Үҙең ашамаһаң да...11.03.2016
– Бер туған һеңлем менән кейәүем сусҡа малы үрсетергә ниәтләй. Мосолманға ярамай бит, тип ҡаршы төшкәйнем дә, тыңламайҙар. “Уның итен ашарға йыйынмайбыҙ, һатасаҡбыҙ ғына”, – тиҙәр. Дөрөҫмө был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Л. ИСКӘНДӘРОВА.
Мәләүез районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим”гә әҙәм балаларының күңел торошона, бәхетенә, сәләмәтлегенә бәйле бөтөн ғилем индерелгән. Әгәр кеше ошо ҡанундарҙан ситкә китһә, тормошонан бәрәкәт тә урап үтә башлар.
Мәғлүм ки, һаулыҡ күп осраҡта ашаған ризыҡҡа бәйле. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең бер хәҙисендә әҙәм балаһының ҡарынын “ауырыу ояһы” тип атаған. Сирҙән һаҡланыу өсөн Аллаһ Тәғәлә ризыҡты икегә бүлгән – хәләл һәм хәрәм.
Тыйылғандар араһында дуңғыҙ ите лә бар. “Хәрәм” тигән мөһөр баҫылғанлыҡтан, халҡыбыҙ был малды элек-электән тотмаған. Раббыбыҙҙың ҡушҡанын мосолман бер һүҙһеҙ башҡарырға тейеш бит. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер дуңғыҙ аҫраған диндәштәребеҙ осрап ҡуя.
Миңә бирелгән әлеге һорауҙа яңғырағанса, “итен үҙен ашамайым бит” тип һылтау таба күптәр. Ә бит Исламда шундай ҡанун бар: мосолман үҙенә лә, башҡаларға ла зарар килтерергә тейеш түгел. Хатта ки динһеҙлек хөкөм һөргән совет осоронда ла мәғариф учреждениеларында балаларға дуңғыҙ ите бирмәй торғайнылар. Медицинала был малдың бихисап сирҙәре асыҡланыуын дауам итә. Сусҡаның тиҙәге ашламаға ла бармай бит. Өҫтәүенә ауыр еҫле был малды көткән кеше күршеләренең тормошона ла зарар килтермәй ҡалмайҙыр. “Хәрәмдә – ғазап” тигән хәҡиҡәтте онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә тәрбиәләү, итен ашау өсөн хәләл хайуандар, ҡош-ҡорт биргән: һарыҡ, кәзә, һыйыр, йылҡы... Кем дә кем мал үрсетергә ниәтләгән икән, әйҙә, уларҙы аҫраһын. Шулай икән, ата-бабабыҙҙың юлы дауам ителер, тормошобоҙға бәрәкәт килер, иншаллаһ.
Раббыбыҙ һәммәбеҙгә лә хәләл ризыҡ менән туҡланырға, хәләл кәсеп буйынса табыш алырға насип ҡылһын. Хаҡ юл аша килгән аҡсаның бәрәкәтен күреп йәшәйек, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.