Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йөрәгебеҙ түҙмәне...”
“Йөрәгебеҙ түҙмәне...” Мәғлүм булыуынса, Ислам дине киң таралған илдәрҙә балалар йорттары юҡ. Етем ҡалған балаларҙы, шәриғәт ҡушҡанса, туғандары тәрбиәгә ала. Бындай мөмкинлек булмаған осраҡта, йәш быуын вәкилен хәстәрләү шул ерҙәге барлыҡ мосолмандарҙың иңенә төшә.

Арыҫлан ауылында йә­шә­­гән изге күңелле замандаш­тарыбыҙ Мәҙинә менән Ирек Һаҙыевтар ҙа ике етем баланы тәрбиәгә алған.
– Ҡустым Илгиз Түбәнге Ҡыйғыла йәшәй ине, – тип һүҙ башланы ғаилә баш­лығы, көрһөнөп. – Ҡатыны Резеда менән шул ҡәҙәр татыу булдылар, ике балаға ғүмер бирҙеләр. Ҡыҙға­нысҡа ҡа­ршы, киленебеҙ уйламағанда баҡыйлыҡҡа күсте. Бер аҙҙан ҡустым да яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Сабыйҙар балалар йортона тапшырылды. Йөрәгебеҙ түҙмәне быға – улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙҙы үҙебеҙгә алдыҡ...
Киң күңелле Ирек Ҡәүи улының үҙен дә яҙмыш иркәләмәгән. Ике тиҫтә йылдан ашыу элек эш урынында имгәнеп, һул ҡулын төптән үк ҡырҡтырырға мәжбүр булған. Шуға ҡара­маҫтан, зарланып йәшәмәй ир-уҙаман. Ғаиләһе менән күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
Ә тәрбиәгә алынған балалар – Илгизәр менән Илзирә – ҙур ярҙамсылары. 17 йәшлек егет хәҙер инде Үрге Ҡыйғылағы 115-се һөнәр­селек училищеһында трак­тор­сыға уҡый. Милли көрәш менән дә шөғөлләнә. Был спорт төрө буйынса район, республика ярыштарында ҡатнашып, байтаҡ еңеү яулаған.
– Инәй менән бабай – изге күңелле, һәйбәт кешеләр, – ти ул. – Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, әсәй менән атайҙы ныҡ юҡһынам, төшөмдә күрәм...
Ағаһының янында ултыр­ған Илзирәнең күҙҙәренән дә һағыш бөркөлдө. Табибә булырға хыяллана икән ул. Һайлаған һөнәренең ауыр­лы­ғын белгәнлектән, тырышып белем ала. Өҫтәүенә әҙәби китаптар уҡырға әүәҫ, аш-һыу әҙерләргә ярата.
Һаҙыевтарҙың үҙҙәренең өс балаһы, тыуған йортонда ҡанат нығытып, ситкә тарал­ған. Дүрт ейән-ейәнсәрҙәре буй еткерә. Яҡындарының ҡайтҡанын ашҡынып көтөп ала атай менән әсәй. Ун бер кешенән торған ҙур, матур ғаилә ағзалары бергә йыйылған мәлдә йортта нур тағы ла артып киткәндәй.





Автор: Айҙар ҒӘЗИЗОВ. Район: Ҡыйғы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә