Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала ғүмерҙәре – ҡулында
Бала ғүмерҙәре – ҡулында Һалҡын көндәр торған мәл. Өшөй-өшөй мәктәпкә йүгерәм. Өй менән белем усағы араһын йыраҡ тип әйтеп булмай, әммә һыуыҡ ағай барыбер кәрәкте бирә генә. “Ҡасан барып етәм инде?” – тип уйлап килгәндә арттан машина ҡыуып етте. “Әйҙә, ултыр, ҡустым”, – тип ҡысҡырҙы шул саҡ мәктәп автобусы шоферы Дәриғәт ағай. Әллә йылы салонға ингәндән, әллә шоферҙың иғтибарлылығынан өшөүем тамам юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.

Был ваҡиғаға ла инде егерме йыл булып киләлер. Ләкин ҙур мәғәнәгә эйә шул бәләкәй генә күренеш һаман иҫтән сыҡмай. Әйткәндәй, Дәриғәт Мөхәмәтшин Әрмет урта мәктәбе уҡыусыларын әле лә йөрөтә, һаман да юлында осрағандарҙы ла күрмәмешкә һалышып үтеп китмәй.
Ысынлап та, мәктәп автобусы шоферҙары иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Салон тулы балаларҙы тәғә­йен урынға хәүефһеҙ алып барып еткерергә кәрәк, юлда осраған­дарын да иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Был йәһәттән, әлбиттә, шоферҙың үҙенән күп нәмә тора: кешенең күңеле ниндәй, ҡылығы ла шундай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, юлда осрағандарҙы ҡайғыртыу түгел, салонда барған балаларҙы ла уйлап бирмәгәндәр бар. Эскән килеш ошондай рейсҡа сыҡҡан шоферҙар­ҙы аҙ беләбеҙме ни?! Ярамаған урында төшөрөп ҡалды­рыусылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шундай булдыҡһыҙҙарҙы ауылдашымдан өлгө алырға саҡырыр инем.
Эйе, яуаплы һәм иғтибарлы Дәриғәт ағай. Шуға үҙен дә балалар ярата, мәктәпте күптән тамамла­ғандар ҙа онотмай.
– Таныһалар, һәр саҡ “сәләм” ҡысҡыртып, юл биреп китәләр, – ти ул, йылмайып. – Ошо хөрмәт түгелме ни!
– Һин – иңенә оло яуаплылыҡ ятҡан шофер, – тип танауын күтә­рәм ауылдашымдың. Тик утыҙ йылға яҡын автобус йөрөткән Дәриғәт ағай был фекерем менән килешеп етмәй.
– Юлда, кем булыуыңа ҡарамаҫ­тан, йәйәүлеме, рулдәме, ҡим­мәтле сит ил машинаһында йөрөй­һөңмө, әллә иҫкергән “Жигули”ҙа елдерә­һең­ме, шул уҡ ваҡытта кеше алып бараһыңмы, бүрәнә ташый­һыңмы – хәүефһеҙлек, иғтибар­лылыҡ барыбыҙҙа ла берҙәй. Еңел машинала китеп барғанда, ҡар­шыңа балалар тулы автобус осрауы бар – салонда нисәмә ғүмер. Шуға профессиональ шоферҙар ҙа, авто­һәүәҫ­кәрҙәр ҙә үҙен генә ҡайғырт­май, дөйөм хәүефһеҙлек хаҡында ла уйланһын ине, – ти ул был йәһәттән. Хаҡ бит Дәриғәт ағай...







Автор: М. РӘМИЛЕВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә