Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәстәрҙәр төрлө, таяныс уртаҡ
Хәстәрҙәр төрлө, таяныс уртаҡ Һаулыҡҡа хоҡуҡ Рәсәй һәм Башҡортостан конституциялары тарафынан яҡланған. Йыл һайын ил Хөкүмәте граждандарҙы түләүһеҙ медицина ярҙамы менән тәьмин итеү буйынса Дәүләт гарантиялары программаһын ҡабул итә. Ауырыуҙың мәғлүмәтлелеген арттырыу, граждандарҙың үтенестәрен өйрәнеү тармаҡ етәкселәре яуаплылығында тип иҫәпләһәк тә, бөгөн һәр кемдән үҙ хоҡуҡтарыңды яҡшы белеү талап ителеүен онотмайыҡ. Халыҡты бөгөн нимә борсой? Ҙур көс һалып ҡабул ителгән закондар ғәмәлдә тәьҫирлеме? Медицина өлкәһендәге “ауыртҡан” урындарҙы яҡшыраҡ өйрәнеү, халыҡтың һулышын тойоу, ярҙамға мохтаждарға кәңәш биреү, юл күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо ла инде бөгөнгө тура бәйләнеш.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы МЫРҘАБАЕВА ике сәғәт дауамында гәзит уҡыусыларҙы борсоған, тулҡынландырған һорауҙарға яуап бирҙе. Ҡайһы берәүҙәр бөгөн гәзит битендә сағылыш тапмаған ниәттәренә һәм үтенестәренә өҫтәмә рәүештә өйрәнелгәндән һуң яҙма рәүештә яуап аласаҡ. Халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү, аралашыу — парламентарийҙар эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш. Уҡыусыларыбыҙҙың теләге, баһаһы һәм фекере закондарҙы камиллаштырыуҙа, яңы ҡарарҙар сығарыуҙа этәргес көс булыуына өмөт итәбеҙ.

— Алло! Һаумыһығыҙ! Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы тыңлаймы?
— Эйе, тап шулай. Үҙегеҙ менән таныштырып үтегеҙ.
— Салауат районының Радио ауылында йәшәгән Сәкинә Хөббиева исеменән Фәниә апайығыҙ шылтырата. Мин уның күршеһе булам. Инәйебеҙ олоғайған инде, насар ишетә, шуға үҙем шылтыратырға булдым. 2013 йылда Сәкинә Асҡар ҡыҙын Бөйөк Ватан һуғы­шы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса мохтаждар исемлегенә индерҙеләр. Оҙаҡламай өс йыл тула, әммә әле булһа сертификат бирмәйҙәр. Башҡортостан Юғары судының ҡарары ла бар. Ул ҡарар ҡабул ителгәнгә лә ике йыл үтте инде...
— Һорауығыҙҙы аңланым. Сәкинә Хөббиеваның документтарын ҡайтанан ҡарап сығырмын. Район хакимиәте етәкселеге, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистр­лығы вәкилдәре менән сертификатты тотҡарлау­ҙа­рының сәбәбен асыҡлағас та, һеҙҙең менән бәйләнешкә сығырбыҙ. Ғөмүмән, Һуғыш ветерандарын һәм уларҙың ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе әүәлгесә көн ҡаҙағынан төшмәй. Рәсәй Президентының “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында”ғы Указы айырым контролгә алынған. Был йәһәттән эш һис тә зарланырлыҡ түгел: 2005 йылдың 1 мартынан һуң сиратҡа баҫҡан туғыҙ мең тирәһе һуғыш ветераны торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Мохтаждар иҫәбе – 1600-ҙән ашыу. Былтыр, әйтәйек, федераль субвенциялар 700-гә яҡын ветеранды торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.
– Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, рөхсәт итһәгеҙ, тағы бер мәсьәлә хаҡында әйтеп үтәһе ине.
– Тыңлайым.
– Ауылыбыҙҙа ФАП була тороп та, бына өс йыл инде фельдшер юҡ. Күсмә бригадалар ҙа килмәй. 34 саҡрымдағы район үҙәгенә йөрөп нисек дауа­ланмаҡ кәрәк?
– Әлбиттә, райондың баш врачы мәсьәләне хәл итергә, бел­гес тәғәйенләргә йә иһә күсмә медицина бригадаларын ойошторорға бурыслы ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөрә­жәғәттәрҙән күренеүенсә, был мәсьәлә бер һеҙҙе генә борсомай: ФАП та, ҡорамалдар ҙа бар, ә фельдшер юҡ. Өфөгә килеп дауаланырға теләгегеҙ булһа, заманса йыһазландырылған Һуғыш ветерандары госпиталенә урынлашырға ярҙам итербеҙ. Уйлашығыҙ. Ә үҙегеҙҙең ФАП-ҡа килгәндә, райондың баш врачы менән бәйләнешкә сығырмын, мәсьәләне хәл итергә тырышырбыҙ.
– Һаумыһығыҙ, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы! Яҡташы­ғыҙ Владик Ҡыҙрасов шылтырата. Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан. Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса даими рәүештә тура бәйләнештәр үткәргән “Башҡортостан” гәзите редак­цияһына ҙур рәхмәт! Район дауаханаһы һәм полик­линикаһы хеҙмәткәрҙәренә дәғүәбеҙ юҡ. Әммә бор­соған проблемалар етерлек. Әйтәйек, Тәүәкән ауылы халҡы кәмендә 15 койкалыҡ дауаханаға мохтаж. Аҙнағол ауылында ла бына 20 йыл инде бер ниндәй ҙә социаль объект төҙөлгәне юҡ. Ҡайҙа ғына йөрөл­мәне, ҡайҙа ғына яҙылманы был йәһәттән...
– Кисә генә районығыҙҙың баш табибы Ринат Ғафур улы Ибраһимов менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул яҡын арала райондың дауахана үҙәгендә психотерапия йүнә­лешендә 15 койка-урын асыласағы хаҡында әйтте. Тәүәкән мәьәләһе буйынса ла бәйләнешкә сығырмын әле. Бәлки, бер нисә койка-урынды унда ла ойоштороп булыр. Социаль объекттарға килгәндә иһә, аңлап тора­һығыҙ, был телефон аша ғына хәл ителә торған мәсьәлә түгел. Тәҡдимегеҙҙе, теләгегеҙҙе аңланым, шәхси кон­тро­лемә аласаҡмын. Ауылдаштарығыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт!
– Һаумыһығыҙ! Сәлиә Шәрифйән ҡыҙын ишетергә мөмкинме?
– Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым!
– Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Фәй­зрахман Усманов булам. Беҙҙе борсоған мәсьәлә шул: ауылдарҙа халыҡ медицина ярҙамына зар-интизар булып йәшәй. Мәҫәлән, беҙҙең ауылыбыҙҙан биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан 1-се Этҡолдағы дауахананы ФАП итеп ҡалдырҙылар. Уны тергеҙеп, йәш белгестәр менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ күрһәтә алмаҫһығыҙмы икән? Үҙемдең дә сәләмәт­легем ҡаҡшаған. Дауаханаға эләгеүе бик ауыр...
– Фәйзрахман Кейекбай улы, һеҙ дәүләт әһәмиәтендәге бик мөһим мәсьәләне ҡуҙғаттығыҙ. Хөкүмәт граждандар­ҙың һаулығын яҡшыртыу һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн ифрат күп аҡса сарыф итә. Әммә сәләмәтлек күр­һәткестәре сирҙәрҙең нәҫелдән күсәгилешлелеге, тирә-яҡ мөхит торошо һәм һаулыҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән генә билдәләнмәй бит. Беҙҙең һаулығыбыҙ йәшәү рәүешенә, ғәҙәттәребеҙгә, яҡындарыбыҙға ҡарата иғтибарға, хәстәрлеккә лә ныҡ бәйле. “Сирҙе дауалауға ҡарағанда уны иҫкәртеү күпкә еңелерәк” тигән хәҡиҡәт иҫкермәгән әле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә һаулыҡ иң ҙур ҡиммәт һәм байлыҡ тип һаналмай. Рәсәйҙәрҙең өстән бер өлөшө сәләмәтлек тураһында бөтөнләй хәстәрлек күрмәй, күптәр ауырып киткәс кенә һаулығы хаҡында иҫенә төшөрә. Беҙҙә хеҙмәткә яраҡлы халыҡ араһында үлем осраҡтары Европалағыға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк. Өлкән­дәрҙең утыҙ проценты пенсия йәшенә лә етмәй вафат була. Беҙ күп тапҡыр телгә алған тармаҡты яңыртыу нигеҙендә лә яңы заманса технологиялар, ҡорамалдар, шифалы дарыуҙар ғына ятмай бит. Иң мөһиме – сирҙе алдан иҫкәртеү. Ошо маҡсатта республикабыҙҙа 12 сә­ләмәтлек үҙәгенең ойошторолоуын белмәүселәр булһа, мотлаҡ уның эше менән ҡыҙыҡһынырға, түләүһеҙ тикшеренеү үтергә саҡырабыҙ.
Фәйзрахман Кейекбай улы, үтенесегеҙҙе аңланым. Әммә мәсьәләне телефон аша ғына хәл итеүе ҡыйын. Ғөмүмән, Баймаҡ районы буйынса халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләһен етәкселек менән бергәләп уйлашырға кәрәк. Шәхсән үҙегеҙгә килгәндә, тулыһынса тикшеренеү үтеү өсөн баш ҡалалағы дауаханаға урынлашырға тәҡдим итәбеҙ.
– Тура бәйләнешме? Ишембай ҡалаһынан Фәүзиә Ноғоманова булам. Форсаттан файҙаланып, шундай теләгемде еткергем килә. Халыҡ беҙҙә бушлай диспансерлаштырыу тураһында белмәй тиерлек. Ә бит һәр кем сәләмәтлеген хәстәрләп, ваҡытында тик­шереү үтһә, мәлендә дауаланһа, отошло булыр ине.
– Бик мөһим мәсьәләне күтәрәһегеҙ, Фәүзиә Булат ҡыҙы. Әлегә бөтә кеше лә, ҡулында полис булып та, үҙ хоҡуҡтарын файҙалана белмәй. Диспансерлаштырыуға республика һәм ил бюджеттарынан ҙур күләмдә аҡса бүленә. 21 йәштән 90 йәшкә тиклемге һәр кеше өс йылға бер тапҡыр тикшереү үтергә тейеш. Диспансерлаштырыу менән генә эш бөтмәй, артабан нисек, ҡайҙа дауаланыуҙы табип менән кәңәшләшеп асыҡларға кәрәк. Иң мөһиме – диспансерлаштырыу ауырыу өсөн һөҙөмтәле булырға тейеш.
Шифаханаларҙа ял итеү өсөн бушлай путевкалар хәҙер аҙ бирелә. Шуға күрә ошо бушлыҡты тултырыу өсөн тырышлыҡты ауырыуҙарҙың һаулығын реабилитация үҙәктәрендә нығытыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Эш башланып ҡына тора. Ҡайһы ҡалала, районда уны асыу ҡулайыраҡ булыр – бөтә фекер-тәҡдимдәр өйрәнелә. “Йәшел сауҡалыҡ”, “Йоматау” һәм башҡа шифаханаларҙа реабилитация койкалары булдырыу ҙа хәлде бер аҙ еңеләйтер, тип уйлайбыҙ.
– Алло! Һаумыһығыҙ! Салауат районының Лағыр ауылынан һуғыш ветераны Хәкимйән Вәкилов шылтырата. Һуңғы йылдарҙа ҡаты сирләйем. Өфө табиптарына күренергә ине. Ярҙам итеп ебәрмәҫһегеҙме икән?
– Хәкимйән ағай, үтенесегеҙҙе аңланым. Әгәр баш ҡалалағы Һуғыш ветерандары госпиталенә дауаланырға һалһаҡ, риза булырһығыҙмы?
– Риза булмаған ҡайҙа ти ул! Рәхмәт йылы һүҙегеҙгә.
– Ярар, ағай. Шылтыратыу көтөгөҙ.
– Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, һаумыһығыҙ. Белореттан Рәфҡәт Нәжметдинов булам. Беҙҙең Абҙаҡ амбулаторияһы әле булһа утын яғып йылытыла. Ә эргәлә генә, яҡынса 200 метр йыраҡлыҡта, газ үтә. XXI быуатта “зәңгәр яғыулыҡ”һыҙ йәшәүҙең бары­быҙ өсөн дә ниндәй ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуын аңлайһығыҙҙыр инде.
– Рәфҡәт Закир улы, минең исемгә хат яҙығыҙ, мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышырбыҙ.
– Тура бәйләнешме? Хәйерле көн! Гөлнара Азаматова булам. Сибайҙан. Беҙҙә шәхси медицина лабораториялары эшләй. Анализ биреү өсөн ҡиммәт хаҡ һорай улар. Ә поликлиника врачтары ябай ғына тикшереү өсөн дә шунда ебәрә. 1500 – 2000 мең һум түләргә тура килә. Шул уҡ анализды поликлиниканың үҙендә бушлай бирергә мөмкин бит. Врачтарға шәхси лабораториянан “проценттар” киләме икән әллә, ниңә беҙҙе унда ебәрәләр?
– Һылыу, был осраҡта һеҙгә белгескә лә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ла түгел, ә туп-тура үҙегеҙҙең страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һеҙ үҙегеҙҙең медполисығыҙҙа ҡайһы страховка компания­һының исеме, адресы яҙылғанын беләһегеҙме? Дәғүәләрегеҙ менән ҡасан, нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттегеҙ?
– Белмәйем шул. Мөрәжәғәт иткәнем дә юҡ...
– Шундай яуап ишетермен тип уйлағайным да инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был һорауҙарға ҡәнәғәтләнерлек яуап алғаным юҡ, сөнки, әлеге лә баяғы, үҙебеҙҙең хо­ҡуҡ­тарыбыҙҙы белмәйбеҙ һәм файҙаланмайбыҙ. Страховка компанияһы – һеҙҙең шәхси адвокатығыҙ. Ниндәй генә һорау тыумаһын, ул ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Полис бушлай дауаланыу хоҡуғын ғына бирмәй бит, бөгөнгөләй сетерекле хәлдәрҙән яҡлай ҙа. Һеҙгә шәхси лабораторияға барыр алдынан үҙегеҙҙең страховка компанияғыҙға мөрәжәғәт итергә, улар менән кәңәшләшергә кәрәк ине. Әгәр инде үҙегеҙ ҡараған ойошманың эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт түгелһегеҙ икән, теләһә ниндәй ваҡытта икенсе компанияға алмаштыра алаһығыҙ. Ғөмүмән, барлыҡ һорауҙарығыҙ менән страховка компанияһына шылтыра­тығыҙ. Улар ярҙам итергә бурыслы.
– Хәйерле көн! Өфө районының Жуков ауылынан шылтыраталар. Беҙҙә балалар өсөн поликлиника асыу мәсьәләһен хәл итеп булмаҫмы икән?
– Һеҙҙең ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты юҡмы ни?
– ФАП бар ул, әммә ул почта бүлексәһе, ауыл хакимиәте, бөҙрәхана һәм косметика кабинеты менән бер бинала урынлашҡан. Бер ишектән инәбеҙ, бер коридор тигәндәй. Һәр ваҡыт кеше күп. Шарттар ҙа насар. Кабинеттар бик тар, ҡышын һыуыҡ.
– Ә һеҙҙә балалар баҡсаһы бармы?
– Эйе.
– Бәлки, педиатрия кабинетын балалар баҡсаһы янында ойошторорға кәрәктер?
– Бик һәйбәт булыр ине.
– Ярар, уйлашырбыҙ. Был мәсьәләне үҙем контролдә тотормон. Ғөмүмән, бөгөн ауылдарҙа кадрҙарҙың етеш­мәүе, заманса ҡорамалдың аҙлығы, дауалау сифатының түбәнлеге борсоуға һала. Ауыл медицинаһы тәрән үҙгәртеп ҡороуға, яңыртыуға мохтаж. Халыҡтан килгән үтенестәрҙең, ялыуҙарҙың, дәғүәләрҙең һәр береһе шуны иҫбатлай. Рәсәй халҡының 30 проценты (Баш­ҡортостанда – 40 проценты) ауылда йәшәй, тыуым да бында юғарыраҡ, әммә шатланырға урын юҡ, сөнки үлем осраҡтары күп. Шуға күрә фельдшер-акушерлыҡ пункттарының хәлен яҡшыртыу буйынса эште дауам итеү мөһим.
– Һаумыһығыҙ, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы! Розалия Усманова булам. Сибайҙан. 2015 йылда ҡала дауаханаһында операция эшләттем. Үт ҡыуығын алдылар. Хирург Сираевҡа, шәфҡәт туташтарына рәхмәтлемен. Райондарҙан әллә күпме сирлеләр килә унда. Мөнәсәбәт һәйбәт, тик заманса ҡорол­малары боҙолған. Лапароскопия юлы менән операция эшләү ҡоролмаһын алып булмаймы?
– Һорауығыҙҙы аңланым. Рәхмәт. Тура бәйләнеш тамамланыу менән баш табип менән бәйләнешкә сығып, мәсьәләгә асыҡлыҡ индерермен. Әгәр сибайҙар ысынлап та лапароскопия ҡоролмаһына мохтаж икән, быны хәл итеүе әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаҫ, тип уйлайым.
– Хөрмәтле Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы! Хәйбулла районының Сиҙәм ҡасабаһынан Лилиә Иҫәнгилдина мөрәжәғәт итә. Әсәйем Өмөгөлсөм Нурмөхәмәт ҡыҙы Игебаева 1940 йылғы. Тап ошо көндәрҙә ул Республика клиник онкология диспансерында ун беренсе тапҡыр химиотерапия курсы үтә. Ике аҙнаға көнгә бер тапҡыр 700 мг ритуксимаб (мабтера) талап ителә әсәйемә. Был препараттың 2016 йыл өсөн бер дозаһы ла район аптекаһына килмәне әле. Хәлде район больницаһының онкологы Д. Солтанғужин шулай тип аңлатты: “Һаулыҡ һаҡлау министрлығының халыҡты дарыу менән тәьмин итеү бүлегенән Калашникова Лариса Викторовна менән бәйләнешкә индем. Ритуксимаб (мабтера) март аҙағына тиклем булмаясаҡ тигән яуап алдым”. Март аҙағына тиклем әсәйем нисек дауаланыу үтергә тейеш һуң?
– Эйе, кисә генә ошо үтенесегеҙҙе электрон почта аша ла алғайным. Мәсьәләне өйрәнгәндән һуң һеҙгә мотлаҡ рәсми яуап бирербеҙ.
– Һаумыһығыҙ! Белорет районынан Әлфиә булам. Минең улыма “расщелина губы и неба” тип диагноз ҡуйҙылар. Тәүге түләүле операцияны 4 айлыҡ са­ғында ирененә эшләттек, икенсе операцияны 1 йәш тә 4 айҙа аңҡауына яһаттыҡ. Өсөнсө операция 9 йә­шендә үтте. Унда иренгә эшләнгән тәүге уңышһыҙ операция арҡаһында яңынан иренде, танауҙы төҙәттеләр. Бала тыуғандан уҡ инвалид булараҡ пособие алдыҡ. 12 йәше тулғас, комиссия улыма түләүҙе туҡтатты. Хирургтар тағы ла кәмендә ике операция кәрәк тигәйне: бер яҡ танауы тын алмағанға, 14 йәштә – танауына һәм 18 йәш тирәһендә яңағына. Бөтә реабилитация сараларын үтеп бөтмәгәс, инвалидлыҡты бөтөрөргә мөмкинме икән ни? “Бала инвалид булып һаналған саҡта был операциялар түләүһеҙ ине, хәҙер ундай категорияға ҡарамағас, үҙеңә түләргә кәрәк”, – тип әйтеүҙәре дөрөҫмө?
– Хәлегеҙҙе аңлайым. Әммә был осраҡта телефон аша ғына ярҙам итеүе ҡыйын. Минең менән шәхсән бәйләнешкә сығығыҙ. Һүҙҙең түләүле операция хаҡында барыуы аңлашылмай. Ҡыҫҡаһы, баланы күрмәй тороп инвалидлыҡты бөтөрөү сәбәбен асыҡлау мөмкин түгел. Шәхси ҡабул итеүгә яҙылығыҙ. Һәр айҙың иң аҙаҡҡы аҙнаһындағы дүшәмбелә сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73-сө йорт адресы буйынса ҡабул итәм. Өҫтәмә мәғлүмәт менән Интернеттағы smurzabaeva.ru сайтында танышырға мөмкин.
– Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, хәйерле көн! Һеҙгә Өфө ҡалаһының Калинин районына ҡараған Федоровка ауылынан Миләүшә шылтырата ине. Беҙҙең ауылда һәм яҡын-тирәләге Карпов, Йылҡыбай һәм Базилевкала йәшәүселәр Шакша биҫтәһендәге полик­линикаларға беркетелгән, балаларҙы ла Черниковка биҫтәһендәге 4-се балалар поликлиникаһының бүлексәһенә (Шакша биҫтәһе балалары менән бер рәттән) йөрөтәбеҙ. Тик унда өс кенә педиатр эшләй, араларынан берәүһе бер нисә ай инде больничныйҙа. Кеше бик күп. Яҙылыу буйынса барып та табипҡа инә алмауың ихтимал. Ә кинәт ауырып китһәң, табипҡа эләгермен тимә. Мәҫәлән, киҙеү осоронда саҡырһаҡ та килмәнеләр, өйөгөҙгә барыу мөмкинлеге юҡ, табиптар етмәй, тип аңлаталар. Баланы тән температураһы ныҡ күтәрелгәндә Шакшаға үҙебеҙ алып барырға мәжбүрбеҙ. Федоровка ауылында ФАП ҡасандыр булған, бинаһы тора. Тик табип юҡ. Ошо яҡын-тирәләге ауылдар өсөн пунктты тергеҙеп булмаймы? Йылдан-йыл халыҡ күбәйә, тыуым арта бит.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белгестәргә ҡытлыҡ һуңғы йылдарҙа үҙен ныҡ һиҙҙерә. ФАП-тар асылып та, ҡо­рамалдары булып та, врачтар етешмәй. Был бер Федоровка ауылына ғына ла ҡағылмай. Салауат районы булһынмы, Өфө районымы – барыһында ла белгестәргә мохтажлыҡ. Был осраҡта хатта фельдшер йәки терапевт ебәреп кенә лә мәсьәләне хәл итеп булмаясаҡ. Сөнки фельдшер янына педиатры, башҡа белгестәре кәрәк тигәндәй. Беҙгә дөйөм практика табиптары хаҡында фекер йөрөтөргә ваҡыт. Йүнәлеште йәнләндереү тура­һында күптән һүҙ бара, әлбиттә. Бер осор Өфөлә был йәһәттән эштәр башланғайны ла хатта, ләкин йәнә һүрелеп ҡуйҙы. Тергеҙергә кәрәк. Ауылда бер генә дөйөм практика табибы булһа, ул күпме белгесте алмаштырыр ине! Һорауығыҙҙы аңланым, Миләүшә һылыу. Райондың баш табибы менән бәйләнешкә сығырмын, бәлки, ярҙам итеп булыр.
– Һаумыһығыҙ, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы! Һеҙгә Сибай ҡалаһынан Резеда Вәлиева шылтырата. Ике туған һеңлем Гөлгөл Байегетова – 31 йәшлек яңғыҙ әсә. Улы Альфредҡа яңыраҡ 4 йәш тулды. Бәләкәс тыумыштан ауырый. “Врожденный порок сердца, открытый артериальный проток” тигән диагноз ҡуйылған. Яңғыҙ әсә ошоға ҡәҙәр өс тапҡыр Өфөгә барҙы, әммә, малай йүткергәс, бороп ҡайтарып торҙолар. Зинһар, ошо балаға операция эшләтергә ярҙам итегеҙ әле.
– Әйҙәгеҙ былай итәйек: малайҙы әсәһе менән Өфө янындағы берәй шифаханаға урынлаштырайыҡ. Дауа­ланһындар, ял итһендәр, врачтарҙың күҙәтеүе аҫтында булырҙар. Баланың хәле бер аҙ арыуланып, йүтәле кәмегән арала операция мәсьәләһен дә хәл итеп ҡуйырбыҙ. Яҡын арала минең ярҙамсым Гөлгөл бәйләнешкә сығыр, барыһын да аңлатып бирер. Шылтыратыу көтөгөҙ.
– Хәйерле көн! Өфө ҡалаһынан Зөһрә Дусалина. Дарыуханаларҙың эшмәкәрлеген көйләүсе орган бармы ул? Улар бит хәҙер аҙыҡ-түлек магазиндарынан да күберәк асыла. Баш ҡала урамдарын ғына алып ҡарайыҡ: бер кварталда ғына кәмендә ике-өс дарыухана. Аптека асыуы еңел булғас, яуаплылыҡ та шундайыраҡ кимәлдә түгелме икән? Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа был тармаҡ эшҡыуарҙар ҡулына ҡала бара төҫлө. Әле киҙеү осоронда ғына 15 һумлыҡ оксолинды – 55 һумға, марля бәйләместәренең берәүһен 25 һумға һатып тороуҙарын күреп, иҫем-аҡылым китте. Был кеше һаулығында аҡса эшләү була түгелме ни?
– Көйләүсе орган бар, әлбиттә. Бер дарыухана ла лицензияһыҙ эшләмәй. Әммә хаҡтарға килгәндә, айырыуса киҙеү осоронда, ысынлап та, ниндәйҙер кимәлдә фармкомпанияларҙың шашыныуын инҡар итергә ярамай. Халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырып, ҡурҡытып, шул уҡ ваҡытта дарыуҙарға хаҡты арттырып, аҡса эшләп ҡалыу ниәттәре. Был осраҡта бер генә теләк: үҙегеҙ иғтибарлыраҡ булығыҙ, башлыса дәүләт ҡарамағындағы дауаханаларға мөрәжәғәт итергә тырышығыҙ. Иң мөһиме – паникаға бирелмәгеҙ. Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ.
– Алло! Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы һеҙме?
– Эйе, тыңлайым!
– Киленем БГМУ-ла уҡый, стоматология факультетында. Ординатураны тамамлай. Эшкә Әбйәлилгә ҡайтырға уйлай. Ауылда өй һала башланылар. Хәҙер йәш белгестәр өсөн төрлө программалар бар. “Ауыл табибы” ла уңышлы ғына тормошҡа ашырыла. Әммә ҡайҙа барып, нимәнән башларға ла белмәйбеҙ. Бының өсөн ҡайтасаҡ районыңдан йүнәлтмә булырға тейешме, әллә башҡа документтарҙы ла юлларға кәрәкме? Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереп китһәгеҙ ине.
– Тәү сиратта киленегеҙ үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлашырға тейеш. Шунан һуң ғына район үҙәк дауаханаһының кадрҙар бүлегенә барып, “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашыу тураһында ғариза тултыра ала. Әлеге программа буйынса Әбйәлилгә стоматологтар кәрәкме-юҡмы икәнен Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ла барып һорашырға мөмкин. Әгәр район стоматологтарға мохтаж түгел икән, киленегеҙ программала ҡатнаша алмаясаҡ.
Ғөмүмән, “Ауыл табибы” тәүҙәрәк икеләнеү, һағайыу тойғолары уятһа ла, хәҙер уның ваҡытлы, һөҙөмтәле булыуын инҡар итеүселәр юҡтыр ҙа. Быйылдан программала 50 йәшкә тиклемге белгестәрҙе лә ҡатнаштыра башлау компенсация алыусы табиптарҙы байтаҡҡа арттырҙы. Белеүегеҙсә, 2013 йылдан программаның үтәлеше өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү маҡсатында төбәктәрҙең уға финанс яғынан тигеҙ өлөш индереүе бурыс итеп ҡуйылды. Үкенескә ҡаршы, былтыр федераль аҡса ни бары 14 төбәктә генә (шул иҫәптән Башҡорт­останда) тулыһынса үҙләштерелде. Һаулыҡ һаҡлау органдарынан түләүгә рөхсәт алып, ауылға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәрҙең төбәктәрҙең финансламауы арҡаһында “алданғандар” рәтендә ҡалыуына юл ҡуйырға ярамай. Әлегә дәғүәләр етерлек.
Шулай ҙа Федераль үҙәк тәҡдим иткән мөмкинлектәр менән генә сикләнмәй, кадрҙарға ихтыяжды төрлө юлдар менән хәл итергә тырышҡан төбәктәр күбәйә бара. Мәҫәлән, Владимир өлкәһендә юғары уҡыу йорто тамамлаған бөтә йәш белгестәргә – 100-әр мең һум, урта медицина хеҙмәткәрҙәренә 500-әр мең һум аҡса бирелә. Алтай крайында, Ырымбур өлкәһендә, Татарс­танда төбәк проекттары уңышлы эшләй. Башҡортостанда ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән табиптарға 2012 йылдан башлап 100 мең һум күләмендә ярҙам түләнә.
Минеңсә, төбәктәрҙәге финанс наҡыҫлығын иҫәпкә алып, Мотлаҡ медицина страховкаһы фондының һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының программаны тәьмин итеү механизмын асыҡлау, унда өлөшләтә ҡатнашыу нисбәтен үҙгәртеү тәҡдиме маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Һәр хәлдә, “Ауыл табибы” үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы: илдә 15 меңдән ашыу йәш табип медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисергән биләмәләрҙә эш башланы. Программаға зарурлыҡ һаҡлана әле, тимәк, уны киләһе йылда ла дауам итеү мөһим.
– Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы! Өфө ҡалаһының Р. Зор­ге урамында йәшәүсе Ирина Шалагинаға ярҙам итеп булмаҫмы икән? Ул бына нисә йыл инде яман шеш диагнозы менән йәшәй. Дауахананан “4-се стадия” тип өмөтһөҙләндереп сығарғандар. Һигеҙ йәшлек улын мәктәпкә йөрөтөргә кеше юҡ. Өҫтәүенә коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстары апаруҡ йыйылып киткән.
– Эйе, Ирина Шалагинаның тормош хәле менән “Баш­ҡортостан”да донъя күргән мәҡәлә аша ла яҡшы танышмын (“Ҡотҡарығыҙ! Фатир өсөн түләй алмайым...”, 1 март, 2016 йыл ). Һорауығыҙҙы телефон аша ғына хәл итеп булмай, мәсьәлә ҡатмарлы. Минең исемгә ғариза яҙығыҙ, төрлө инстанцияларҙан килгән яуаптарҙы, медицина белешмәләре күсермәләрен дә беркетегеҙ. Адрес түбәндәгесә: 450000, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17. Аҙаҡ һеҙҙең менән бәйләнешкә инербеҙ.

Тура бәйләнеште Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА ойошторҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 118

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 470

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 104

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 915

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 676

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 259

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 582

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 444

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 346

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532