Һалҡын көндәр торған мәл. Өшөй-өшөй мәктәпкә йүгерәм. Өй менән белем усағы араһын йыраҡ тип әйтеп булмай, әммә һыуыҡ ағай барыбер кәрәкте бирә генә. “Ҡасан барып етәм инде?” – тип уйлап килгәндә арттан машина ҡыуып етте. “Әйҙә, ултыр, ҡустым”, – тип ҡысҡырҙы шул саҡ мәктәп автобусы шоферы Дәриғәт ағай. Әллә йылы салонға ингәндән, әллә шоферҙың иғтибарлылығынан өшөүем тамам юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.Был ваҡиғаға ла инде егерме йыл булып киләлер. Ләкин ҙур мәғәнәгә эйә шул бәләкәй генә күренеш һаман иҫтән сыҡмай. Әйткәндәй, Дәриғәт Мөхәмәтшин Әрмет урта мәктәбе уҡыусыларын әле лә йөрөтә, һаман да юлында осрағандарҙы ла күрмәмешкә һалышып үтеп китмәй.
Ысынлап та, мәктәп автобусы шоферҙары иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Салон тулы балаларҙы тәғәйен урынға хәүефһеҙ алып барып еткерергә кәрәк, юлда осрағандарын да иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Был йәһәттән, әлбиттә, шоферҙың үҙенән күп нәмә тора: кешенең күңеле ниндәй, ҡылығы ла шундай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, юлда осрағандарҙы ҡайғыртыу түгел, салонда барған балаларҙы ла уйлап бирмәгәндәр бар. Эскән килеш ошондай рейсҡа сыҡҡан шоферҙарҙы аҙ беләбеҙме ни?! Ярамаған урында төшөрөп ҡалдырыусылар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шундай булдыҡһыҙҙарҙы ауылдашымдан өлгө алырға саҡырыр инем.
Эйе, яуаплы һәм иғтибарлы Дәриғәт ағай. Шуға үҙен дә балалар ярата, мәктәпте күптән тамамлағандар ҙа онотмай.
– Таныһалар, һәр саҡ “сәләм” ҡысҡыртып, юл биреп китәләр, – ти ул, йылмайып. – Ошо хөрмәт түгелме ни!
– Һин – иңенә оло яуаплылыҡ ятҡан шофер, – тип танауын күтәрәм ауылдашымдың. Тик утыҙ йылға яҡын автобус йөрөткән Дәриғәт ағай был фекерем менән килешеп етмәй.
– Юлда, кем булыуыңа ҡарамаҫтан, йәйәүлеме, рулдәме, ҡиммәтле сит ил машинаһында йөрөйһөңмө, әллә иҫкергән “Жигули”ҙа елдерәһеңме, шул уҡ ваҡытта кеше алып бараһыңмы, бүрәнә ташыйһыңмы – хәүефһеҙлек, иғтибарлылыҡ барыбыҙҙа ла берҙәй. Еңел машинала китеп барғанда, ҡаршыңа балалар тулы автобус осрауы бар – салонда нисәмә ғүмер. Шуға профессиональ шоферҙар ҙа, автоһәүәҫкәрҙәр ҙә үҙен генә ҡайғыртмай, дөйөм хәүефһеҙлек хаҡында ла уйланһын ине, – ти ул был йәһәттән. Хаҡ бит Дәриғәт ағай...