Талантлы, фекерле замандаштарыбыҙ, Аллаға шөкөр, бик күп. Бөтәһен дә үҙ ваҡытында күреп, улар хаҡында матбуғат аша еткереп тә өлгөрмәйбеҙҙер әле, бәлки. Гөлгөнәнең Республика халыҡ ижады үҙәгендәге фиҙакәр эшмәкәрлеген, Интернет селтәрендә милли музыка ҡоралдарыбыҙҙың яҙмышы тураһында әйткән ҡыйыу фекерҙәрен, бик күп милли байрамдар башында тороуын белһәм дә, шулай булырға тейеш тип ҡабул иттемме икән, һаман уның хаҡында һүҙ әйтмәй йөрөлгән. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНАның ижади эшмәкәрлегенә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ асылына күҙ һалырбыҙ.– Ағас бер көндө килә-килеп сәскә атмай, бының өсөн ваҡыт кәрәк. Шуның кеүек, бөгөн бик күп милли сараларҙың башында торған Гөлгөнә Баймырҙинаның тамыр йәйгән төбәге, бала сағы хаҡында ишетке килә.
– Бәхетле балаларҙың береһемендер, тип һүҙемде башлайым әле (көлә). Мин олатай менән өләсәй тәрбиәһендә үҫтем. Өләсәйем Хафиза Ғәлләмова указлы мулланың ҡыҙы булған. Атаһын – Ғәлиәхмәт Зарипов атлы олатайымды – төбәгебеҙҙә халыҡ табибы, имләүсе тип тә беләләр. Ул – золом ҡорбаны булған кеше. Тыуған яҡтарын ҡайтып күрә алмаған олатайым, әммә халыҡ араһында имсе тигән даны бар. Хафиза өләсәйемде олатайыма димләп алып биргәндәр. Затыбыҙға Ғәлиәхмәт мулланың ҡото ҡунһын тип ҡауыштырғандар, тип хәтерләй торғайны үҙҙәре.
Олатайым Сәлмән Ғәлләмов иһә 1916 йылда тыуған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Яу ҡырында әсирлеккә төшкән, күпте күрергә тура килгән уға. Бик зирәк кеше булды, биш телдә һыу эскән кеүек һөйләшер ине. Ғәрәп телен уға үҙ атаһы сыбыҡлап тороп уҡытҡан. Шуға күрә мин дә мәктәпкә барғансы ғәрәп графикаһын белә инем. Олатайым әсәйемдең бер туғандарының көндәлегенә ғәрәпсә ҡултамға ҡуя торғайны хатта. Исемемде яҙыу, хәрефтәрҙе танып белеү миңә лә бер ни тормай ине. Ә инде мәктәпкә барғас, кириллица менән яҙышырға өйрәнеп алдым.
– Әле ғәрәп телен ниндәй кимәлдә беләһең?
– Ярайһы һәйбәт беләм мин уны, иҫке төркисәне лә уҡыным. Ғ. Ишбулатовтың әсбабынан да һабаҡтар алдым. Бала сағым тураһында хәтирәләрҙе дауам итеп, йәнә лә өләсәйем хаҡында бер нисә һүҙ өҫтәгем килә. Ул иҫ китмәле сәсән телле, зирәк аҡыллы кеше ине. Балаҫтар һуҡты. Беҙҙең яҡта Дим буйындағы кеүек аҫалы балаҫтар юҡ, әммә буй балаҫтар күҙ алдымда мөғжизәләй тыуа торғайны. Һәр ҡыҙына шундай бүләк әҙерләр, кейеҙ һуғыр ине. Шунда мин өләсәй эргәһендә нимә эшләһә лә уралып йөрөйөм, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарымды бирәм. Икәүләшеп шунда мәж киләбеҙ.
– Гөлгөнә, ғәфү ит, ә атай-әсәйең был ваҡытта ҡайҙа ине?
– Бер йәшемдә мин ауырып киткәнмен һәм...
– Ҡыйын булһа, һөйләмә, бәлки, һорауым да урынһыҙҙыр?..
– Ярай, һөйләй башлағас, тамамлап ҡуяйым инде. Күҙемә операция эшләгәндәр. Мине Магнитогорск ҡалаһындағы балалар дауаханаһына һалғандар. Өс йылға яҡын шунда дауаланып ятҡанмын. Операциянан һуң шифаханаға ебәреп сәләмәтлегемде нығытҡандар. Шул саҡ өләсәйем әсәйемә: “Ҡыҙым, һин йәшһең, Гөлгөнәмде үҙем ҡарармын, һин икенсегә кейәүгә сыҡһаң, ейәнсәремде барыбер һиңә бирмәйәсәкмен, үҙем тәрбиәләйем”, — тигән. Магниттан телемде боҙоп, урыҫсалап һөйләшеп ҡайтып кергәнмен. Башҡортса телем асылһа ла, сит мөхиттә йәшәү, күрәһең, баланың аралашыуына йоғонто яһай торғандыр.
Олатайымдың туҡталыштан ат егеп килеп ҡаршылап, толопҡа төрөп, ҡәҙерләп алып ҡайтҡанын хәтерләйем. Ауылдағы тормошом, яҙмышым ана шул мәлдән башлана кеүек миңә. Түрбашта урындыҡта өләсәй самауыр ултыртып йөрөй, мине ҡунаҡ ҡаршылаған кеүек көтөп торған. Ошоларҙы иҫкә төшөрһәм, йөрәгемә йылы инеп китә.
– Эйе, миңә лә һине тыңлауы шул тиклем күңелле, сөнки, башҡорттоң “баланың балаһы балдай татлы” тигән мәҡәлендәгеләй, беҙҙең халыҡта ейән-ейәнсәргә мөнәсәбәт иҫ китмәле тетрәндергес бит ул...
– Бына өләсәйем батмусын килтереп ултыртты, унда самауыр ҡуясаҡтарын белһәм дә, өҫтөнә барҙым да ултырҙым бит инде. Түрбашта өләсәйемдең йырлай-йырлай аш-һыу әҙерләгәне ошо көндән башлап мине ғүмер буйы оҙатып йөрөй. Уларҙың олатай менән үҙ-ара мөнәсәбәте лә бик матур, йәнле, йылы була торғайны. Нимәлер һөйләшәләр, көлөшөп алалар, йырлап ебәрәләр — был таңғы нурлы тамаша миңә әле лә етмәй торғандай. Шул тиклем бер-береһенә матур мөғәмәләлә булды бит улар. Ҡытҡылдай-ҡытҡылдай серләшәләр. Таңғы биштә торалар ҙа, алтыла китәсәк көтөүҙе оҙатып, сәй эсеп алып, көндө шундай матур итеп башлап ебәрәләр инде.
Йор һүҙле, мәрәкәсел олатайым шаяртып, ҡыҙыҡ һүҙ һөйләп, ауылдаштарын да йылмайтып алырға ярата ине. Һуғыштан ҡайтҡас, әсирҙә булған тип, уға утын, бесән бирмәй ыҙалаттылар. Ҡара диңгеҙ флоты составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайым үлем менән бер нисә тапҡыр күҙгә-күҙ осрашҡан. Немец фашистары карапты бомбаға тота башлағас, күптәр вафат булған, ҡалғандар йөҙөп сығырға тырышҡан. Әлбиттә, ҙур ауырлыҡ менән улар ярға тиклем барып етә алған, бик һирәктәр өлөшөнә төшкән иҫән ҡалыу бәхете, әммә уларҙы шунда уҡ ҡулға алғандар. Концлагерҙа булған олатайым, ысын ир-егеткә хас булғанса, был йылдары хаҡында әллә ни һөйләмәй ине.
Әйткәндәй, ул һуғыш башланыр алдынан Севастополгә әрме хеҙмәтенә эләккән һәм шунда полкта йүгереү буйынса ярышта еңеп сығып, бер айлыҡ отпуск менән бүләкләнгән. Уның еңел йүгергәнен мин дә беләм әле. Уйлаһаң, иҫең китерлек: мең кеше араһынан беренсе булып килгән бит ул.
– Олатайың Йүгерек батыр булған бит!
– Эйе, шулай килеп сыға инде. 1941 йылдың июнь башында ул ауылына ялға ҡайтып төшә. Әммә һуғыш башланыу менән кире хеҙмәт иткән еренә юллана. Аллаһ Тәғәлә анау хәтлем һынауҙар алдынан тыуған яғын күреп китеү мөмкинлеге биргән бит уға. Севастополдәге һуғыш хаҡында тапшырыуҙар ҙа бар. Унда, ярҙам ваҡытында килеп етмәү сәбәпле, бик күптәр һәләк була. Үҙенең кисергәндәре хаҡында олатайым көләмәстәр, юмор аша еткерә торғайны. Көлкөлө генә тойолған хәл-ваҡиғаны аҙаҡтан баһалап уйлап ҡараһаң, ни тиклем ҡатмарлы хәлдәрҙе рухи көрлөк, сәм менән еңеп сыға алғанын аңлайһың. Ауылда уны ябай көтөүсе һәм балта оҫтаһы тип беләләр. Ете ҡыҙ, бер малай үҫкән ғаиләгә мине лә алып тәрбиәләне улар.
– Тимәк, бына ҡайҙан килә һинең халыҡ ижадына мөнәсәбәтең, һөйөүең!
– Бәләкәйҙән олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫеү мине бөтә йәшәйешем менән милләтебеҙҙең асылына бәйләне. Нимә генә эшләһәк тә, өләсәйем менән бергә тотонабыҙ. Мәктәптә лә ул миңә терәк булды. Ҡарға бутҡаһы, төшкө ашҡа саҡырыу, ыуыҙ ҡоймағы, һуғым ашы, ҡаҙ өмәләре, шәл бәйләү, тегеү-сигеү кеүек эштәргә бәйле милли байрамдар беҙҙең яҡта йыш үткәрелә торғайны. Араларында тик ҡатын-ҡыҙ ғына ҡатнашҡандары ла бар. Әбейҙәр сыуағы, Ҡарға бутҡаһы шундайҙарҙан. Шулар йоғонтоһонда өләсәйҙәрҙән һабаҡ алып, халҡыбыҙ йолалары нигеҙендә тәрбиәләнеү минең бала күңелемдә ысынлап та рухиәтебеҙгә тәрән һөйөү уятты. Артабан үҙемдең йәшәйешемде унан башҡа күҙ алдына ла килтерә алманым тиһәм дә, яңылыш булмаҫ. Һауа һулаған, һыу эскән кеүек, рухыма көн дә кәрәкле нәмәләргә әйләнде милли йолалар, асылыбыҙ менән йәшәү. Имсе-томсо өләсәйемдең тирә-яҡ халҡын дауалауы ла миндә тәрән ҡыҙыҡһыныу уята торғайны.
– Гөлгөнә, хәҙер беҙ ошонда “имсе” тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңлатып китергә тейешбеҙ, сөнки һин бөгөн халыҡ ижады буйынса белгес булараҡ танылдың. Ә “имсе-томсо” һүҙбәйләнешенең халыҡ араһында кире аңлатмаһы ла бар. Нисек дауалай ине өләсәйең һәм, ғөмүмән, имләү нимәне аңлата?
– Өләсәйем үҙенә атай-олатайҙарынан күскән ысулдар – доғалар, үләндәр, шифалы һүҙҙәр, таштар — менән дауалай торғайны. Ысынлап та, хәҙер кешеләрҙе сирҙәрҙән арындырам тип әллә ниндәй юлдар менән үҙ маҡсатына ирешергә теләгәндәр ҙә күбәйҙе. Әммә быны халыҡ медицинаһы, быуаттар буйына һыналып килгән милли йолалар нигеҙендә дауалау менән һис кенә лә бутарға ярамай. Өләсәйемде лә шуға күрә сәсән телле тип кенә түгел, ә “халыҡ табибы” тип атау дөрөҫөрәк булыр ине. Ул уҡыған доғалар, әйткән теләктәр кешеләргә бик килешә торғайны. Алдында хатта ике төрлө һөйләй алмай торғайнылар: ул бер генә ҡарап ҡуя һәм әңгәмәсеһе, үҙенән-үҙе сиселеп, хәлен аңлата башлай. Уның ихласлығы, күңеленең сафлығы шулай тәьҫир иткәндер, тим. Эйе, бөгөн халыҡ медицинаһы менән дауалау хаҡында күп яҙалар, өйрәтәләр, был – һәйбәт күренеш, әммә әгәр үҙеңдең күңелең таҙа, башҡарған ниәтеңә тәрәндән ышаныс, Аллаһ Тәғәләгә һыйыныу, унан ярҙам һорау юҡ икән, ғәмәлдәрең дөрөҫ булмаясаҡ.
Коммунизм осоронда өләсәйем атаһынан отоп алып ҡалған доғаларын миңә өйрәтә торғайны. Уның көнкүрештәге һәр хәл-ваҡиғаға айырым бер доғаһы булды. Әйтәйек, һыйыр һауҙырмаһа, бына ошоно әйт, тип ҡабатлата һәм, ысынлап та, әйткәндәре тап килә. Ҡот ҡойоу, өшкөрөү, һылау, һыйпау, мейе ултыртыу кеүек дауалау төрҙәрен дә яҡшы белде ул. Былар барыһы ла уға олатайымдан күскән. Зәйнулла ишан, Мөжәүир хәҙрәт тап халыҡ медицинаһына таянып замандаштарын дауалаған бит. Был – беҙҙең халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше, ата-бабаларынан мираҫ булып ҡалған ысулдар менән тән һәм йән сәләмәтлеген тәьмин итеү ысулдары. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай һәм кәрәкмәй ҙә.
– Тыуған ауылың халҡы ла сәсәндәр икәнен яҡшы беләм. Командировкала булғанда үтәгәндәр беҙҙе таҡмаҡ әйтеп, йырлап, бейеп ҡаршыланы һәм оҙатып ҡалғайны.
– Эйе, беҙҙең яҡта милли йолалар, халҡыбыҙҙың тамырҙарына бәйле һәр төрлө күренештәр ныҡ һаҡланған. Уларҙың һәр береһенең нигеҙендә, беләһеңме, нимә ята? Йылдар үткән һайын бала саҡҡа, уҙғандарға уйым менән сәйәхәт ҡылам да шундай һығымтаға киләм: кешенең асылына, рухына, күңеленә тәрән хөрмәт менән ҡарай белгәндәр борон. Бәндәгә тыуымынан алып һуңғы юлына тиклем ауылыбыҙҙа тәрән хөрмәт күрһәтелә. Милли йолалар туғандарҙы, ауылдаштарҙы, төбәк халҡын ғына түгел, тотош милләтте берҙәм итә, бер уйлы итә. Килеп кергән кешене хөрмәт итеп сәй ҡуйып эсереү ҙә – ҙур ғәмәл. Бер ҡараһаң, нимә инде ул сәй эсеү, тип ҡарарға була. Икенсе яҡтан, барлыҡ эшеңде ташлап, юлданмы, урамданмы килеп ингәнгә иғтибар бүлеү Аллаһ Тәғәләгә ихтирам күрһәтеүгә тиңдер, моғайын. Мәҫәлән, беҙҙә кешене һуңғы юлға оҙатҡан көндә ҡатын-ҡыҙҙар бер ниндәй эш тә башҡармай, ерләшергә киткән кешеләрҙе көтөп алыу йолаһы ла бар. Һәүетемсә генә, ашыҡмай, һәр эште үҙ яйына һалып, күңел биреп башҡарыу, башҡа яҡтар менән сағыштырғанда, ныҡ күҙгә салына. Туғандар ҙа беҙҙең яҡта үҙ-ара ихлас аралашып, бер-береһенең байрамдарын бергә ҡаршылап, шатлыҡтарын, хәсрәттәрен уртаҡлашып йәшәй. Ә бит ҡайһы бер яҡтарҙа бер туғандар ҙа аралашмай хатта. Был нимәгә бәйле? Әлеге лә баяғы, минеңсә, борондан килгән йолаларға, ата-бабаларҙан мираҫ булған һүҙгә тоғро булмауҙан.
Ауылыбыҙҙа йор һүҙле, мәрәкәсел кешеләр йәшәгәне хәҙер тотош республикаға билдәлелер инде (көлә). Инәйҙәрҙең сәсәнлеге, һәр һүҙҙе кинәйә менән әйтә белеүе шул тиклем күңелемә яҡын. Лаҡаптар ҙа бик күп беҙҙә. Ҡушаматтар тағырға ла аптырап тормайҙар.
– Үҙең хаҡында берәй лаҡапты һөйлә әле.
– Тота килеп кенә иҫкә төшмәйерәк тора. Ә былай барлығын беләм. Кешеләр менән ҡыҙыҡлы хәлдәр аҙым һайын булып тора бит инде. Беҙҙә шуларҙы халыҡ ижады кимәленә еткереп, матур итеп һөйләй ҙә беләләр. Ә бына береһе иҫкә төштө. Беҙ бит инде кәүҙәгә нисауа ғына ҡыҙҙар. Үҙең әйтмешләй, мин Йүгерек батырҙың ейәнсәре (көлә). Ауылда мәктәптә уҡығанда кискеһен көн дә йүгерә торғайныҡ бер ауыл менән икенсеһенең араһында. Олатайымдың бер туған ағаһы ла шәп йүгергән. Әсәйем дә етеҙ булған, миңә лә бик оҡшай торғайны йүгереү. Гөлсирә, Зәбирә һәм мин Ишкилдегә тиклем уҙышып, үҙебеҙсә күнекмәләр эшләйбеҙ инде. Батҡаҡтан йүгереп китеп барғанда мин былай тим икән: “Үҙебеҙ ҙә, аяҡтар ҙа ҙур булғас, ҡойоға батмайбыҙ ҙа ҡуябыҙ бит, әй!” Бына ошоно әле булһа көлөп һөйләйҙәр. Күп лаҡаптар онотолоп та бөткән, әммә мин уларҙы теркәп барам. Райондар буйлап төбәккә генә хас халыҡ йырҙарын йыйып йөрөгәндә лә һәр береһенең көйөнөң, һүҙҙәренең үҙенсәлегенә иғтибар итеп, теркәп ҡуйғанмын.
– Бала сағың, тыуған яғың тоғон бушатып бөтөрлөк түгелдер?..
– Уныһы шулай. Әсәйемдең бер туғаны Гөлсәсәк инәйемдең улы Юлай менән игеҙәктәр, бер туғандар кеүек үҫтек. Бына ошо хаҡта ла әйткем килә. Гөлсәсәк инәйем мәктәп директоры булды, шуға күрә эштә үтә ине күп ваҡыты. Таң һарыһынан тигәндәй Юлайҙы беҙгә ҡалдырып китә. Уның менән бергә малайҙар уйынына ылығып, ҡылыс айырышып, йүгереп, уҡ атып, һыбай йөрөп үҫтем бала саҡта. Малайҙарҙан һис ҡалышмай, ти торғайнылар.
– Ә малай булғың килә инеме? Минең ундай уйым һис ҡасан да булманы, әммә ҡайһы бер ҡыҙҙар шундай теләк менән янып йәшәгән...
– Юҡ, ундай теләгем булманы. Эйе, бик шаян, шуҡ инем, хатта берәй еремә утындар килеп эләгә торғайны уйнағанда, әммә “Ни өсөн мин малай түгел икән?” тимәнем. Өйҙө саҡ яндырып ебәрмәнек әле бер мәл. Йортҡа ингән ерҙәге тупһа шул тиклем бейек була торғайны, ана шунда ут менән шаярып, өйһөҙ ҙә ҡала яҙҙыҡ. Ул бейек тупһа миңә бала саҡта сәхнә лә кеүек тойола торғайны: үҙе иркен, ике яҡтан тотоноп төшә торған урындары ла бер йәм ине. Шунда баҫып йырлап ебәрәм, бейеп китәм. Йәйен бөтәһе лә бесәнгә китһә, күрше ҡыҙҙарын, дуҫ малайҙарҙы йыйып алам да шунда концерт, мода күрһәтәм. Бигерәк тә опера йырсыһы булып сығыш яһау оҡшай торғайны. Уның нимәһен шул тиклем үҙ иткәнмендер инде, белмәйем, әммә әле булһа инәйҙәрем, мейес артына инәһең дә сыйылдығын сығып, арияларҙан өҙөк йырлай торғайның, тип көләләр. Йырсы булыу теләге шул тиклем көслө ине, әммә уҡый алманым. Халыҡ музыкаһы бүлеген тамамланым. Башта Учалыла училищела Гөлдәр Моратова ярҙамында асылған Башҡорт фольклоры бүлегендә белем алдым. Таңсулпан Ғарипова, Мәүлит Ямалетдинов кеүек билдәле яҙыусылар беҙгә дәрестәр бирә торғайны. Шул тиклем ҡыҙыҡ булды уларҙан һабаҡ алыу! Улар халыҡ ижады, рухиәт буйынса ауылыбыҙҙа һеңдерелгән йолаларға өҫтәп, профессиональ нигеҙҙе ныҡ һалды.
Унда уҡығанда каникулда агитбригада менән аҡса эшләргә сыға торғайныҡ. Рәзифә Динмөхәмәтова, Заһир Шәйәхмәтов, Ранис Алтынбаев, Шәфҡәт Йосопов, Айнур Абдуллин, Илгиз Йомағужин менән бергә ижад юлына аяҡ баҫтыҡ. Учалыла “Дәүер” тигән төркөм була торғайны. Ул йыл һайын йәштәр менән тулыланып торҙо, ә кемдәрҙер юлын икенсе йүнәлештә дауам итте. Марс Латипов менән Илгиз Йомағужин үҙҙәрен бик оҫта һәүәҫкәр композитор булараҡ та танытты. Бүлектең тәүге ҡарлуғастары беҙ булараҡ, күп нәмәгә өйрәндек: концерт ҡуйыу, сценарий яҙыу кеүек һөнәрҙәрҙе лә шунда үҙләштерҙек. Фестивалдәрҙә ҡатнашып йөрөгәндә үҙебеҙ ҙә ойошторорға өйрәндек.
Мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла ағай Солтанов менән аралашыу, уның концертын әҙерләү бәхете лә тейҙе миңә. Йырлау оҫталығы, көйҙө башҡарыу маһирлығы буйынса унан күп нәмәгә өйрәнергә була. Иҫ китмәле замандашыбыҙ бит инде! Әле беҙгә уны асаһы ла асаһы, унан өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Аллаһ Тәғәлә биргән һәләтенән тыш, Абдулла Солтанов бит үҙе лә тауышының сафлығын, тәрәнлеген һаҡлай белә.
Вәлит исемле имитатор (көйләп эләкләүсе) ағай ҙа булды. Ул тәбиғәттәге төрлө тауыштарҙы, трактор, сепаратор ауаздарын да сығара торғайны. Был һирәк осрай торған жанр менән шөғөлләнеүселәр бөгөн тойолмай. Ул кеше тауышын түгел, ә башҡа өндәрҙе оҫта ҡабатлап күрһәтә ине. Учалыла ана шулай халыҡ таланттары менән ҡайнап йәшәү беҙҙе милли асылыбыҙға тағы ла нығыраҡ яҡынайтты.
– Йырсы булыу теләге шул тиклем ҙур ине, әммә уҡый алманым, тинең...
– 8-се класты тамамлаған саҡта өләсәйемде фалиж һуҡты. Олатайым шул тиклем ҡайғырҙы, һөҙөмтәлә инсульт кисерҙе. Икәүләшеп ауырып ятты ла ҡуйҙылар. Сәнғәт училищеһына барам тигән еремдән сығып китә алманым, хатта мәктәпкә лә йүнләп йөрөп булманы. 11-сене бөткәнемдә өләсәйем, фатихаларын биреп, үҙ ҡулымда яҡты донъя менән хушлашты. Ғүмер тигән мөғжизәле, серле төшөнсәне аңлауҙа миңә ҙур һабаҡтар биргән кешем менән айырылышыу еңел булманы. Ул бит хатта түшәктә лә ыңғай энергия таратып, шаяртып, көлөп, яҡшы хәбәр һөйләп ятты. Ауырыуы ҡаты булһа ла, һыр бирмәне. Ашай алманы оҙаҡ ҡына ваҡыт, мунсаға йөкмәп алып бара торғайным. Ул шул тиклем ябыҡты, күтәреп кенә йөрөттөм. Әммә, Аллаға шөкөр, алда әйткәнемсә, ул төрлө һынауҙарға ла әҙер булып, һәр көнөнә риза булып китте донъянан. Йырлап, таҡмаҡ әйтеп, һабаҡ биреп ятты. Кешегә бәлә һалмауы мине әле булһа ғәжәпләндерә лә, һоҡландыра ла. Үҙеңде тота белергә, ниндәй генә хәлдә лә бирешмәҫкә өйрәтеп китте бит өләсәйем үҙенең ошо холҡо менән!
– Ә һин үҙең сабырмы?
– Сабырлығым барҙыр, тим, сөнки өләсәй миңә ошо һүҙҙе йыш ҡабатланы. Ирҙән алдан сығып хәбәр һөйләмә, алдан йөрөмә, тиер ине. Олатай килеп ултырмайса башламайбыҙ сәйҙе, ти торғайны. Һәр саҡ кейәүҙәрен маҡтап, ҡыҙҙарын тыңлап, эстәрен бушаттырып ала ла, ҡуй инде, ҡуй, кейәүҙәрем һәйбәт, бар иреңде ҡара, тип ҡайтарыр ине. Ирҙе хөрмәт итеү, малайҙарҙы бәләкәйҙән хөрмәтләп үҫтереү беҙҙең яҡта ныҡ көслө. Олатайың нимә тип әйтер бит әле, тип һүҙ башлар ине. Бына ошоларҙы ишетеп үҫкән кешелә сабырлыҡ, ирҙе ир итә белеү тойғоһо үҙенән-үҙе тәрбиәләнәлер ул.
– Әйтеүе бер, ә бына шәхсән үҙ ғаиләңдә тотоп буламы ошо һабаҡтарҙы?
– Өләсәй тәрбиәһе алып үҫкәндәргә хәҙерге заманда ауырыраҡтыр, бәлки. Сөнки бөгөн күп эш ҡатын-ҡыҙ елкәһенә өйөлә. Сабыр итә беләм, шул уҡ ваҡытта һәр нәмәлә сама булырға тейешлеген дә аңлайым. Бер ғаилә булып йәшәгәндә, бергәләп уйлап, һәр эште уртаҡ фекер менән атҡарыу бик мөһим.
Әбйәлил районының Рысҡужа ауылында кейеҙ баҫҡанда, бер инәйҙең әйткәне иҫкә төштө. Ире менән йәшәп ятыуын ул уйынлы-ысынлы рәүештә бына нисек тасуирланы: “Дуҫ та түгел, дошман да түгел, торам инде шунда бына 40 йыл пилендә кеүек!” Ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығы, үҙенең миссияһын тәрән аңлауы сағыла был лаҡапта. Берәү булһа, ишек шартлатып сығып та киткән булыр ине йәки ҡырталашыр ине, ә был үҙенең иренә буйһоноп йәшәүен ана нисек оҫта ғына итеп әйтә алды.
– Рушан менән дә шулай йәшәп ятам, тимәксеһеңме әллә?
– Юҡ (көлә). Беҙ икебеҙ ҙә тыныс холоҡло. Ғөмүмән, беҙҙең яҡ халҡы шулай бит ул. Әбйәлил ҡатын-ҡыҙҙары бер аҙ уҫалыраҡтыр ҙа, әммә бындай холоҡ булмаһа, батырҙар, сәсәндәр, йырсылар тыумаҫ та ине уларҙан.
Беҙ Рушан менән икебеҙ ҙә – Әбйәлилдән. Ул белеме буйынса тарихсы. Сәнғәт кешеһе булмаһа ла, халҡыбыҙҙың милли йолаларына бәйле һәр күренеш яҡын иремә. Ул көрәшсе, ат сабыштарында еңеүсе. Баян бүләк иткәндәр бер мәл, беренсе булып килгәс. Ҡул көрәштәрендә лә ал биргәне юҡ. Әрменән һуң кикбоксинг менән дә шөғөлләнде. Спорт яғынан бәләкәйҙән әүҙем булды ул. Халыҡ йырҙарын бик ярата. Сәнғәткә ғашиҡ кеше. Беҙҙе бәйләп торған уртаҡ нәмәләр бик күп, балаларыбыҙға ла исемде бергә ҡуштыҡ. Улыбыҙ Бейеш сәнғәт училищеһында уҡый, ҡыҙыбыҙ Гөлйемешкә биш йәш кенә әле.
Белмәйем инде, Лариса, һин минән нимә ишетергә теләйһеңдер, әммә матбуғат тултырып маҡтанып ултырып булмаҫ инде (көлә). Пилендәге кеүек түгел хәлем, һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ, Аллаға шөкөр!
– Улайһа, һорауҙы былайтып бирәйек: Гөлгөнә өсөн мөхәббәт бармы?
– Мөхәббәт бар, әлбиттә. Тыуған илгә, туған телгә, Ватаныңа, халҡыңа, балаларға. Ир менән ҡатын араһында ла һөйөү була. Мөхәббәтһеҙ йәшәп була тиме ни? Ул ҡанатландыра, йәшәүгә көс өҫтәй, илһам бирә. Мөхәббәтһеҙ ғаиләләрҙең нуры ла булмай.
Беҙ студент саҡта өйләнештек. Рушандың ихласлығы әсир итте. Холҡо ла нисауа ғына бит инде. Өләсәйем ир-ат иң беренсе ныҡ итеп яратырға, ҡатыны өсөн үлә яҙып торорға тейеш, тип әйтә торғайны. Бына ошо һүҙҙәр күңелемә ныҡ һеңгән. Шундай ғаиләләр генә һаҡланып ҡала, ныҡ була, тип тә әйткәне хәтерҙә. Ир кешенең мөхәббәт ныҡлығы бик мөһим тигәненә әле булһа хайран ҡалам. Ҡатын-ҡыҙҙың да һөйөүе булырға тейеш, әлбиттә. Унһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк бер бөтөн булып. Шунан кешеләр араһында бер-береһенә яҡын, туған йәнлеләр ҙә була.
– Мөхәббәттән йөрәгең сәскә атҡаны бармы?
– Бар, әлбиттә! Ул тойғолар минән йыр аша сыға. Күңелем йырлай, моңлана башлай.
– Һинең йырлау маһирлығыңды астым. Ошо хаҡта һөйләп китһәңсе?
– Алда әйткәйнем бит инде, йыр бүлегенә уҡырға барырға теләп тә, ауылдан сығып китеп булманы. Әммә Аллаһ Тәғәлә бер нәмәне лә юҡҡа атҡармай. Өләсәйем әйтмешләй, Хоҙай ҡушмаһа, япраҡ та һелкенмәй, тиер ине. Эйе, ул мәлдә мин сәнғәткә уҡырға бара алманым. Хатта Сибайға филология факультетына уҡырға инеп ҡайтҡас та, шундай бойоҡ олатайымды күреп, уның яңғыҙын ташлап сығып китә алмаясағымды аңланым һәм уҡырға барманым да ҡуйҙым.
Районда эшкә ҡалдым, олатай менән яйлап донъя көттөк. Әммә былар барыһы ла бушҡа булмаған. 18 йәштә генә сәнғәткә килдем. Ошо тәрән кисерештәрем күңелемә, тауышыма үҙенең аһәңен һалған. Халыҡ йырҙарын яратам. Ваҡытым килеп сығыу менән экспедицияға сығып китәм. Төрлө төбәктәрҙә сыҡҡан милли моңдарҙы йыйып алып ҡайтам. Дәүләкәндә Асылыкүл буйы башҡорттарының йырҙарын ишетеп таң ҡалғайным. “Аҡ ҡарсыға менән күк ҡарсыға”ны репертуарыма алып, әле лә йырлап йөрөйөм.
Йыр мине ғүмер буйы оҙата килә, яңы ижади башланғыстарға этәрә. Һәр төрлө идея ла тап йырлай-йырлай күңелдә тыуа. Беҙҙең районда, ауылда ғына сыҡҡан халыҡ йырҙары бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре киң таралған, икенселәрен бер нисә кеше генә йырлап йөрөй. Уларҙы һаҡларға кәрәк бит! Бына шул бер-ике кеше китеп барһын – йыр ҙа онотолдо тигән һүҙ. “Азамат”тан, “Үткән ғүмер”ҙән башланым халыҡ йырҙарын башҡарыуҙы. Йәшерәк саҡта тамашаларҙа йырлап йөрөһәм дә, әле Республика халыҡ ижады үҙәгенә эшкә килгәс, сәхнәнән киттем бит инде. Халыҡ йырын башҡарыр өсөн әллә ниндәй академиялар тамамлау кәрәкмәй, тәбиғи оҫталыҡ һәм тәрән кисерешле тауыш ҡына шарт.
– Эйе, ана, Абдулла ағай Солтанов Башҡортостан көтөүлектәрендә “академия” тамамлаған, уға еткереп йырлай алған кеше лә юҡ!
– Халыҡ йырын башҡара алмағанды йырсы тип иҫәпләүе лә ауыр. Бына бөгөн сәхнәгә кемдәр генә сыҡмай? Уларға бер ҡаршылығым юҡ, әммә үҙен профессионал тип һанаған, йырсы булараҡ тамашасы күңеленә үтеп инергә генә түгел, унда ҡалырға теләгән кеше иң тәүҙә халыҡ йырын башҡарырға өйрәнергә тейеш!
– Уға өйрәтеп буламы һуң?
– Була, әгәр тәбиғи моң бар икән, халыҡ йырын башҡарырға өйрәнергә була.
– Ә ҡатын-ҡыҙҙың оҙон көй һуҙыуына ҡарашың нисек? Ҡайһы бер йырсыларҙы тыңлаһам, халыҡ йырынан биҙҙерә бит был ханым, тигән уйға киләм...
– З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡығанда, Айрат ағай Ҡобағошов беҙҙең декан булды. Беҙгә вокал дәрестәре дөйөм рәүештә генә бирелә торғайны, теләге булғандар ғына йөрөй инде. Айрат ағай шунда: “Халыҡ йырын башҡарыр өсөн вокалға уҡыу мотлаҡ түгел, кешеләр араһында йөрөп, уларҙан отоп алып йырлау кәрәк!” – ти торғайны. Ошоноң менән мин халыҡ йырының тамырҙары хаҡында ла әйтәм. Әлбиттә, профессиональ йыр сәнғәте лә булырға тейеш, бар һәм буласаҡ, әммә халыҡ ижадының башланғысы һәм тамырҙары тәрәндә ятҡанын оноторға ярамай.
– “Бәйләнештә” социаль селтәрендә яңы проекттарығыҙ хаҡында мәғлүмәт күреп ҡалдым.
– Гөлйемеш менән декретта ултырғандан һуң төньяҡ башҡорттарын күрһәтеү, һәр төрлө сараларға йәлеп итеү маҡсатында яңы конкурс башлап ебәрҙек бер мәл. “Ауаз” тип аталған башҡорт этник фестивале, милләттәштәребеҙҙең тарихи тамырҙарын барлау менән бергә, милли йолаларыбыҙҙың һаҡланып ҡалыуы хаҡында һөйләргә тейеш ине. Эш килеп сыҡты, минеңсә. Республикала ойошторолған байтаҡ сараларҙан ситтә ҡалған төньяҡ башҡорттары мәҙәни, рухи байрамдарҙа хәҙер әүҙем ҡатнаша башланы. Тәтешле, Яңауыл, Асҡын, Ҡариҙел, Дүртөйлө, Борай, Илеш райондарынан ғына түгел, Татарстан, Пермь башҡорттары ла килеп ҡатнаша ала унда. Төньяҡ башҡорттарында кейем өлгөләре һаҡланып ҡалған. Уларҙа кейеҙ баҫыу йолалары ла үҙенсәлекле. Һәр төбәктең үҙ милли асылы, милли нағышы бар. Бөтә башҡорттар ҙа бер төрлө кейенә, бер үк йырҙар башҡара, тип уйлау дөрөҫ түгел. Һәр яҡ үҙ асылын һаҡлауы зарур. Тап ана шул төбәк үҙенсәлектәрен асыу маҡсатында ойошторола был фестиваль.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең бөтә эшмәкәрлеге лә халыҡ ижадын тергеҙеүгә, киң таратыуға бәйле. Бына әле “Селтәр” конкурсын башлап ебәрҙек “Киске Өфө” гәзите менән берлектә. Милли кейемдәребеҙҙе көн дә кейеп йөрөүҙе пропагандалайбыҙ, үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләргә өйрәнәбеҙ. Уҡ-һаҙаҡтан атырға өйрәнә һәм өйрәтә башланыҡ. Йәнә лә, мәҫәлән, элек ауылдарҙа ат өйрәтеү кеүек нәмә була торғайны. Хәҙер бит бының менән шөғөлләнгән малайҙар, үҫмерҙәр юҡ. Килешкән эш түгел, йолабыҙҙы тергеҙергә кәрәк. Ат бит транспорт, аҙыҡ сығанағы ғына түгел. Миҙхәт Сәйфуллин исемле ағай “джигитовка”ға өйрәтә егет-ҡыҙҙарҙы. Сығышы менән Йылайыр яғынан ул, халыҡ артисы, Дәүләт циркында эшләй. Күмәк халыҡ ҡатнашҡан сараларҙа Миҙхәт ағай ҡуя ошо күренештәрҙе. Ауылдарҙа ир-егеттәр бик ҡыҙыҡһынып китте “джигитовка” менән. Һыбай йөрөү ҙә һирәк бит хәҙер. Тергеҙергә кәрәк беҙгә аттарға бәйле шөғөлдәребеҙҙе!
Халыҡ ижадын пропагандалаған проекттарҙы йышыраҡ ойошторорға кәрәк. Глобализация заманында тап шул милли байрамдар беҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлап алып ҡаласаҡ. Хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙар, программалар бар Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә. “Рәсәй Федерацияһы башҡорттары” тигән программа 2017 йылда тамамлана, ә беҙ уға нигеҙләнеп нимәләр эшләп өлгөрҙөк һуң? Тағы ла кәрәк ана шундай проекттар. Халыҡ ижадының тармаҡтары күп, уларҙың һәр береһен ҡурсалаусы программалар эшләргә тейеш. Таланттарҙы күтәргән Хөкүмәт кимәлендәге стипендиялар ҙа насар булмаҫ ине. Йыл барышында даими рәүештә ижадсыларға, халыҡ таланттарына ярҙам иткән проекттар эшләнһә, мәртәбә генә булыр ине үҙебеҙгә. Тывала, мәҫәлән, өзләүселәренә ҙур еңеү менән йәки юбилейҙарына ҡотлап машина йә ат бүләк итәләр. Беҙҙә лә бар ул бүләкләү, дәртләндереү саралары, әммә күберәк һәм йышыраҡ ойоштороу кәрәк. Республика халыҡ ижады үҙәге лә был йәһәттән эш алып бара. Халыҡ та, берәй сара үткәрергә йыйынһаң, дәррәү күтәреп алырға тора. Тик ана шул бүләкләү мәсьәләһе генә ҡайһы саҡ хәл ителмәй ҡала төҫлө. Йолаларҙы ошо рәүешле һаҡлап алып ҡалыу һис ауыр булмаҫ ине.
“Мәргән уҡсы” конкурсын Ғафури районында ойошторорға тип торабыҙ. Ҡырмыҫҡалы районында милли уйындар менән дә бер фестиваль үткәрмәксебеҙ. Йәштәрҙе, милләттәштәребеҙҙе был сараларҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ.
– Интернетта ҡайһы бер фекерҙәреңде шиғыр юлдары менән әйтеп ҡуяһың...
– Шиғырҙан башҡа тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Өйөбөҙ тулы китап була торғайны үҫкәндә. Әле лә шулай. Сәсәндәр ауылында тыуып үҫеп, бер-ике юл да шиғыр әйтә белмәһәм, гонаһ булыр! Шағирҙарҙың тере һүҙе минең өсөн халыҡ йыры кеүек яҡын. Йөрәктән әйтелгән телмәр йөрәккә барып етмәй буламы ни инде?!.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.