Мәғлүм булыуынса, Башҡорт дәүләт университетында ике йыл элек теология ғилеме өйрәтелә башланы. Яңы специальность халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҙған йыл аҙағында иһә уҡыу йортонда теология буйынса ғилми-белем биреү үҙәге асылып, дини ойошмаларҙың эшен көйләгән дәүләт органдары, төрлө конфессия вәкилдәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылды.Күптән түгел бында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолоп, киң мәғлүмәт сараларында бөгөнгө Ислам торошон яҡтыртыу мәсьәләләре ҡаралды. Һөйләшеүҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, уның кәңәшсеһе Руслан Ҡарамышев, БДУ ректоры Николай Морозкин, Рәсәй Ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов, хоҡуҡ һаҡлау органдары, мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Республикала диндең үҫеше, үҙ-ара татыулыҡҡа ынтылыш, кире күренештәргә ҡаршы тороу һәм башҡа мәсьәләләр хаҡында етди фекер алышыу барҙы.
– Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының үҙенсәлекле субъекты. Беҙҙә 22 дин вәкилдәре төйәкләнгән, – тине сығышында Вячеслав Пятков. – Конфессияларҙың иң ҙурҙары – мосолман өммәте һәм православие христиандары. Беҙҙә элек-электән төрлө халыҡ вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәгән. Бөгөн иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, динде кире маҡсатта файҙаланыу осраҡтары сығып тора. Террор, үлтереүҙәр, бүтән төрлө закон боҙоу... Бындай хәл-ваҡиғаларҙа диндең бер ниндәй ҡатнашы юҡ. Яуызлыҡты изге төшөнсәләр менән ҡапларға тырышалар. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре халыҡҡа ошо ысынбарлыҡты аңлата белергә, дин тураһындағы яңылыш фекерҙәрҙе туҡтатырға, аныҡ мәғлүмәт бирергә тейеш. “Осло мөйөш”тәрҙе, бәхәсле урындарҙы урап уҙмайынса, дәүләт сәйәсәтенең диндарҙарға мөнәсәбәтен дөрөҫ күрһәтергә бурыслы улар.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов та донъялағы Ислам мәсьәләһенә бәйле ваҡиғаларҙы дөрөҫ яҡтыртыу мөһимлеген билдәләне. Йәмғиәт был хәлдәр хаҡында асылда гәзит, радио, телевидение һәм Интернет аша хәбәрҙар була. Мәғлүмәттең нисек бирелеүе кешеләрҙең фекеренә ҙур йоғонто яһай. Мосолман ғилеменең тамырында – татыулыҡҡа ынтылыш, сәләмләшеү һүҙендә “һеҙгә тыныслыҡ насип булһын” тигән мәғәнә ятыуын эшкә нигеҙ итеп алырға кәрәк. “Зарар килтермәҫкә” – тап шул маҡсатты алға ҡуйырға тейеш киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре.