Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » БДИ: себештәрҙе яҙ ҙа һанайҙар
БДИ: себештәрҙе яҙ ҙа һанайҙар ...Уҙған быуаттың 90-сы йылдары. Төпкөлдә ятҡан ауыл балаһы баш ҡалаға килеп, имтихан тапшырырға теләгән юғары уҡыу йортон эҙләп йөрөй. Аҡса еткерә алмағанлыҡтан, ата-әсәһе уның яңғыҙын ебәргән. Документтарын ҡабул итһәләр, һынау тапшырыу өсөн йәнә бер үҙенә килергә тура киләсәк. Ятаҡта урын булмаһа, ни эшләр? Һанаулы ғына аҡса менән фатирға түләп тороу хаҡында хыялланырға ғына ҡала...

Заманында ошондай хәлде ауыл йәш­тәренең күбеһенә кисерергә тура кил­гәндер. Аттестатта – “дүртле” лә “бишле”, ә ҡалаға юлланыу өсөн аҡса юҡ. Килеп, һынауҙарҙы яҡшы тапшырған хәлдә лә, йыш ҡына һемәйеп ҡалаһың. Ни өсөн ти­гәндә, тап шул уҙған быуат аҙағында ришүәтселек сәскә ата башлағаны мәғ­лүм. Юлға аҡсаны саҡ тапҡан ауыл ба­ла­һының бындай түләүгә нисек көсө етһен?
“Техник уҡыу йортона инеү ҙур хыялым ине, – тип хәтирәләргә бирелгәйне бер ауылдағы тракторсы. – Һыҙма дәресен яраттым. Техниканың төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн атайымдың иҫке мотоциклын тиреп, кире йыйыр инем. Яңы ҡорамалдарҙың эскиздарын төҙөп ҡараным. Ҡалын-ҡалын китаптар уҡыным. Ләкин, атай-әсәйем аҡса еткерә алмағанлыҡтан, ҡала хыял ғына булып ҡалды”.
Ошоноң кеүек мәсьәләләрҙе нисектер яйға һалырға кәрәк ине. Берҙәм дәүләт имтиханы тап шул бурысты үҙ иңенә алды ла. Уның асылы – барлыҡ уҡыусы­лар өсөн уртаҡ һынау ойоштороп, һөҙөмтә буйынса үҙе теләгән юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген тыуҙырыу. Элек ике урында башҡарылған сығары­лыш һәм ҡабул итеү имтихандары бер мәлдә тормошҡа ашырыла башланы. Эшеңде бер нисә уҡыу йортона ебәрәһең дә яуап көтәһең. Тимәк, хәҙер бының өсөн ҡалаға барыу ҙа кәрәкмәй.
БДИ-ның тәүге һөҙөмтәһе шул булды – ауыл йәштәре араһынан байтаҡ кеше Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы абруйлы юғары уҡыу йорттарын яулай башланы. Элек хыялланыу ҙа мөмкин булмаған хәл бит был! Тимәк, ауыл­дарыбыҙҙа ҡаланыҡынан кәм белем бирелмәй. Быға ҡәҙәр бит мәғариф учреждениеларындағы эш сифаты иғтибарҙан ситтә ҡала килде. Шул ауылда мәктәп бармы? Бар. Унда уҡытыусылар етәме? Етә. Ә был учреждениенан күпме баланың конкурс-олимпиадаларҙа ҡат­нашыуы, өлгәш кимәле, уҡыусы­ларҙың артабан белем алыу-алмауы һәм башҡа күрһәткестәр “шаршау артында” ҡала килде. Тимәк, ҡайһы бер педагогтарҙың хеҙмәтенә ҡарата яуаплылығы ла шул кимәлдә булманымы?
Үҙ яйына тыныс ҡына эшләп килгән мәктәптәрҙе шулай “ҡуҙғытыу”, әлбиттә, күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Дөрөҫ алыммы ул БДИ? Балаларҙың һаулығына зарар килмәҫме? Ошо һәм башҡа һорауҙар, һынауҙың кире эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын раҫлауҙар дәүләт имтиханының яңы алымы тирәләй шау-шыу тыуҙырҙы. Уҡытыусылар, ата-әсә нигеҙ һалды уға. Ә бит имтихан шарттары күктән төшмәй, ә үтелгән предметҡа ярашлы төҙөлә. Өҫтәүенә сығарылыш уҡыусылары быға ҡәҙәр ҙә һынау тапшырған. Әлеге кеүек бер генә лә түгел, ә ике тапҡыр. Тимәк, һәр кем өсөн уртаҡ һынау ҡабул ителгән икән, педагогка башҡа коллегалары менән бер рәттә барыу талап ителә тигән һүҙ. Ул белемен даими камиллаштырырға, яңылыҡтарҙы күҙҙән ысҡындырмаҫҡа, уҡыусылары менән өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш. “Әгәр ошо хәҡиҡәт һәр кем тарафынан дөрөҫ һәм тыныс ҡабул ителһә, һис шикһеҙ, БДИ-нан ҡурҡыуға юл ҡуйылмаҫ ине, – тигәйне бер мәктәп директоры. – Үҙ көсөнә ышанмаған педагогтар, уҡытыусының белеменә шик­ләнгән ата-әсә нигеҙ һалды дәүләт имтиханына бәйле уйҙырмаларға. Һөҙөм­тәлә һынау мәлендә күңелгә ятмаған ҡағиҙәләрҙе – балаларҙы тикшереп индереү, видеокүҙәтеү – үтәргә тура килә. “Әсе һурпа”ны иһә уҡыусыларға “һемерергә” тура килә”.
Өлкәндәрҙең бурысы – яңы һынау алымының маҡсатын аңлы ҡабул итеп, уны йәштәргә дөрөҫ еткереү. Уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡырға түгел, ә һынауҙы ҙур тормошҡа баҫҡыс тип ҡабул итергә тейеш. Әгәр дәүләт аттестацияһы ауылдарҙа йәшәгән бала­ларға ла белем алыуын ҙур ҡалаларҙа дауам итеү мөмкинлеген бирә икән, был алымға ҡаршы килмәйенсә, киреһенсә, уға “йәбешеп ятырға” бурыслыбыҙ түгелме? Милләтебеҙҙе үҫтереүҙең, киң даирәгә сығарыуҙың отошло юлы бит. Мөмкинлектән файҙаланмаһаҡ, аҙаҡ терһәкте тешләрҙәй хәлгә етмәҫбеҙме?
Әлбиттә, БДИ-ла барыһы ла теүәл тип әйтеп булмай. Ләкин имтихан бер урында тапанмаҫ, камиллашыр, заманға, шарттарға, халыҡтың тәҡдимдәренә бәйле ниндәйҙер яңылыҡтар кисерер. Тик уны үҙ мәнфәғәтенә ярашлы үҙгәртергә тырышмаһындар ине...
* * *

БДИ-ның рәсми мәғлүмәт порталында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл илдә дәүләт имтиханын 644 мең кеше тапшыра. Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һынауҙы алдан биреү ваҡыты – 21 марттан 23 апрелгә ҡәҙәр. Төп осор 27 майҙа башланып, 30 июнгәсә дауам итәсәк.
Яңылыҡтарға килгәндә, сит телдәрҙән (һөйләү) имтиханға ике көн бүленгән. Быға ҡәҙәр башҡа предметтар менән бергә тапшырыла килгән йәмғиәтте өйрәнеү фәне өсөн дә айырым ваҡыт билдәләнгән.
Мәғлүм булыуынса, мотлаҡ һаналған математиканан имтихан былтыр базалы һәм профилле өлөштәргә бүленде. Аттестатлы булыу өсөн тәүгеһе буйынса “өслө” булһа ла алырға кәрәк. Әгәр инде киләсәктә математика фәне ингән йүнәлеште һайларға ниәтләгәнһең икән, профилле имтиханды тапшырыу мотлаҡ. Кәрәкле минималь балл – 27.
Мәғариф һәм фән тармағын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, быйыл физика, биология, химия фәндәрен былтырғыға ҡарағанда күпкә күберәк һайланған. Шулай уҡ тарихтан, әҙәбиәттән һынау тоторға теләгәндәр шаҡтай артҡан.
Уҡыусыларҙың йылдан-йыл үҙал­лылыҡҡа ынтылыуын, имтихан тапшырыу өсөн зауығына ярашлы предметты һайларға тырышыуын билдәләй педагогтар. Тимәк, яңы система үҙ маҡсатына өлгәшә башланы, тип аңларға кәрәк.



Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә