Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сирлеләргә — торлаҡ
Дәүләт Думаһына ”Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” федераль закон проекты буйынса башланғыс ебәрелде. Унда хроник ауырыуҙарҙың ауыр формалары менән яфаланыусы граждандарҙың социаль яҡланғанлығы кимәлен күтәреү маҡсатында ғәмәлдәге ҡануниәткә хоҡуҡи аныҡлыҡ индереү тәҡдим ителә.

— Беҙ Рәсәйҙең Торлаҡ кодексын ”Хроник ауырыуҙарҙың ауыр формалары менән яфаланыусы граждандарға торлаҡ биналарын биреү” статьяһы менән тулыландырыуҙы тәҡдим итәбеҙ, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Өҫтәмәлә федераль ҡануниәттә билдәләнгән социаль торлаҡ алыу хоҡуғын хроник ауырыуҙарҙың ауыр формаһы менән яфаланыусы граждандар тарафынан ғәмәлгә ашырыу механизмы асыҡ һәм эҙмә-эҙлекле тасуирланасаҡ.
Константин Толкачев белдереүенсә, әлеге көндә башҡа закон сығарыу башланғыстары өҫтөндә лә эш алып барыла. Мәҫәлән, шәхси һаҡ агентлыҡтары эшмәкәрлеген көйләүсе федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү тәҡдим ителде.
Республика парламенты етәксеһе феке­ренсә, Дәүләт Йыйылышында муниципаль райондарҙың «ташламалы» категорияларын барлыҡҡа килтереүгә бәйле эш алып барыла. Һүҙ майҙанының 1/3 өлөшө федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары булған муниципаль райондар тураһында бара.
— Бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иҫәп алыу приборҙары күрһәт­кестәрен күрәләтә боҙоп теркәү мәсьәләһе көнүҙәк. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Рәсәй Федерацияһы Кодексына электр, йылытыу селтәрҙәренә, шулай уҡ газ үткәргестәргә үҙаллы тоташыу менән бер рәттән һыуҙы урлап файҙаланған йәки иҫәпләү приборҙары күрһәткестәрен боҙоп күрһәткән өсөн штраф һалыуҙы күҙҙә тотоусы үҙгәрештәр индереүҙе кәрәк тип таптыҡ, – тине парламент спикеры.

Мультиплекс БСТ-һыҙ ҡалдырһа...


Күп кенә төбәк телеканалдары, шул иҫәптән Башҡортостан телевидениеһы ла әле яһалма юлдаш, кабель операторҙары аша күрһәтә. Ләкин киләһе йылдан төбәк телеканалдары юлдаш аша трансляциянан төшөп ҡалыуы ихтимал.

Быға мультиплекс системаһы индерелеүе сәбәпсе. Әле илдә ике пакет булдырылған һәм уға егерме федераль канал инә. Туған телдә тапшырыуҙар күрһәтеүсе төбәк телевидениеларына иһә кабелдә йәки интернетта ғына ҡалыу ҡурҡынысы янай. Үҙ телевидениеларын Рәсәйҙә мотлаҡ күрһәтелә торған каналдар пакетына индереү өсөн төбәктәр берҙәм эш алып бара. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ла Дәүләт Думаһына ошо туралағы тәҡдим индерҙе.
Мотлаҡтар иҫәбенә индерелгән төбәк телеканалдарын халыҡ бушлай ҡарай ала. Мәсьәләне федераль кимәлдәге депутаттар апрель уҡыуҙарында ҡараясаҡ.

Форумға килегеҙ!

23-25 мартта Өфөлә өлкән класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн “Киләсәк мәғарифы” форумы уҙғарыла. Сараның төп маҡсаты — республикалағы белем биреү системаһының конкурентлыҡ һәләтен арттырыу.
— Бөгөн Башҡортостанда дәүләт ҡарамағындағы туғыҙ юғары уҡыу йорто һәм 104 урта махсус белем усағы эшләй. Былтыр төбәк вуздары Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы мониторингын уңышлы үтте, уның йомғаҡтары буйынса бөтә мәғариф учреждениелары һәм уларҙың филиалдары һөҙөмтәле тип табылды. Башҡортостанда белем биреү системаһы юғары кимәлдә ҡала. Беҙ мәктәп тамамлаусыларҙың үҙебеҙҙең республикалағы уҡыу йорттарын һайлауҙарын теләйбеҙ, — тип билдәләне республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.
Форумда сығарылыш уҡыусыларына, ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға 2016 йылда уҡырға ингәндә ниндәй яңылыҡтар булыуы, олимпиада һөҙөмтәләре һәм ГТО нормативтарын тапшырыу тураһында сертификат­тарҙың йомғаҡлау балдарына нисек йоғонто яһауы хаҡында һөйләйәсәктәр. Программала юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары етәкселәренең сығышы ҡаралған.
Шулай уҡ уҡытыусының һөнәри стандартын индереү, һөнәри белем биреү ойошма­ларының WorldSkills халыҡ-ара конкурсында ҡатнашыуы мәсьәләләре, һәләтле балаларҙы асыҡлау, һөнәри йүнәлештәге эште ойош­тороуҙа инновациялы алымдар ҡулланыу, республиканың электрон белем биреү системаһын үҫтереү буйынса тематик майҙансыҡтар эшләйәсәк.
Форумға VIII – XI класс уҡыусылары, уларҙың ата-әсәләре, педагогик йәмәғәтселек, мәғариф системаһы етәкселәре һәм белгестәре, ғилми ойошма вәкилдәре саҡырыла.


273 миллион һумлыҡ ярҙам

Башҡортостанға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн 273 миллион һумдан ашыу федераль субсидия бүленгән. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ошо хаҡтағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Аҡса ”Иҡтисади үҫеш һәм инновациялы иҡтисад” дәүләт программаһына ярашлы бирелә. 9,61 миллиард һум күләмендәге субсидиялар Федерация субъекттары бюджеттары араһында бүленгән. Уларҙы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла аласаҡ.
Субсидия бүлеү Федерация субъект­тарының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән дәүләт программаларын һәм муниципаль программаларҙы капитал­лаштырыуҙы арттырырға булышлыҡ итергә тейеш. Был финанс ярҙамы күрһәтеләсәк бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары даирәһен киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә