Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Тырыштар эште үҙе таба”
“Тырыштар эште үҙе таба” Шәхси хужалыҡты юҡҡа ғына “ярҙамсы” тимәйҙәр. Ысынлап та, аҙбар тулы малың, ҡош-ҡортоң бар икән, ғаиләңде үҙең үҫтергән ризыҡ менән тәьмин итеп торорлоҡ. Эш хаҡына ла иш янына ҡуш булып инһә, һис ҡамасауламай. Быға Сираевтар күптән инанған. Шуға ла йыл һайын йорт ихатаһын тултырып өйрәк, ҡаҙ аҫрайҙар, тауыҡтары ла бихисап.

“Тырыштар эште үҙе таба” – Ауыл ерендә лә хәҙер мал тотмай башланылар. Беҙ буш һарайҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, – ти Ольга Алексеевна.
Сираевтар икеһе лә һөнәре буйынса ветеринар. Ҡасандыр Мәсетле егете менән Мишкә ҡыҙы Дыуан совхоз-техникумында танышып, кем әйтмешләй, сәстәрен-сәскә бәйләй. Йәштәрҙе яҙмыш Бәләбәй районына алып китә. Ике тиҫтә йыл ғүмерҙәрен малсылыҡҡа арнайҙар. Данилдың тыуған яғына ҡайтҡас инде, үҙ хужалыҡтарын ныҡлы алып барырға ҡарар итәләр.
– Үҙебеҙгә етә. Беҙгә нимә, иң мөһиме – балалар иҫән-һау, үҙебеҙ донъя көтөрлөк, – ти хужа. – Тырышҡан кеше эште үҙе таба бит ул. Зарланып ятһаң, зар етерлек инде…
Бөгөн Сираевтарҙың өс балаһы ла үҫеп, үҙ тормоштарын ҡорған. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре ҡыуандыра.
– Ҡайтһалар, өй гөр килеп тора, – тип йылмая Ольга. – Олатай, өләсәй булыу – икеләтә шатлыҡ бит ул. Сабыйҙарға ҡарайһың да һөйөнөп бөтә алмайһың…
Ғаиләнең тағы бер үҙенсәлеге – балалары өс телдә еңел аралаша. Атаһының туған телендә, йәғни башҡортса ла, әсәһенеке – ма­риса ла. Руссаны ла һыу кеүек эсәләр. Йыр-бейеүгә лә оҫталар. Сираевтарға ҡа­райһың да, йәштәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләр етерлек бит ул беҙҙә, тип шатланаһың. Үҙең дә күңел тыныслығы алаһың.


Автор: Т. МУСИН. Район: Мәсетле районы, Октябрьск ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә