Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙең ашамаһаң да...
– Бер туған һеңлем менән кейәүем сусҡа малы үрсетергә ниәтләй. Мосолманға ярамай бит, тип ҡаршы төшкәйнем дә, тыңламайҙар. “Уның итен ашарға йыйынмайбыҙ, һатасаҡбыҙ ғына”, – тиҙәр. Дөрөҫмө был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Л. ИСКӘНДӘРОВА.
Мәләүез районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим”гә әҙәм балала­рының күңел торошона, бәхетенә, сәләмәтлегенә бәйле бөтөн ғилем индерелгән. Әгәр кеше ошо ҡанундар­ҙан ситкә китһә, тормошонан бәрәкәт тә урап үтә башлар.
Мәғлүм ки, һаулыҡ күп осраҡта ашаған ризыҡҡа бәйле. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә әҙәм балаһының ҡарынын “ауырыу ояһы” тип атаған. Сирҙән һаҡланыу өсөн Аллаһ Тәғәлә ризыҡты икегә бүлгән – хәләл һәм хәрәм.
Тыйылғандар араһында дуңғыҙ ите лә бар. “Хәрәм” тигән мөһөр баҫыл­ғанлыҡтан, халҡыбыҙ был малды элек-электән тотмаған. Раббыбыҙҙың ҡуш­ҡанын мосолман бер һүҙһеҙ башҡа­рырға тейеш бит. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер дуңғыҙ аҫраған диндәштәребеҙ осрап ҡуя.
Миңә бирелгән әлеге һорауҙа яңғырағанса, “итен үҙен ашамайым бит” тип һылтау таба күптәр. Ә бит Исламда шундай ҡанун бар: мосолман үҙенә лә, башҡаларға ла зарар килтерергә тейеш түгел. Хатта ки динһеҙлек хөкөм һөргән совет осоронда ла мәғариф учреждениеларында балаларға дуңғыҙ ите бирмәй торғай­нылар. Медицинала был малдың бихисап сирҙәре асыҡланыуын дауам итә. Сусҡаның тиҙәге ашламаға ла бармай бит. Өҫтәүенә ауыр еҫле был малды көткән кеше күршеләренең тормошона ла зарар килтермәй ҡалмай­ҙыр. “Хәрәмдә – ғазап” тигән хәҡиҡәтте онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә тәрбиәләү, итен ашау өсөн хәләл хайуандар, ҡош-ҡорт биргән: һарыҡ, кәзә, һыйыр, йылҡы... Кем дә кем мал үрсетергә ниәтләгән икән, әйҙә, уларҙы аҫраһын. Шулай икән, ата-бабабыҙҙың юлы дауам ителер, тормошобоҙға бәрәкәт килер, иншаллаһ.
Раббыбыҙ һәммәбеҙгә лә хәләл ризыҡ менән туҡланырға, хәләл кәсеп буйынса табыш алырға насип ҡылһын. Хаҡ юл аша килгән аҡсаның бәрәкәтен күреп йәшәйек, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә