Мәғлүм булыуынса, Ислам дине киң таралған илдәрҙә балалар йорттары юҡ. Етем ҡалған балаларҙы, шәриғәт ҡушҡанса, туғандары тәрбиәгә ала. Бындай мөмкинлек булмаған осраҡта, йәш быуын вәкилен хәстәрләү шул ерҙәге барлыҡ мосолмандарҙың иңенә төшә.
Арыҫлан ауылында йәшәгән изге күңелле замандаштарыбыҙ Мәҙинә менән Ирек Һаҙыевтар ҙа ике етем баланы тәрбиәгә алған.
– Ҡустым Илгиз Түбәнге Ҡыйғыла йәшәй ине, – тип һүҙ башланы ғаилә башлығы, көрһөнөп. – Ҡатыны Резеда менән шул ҡәҙәр татыу булдылар, ике балаға ғүмер бирҙеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киленебеҙ уйламағанда баҡыйлыҡҡа күсте. Бер аҙҙан ҡустым да яҡты донъя менән хушлашып ҡуйҙы. Сабыйҙар балалар йортона тапшырылды. Йөрәгебеҙ түҙмәне быға – улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙҙы үҙебеҙгә алдыҡ...
Киң күңелле Ирек Ҡәүи улының үҙен дә яҙмыш иркәләмәгән. Ике тиҫтә йылдан ашыу элек эш урынында имгәнеп, һул ҡулын төптән үк ҡырҡтырырға мәжбүр булған. Шуға ҡарамаҫтан, зарланып йәшәмәй ир-уҙаман. Ғаиләһе менән күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар.
Ә тәрбиәгә алынған балалар – Илгизәр менән Илзирә – ҙур ярҙамсылары. 17 йәшлек егет хәҙер инде Үрге Ҡыйғылағы 115-се һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡый. Милли көрәш менән дә шөғөлләнә. Был спорт төрө буйынса район, республика ярыштарында ҡатнашып, байтаҡ еңеү яулаған.
– Инәй менән бабай – изге күңелле, һәйбәт кешеләр, – ти ул. – Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, әсәй менән атайҙы ныҡ юҡһынам, төшөмдә күрәм...
Ағаһының янында ултырған Илзирәнең күҙҙәренән дә һағыш бөркөлдө. Табибә булырға хыяллана икән ул. Һайлаған һөнәренең ауырлығын белгәнлектән, тырышып белем ала. Өҫтәүенә әҙәби китаптар уҡырға әүәҫ, аш-һыу әҙерләргә ярата.
Һаҙыевтарҙың үҙҙәренең өс балаһы, тыуған йортонда ҡанат нығытып, ситкә таралған. Дүрт ейән-ейәнсәрҙәре буй еткерә. Яҡындарының ҡайтҡанын ашҡынып көтөп ала атай менән әсәй. Ун бер кешенән торған ҙур, матур ғаилә ағзалары бергә йыйылған мәлдә йортта нур тағы ла артып киткәндәй.