. Мосолман ғилеменең тамырында – татыулыҡҡа ынтылыш, сәләмләшеү һүҙендә “һеҙгә тыныслыҡ насип булһын” тигән мәғәнә ятыуын эшкә нигеҙ итеп алырға кәрәк. “Зарар килтермәҫкә” – тап шул маҡсатты алға ҡуйырға тейеш киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.



Автор: Эльвира ХАЛИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Илшат
    Илшат от 18.03.2016, 17:37
    "Яңы специальность халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты." "Специальность" нимә тигән һүҙ була ул ?

Комментарий өҫтәргә