Шәхси хужалыҡты юҡҡа ғына “ярҙамсы” тимәйҙәр. Ысынлап та, аҙбар тулы малың, ҡош-ҡортоң бар икән, ғаиләңде үҙең үҫтергән ризыҡ менән тәьмин итеп торорлоҡ. Эш хаҡына ла иш янына ҡуш булып инһә, һис ҡамасауламай. Быға Сираевтар күптән инанған. Шуға ла йыл һайын йорт ихатаһын тултырып өйрәк, ҡаҙ аҫрайҙар, тауыҡтары ла бихисап.
– Ауыл ерендә лә хәҙер мал тотмай башланылар. Беҙ буш һарайҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, – ти Ольга Алексеевна.
Сираевтар икеһе лә һөнәре буйынса ветеринар. Ҡасандыр Мәсетле егете менән Мишкә ҡыҙы Дыуан совхоз-техникумында танышып, кем әйтмешләй, сәстәрен-сәскә бәйләй. Йәштәрҙе яҙмыш Бәләбәй районына алып китә. Ике тиҫтә йыл ғүмерҙәрен малсылыҡҡа арнайҙар. Данилдың тыуған яғына ҡайтҡас инде, үҙ хужалыҡтарын ныҡлы алып барырға ҡарар итәләр.
– Үҙебеҙгә етә. Беҙгә нимә, иң мөһиме – балалар иҫән-һау, үҙебеҙ донъя көтөрлөк, – ти хужа. – Тырышҡан кеше эште үҙе таба бит ул. Зарланып ятһаң, зар етерлек инде…
Бөгөн Сираевтарҙың өс балаһы ла үҫеп, үҙ тормоштарын ҡорған. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре ҡыуандыра.
– Ҡайтһалар, өй гөр килеп тора, – тип йылмая Ольга. – Олатай, өләсәй булыу – икеләтә шатлыҡ бит ул. Сабыйҙарға ҡарайһың да һөйөнөп бөтә алмайһың…
Ғаиләнең тағы бер үҙенсәлеге – балалары өс телдә еңел аралаша. Атаһының туған телендә, йәғни башҡортса ла, әсәһенеке – мариса ла. Руссаны ла һыу кеүек эсәләр. Йыр-бейеүгә лә оҫталар. Сираевтарға ҡарайһың да, йәштәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләр етерлек бит ул беҙҙә, тип шатланаһың. Үҙең дә күңел тыныслығы алаһың.