Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йән тыныслығына ни етә?!
Йән тыныслығына  ни етә?! Cәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр. Сирҙе дауалауға ҡарағанда уны булдырмау яҡшыраҡ икәнлеген дә бөгөн генә асмайбыҙ. Районыбыҙҙың үҙәк дауаханаһындағы дауалау-физкультура кабинетына (ЛФК) халыҡ ихлас йөрөй, сөнки унда һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, тәжрибәле медицина хеҙмәткәре Әлфиә Хәкимова ҡаршы ала.

Ниндәй генә мәсьәлә менән барһаң да, унан терелеп, йылмайып килеп сығаһың. Әлфиә Мөғәллим ҡыҙы һәр кешегә йылы һүҙе менән дә ярҙам итеп, дауалап, ныҡлы йүнәлеүгә өмөт биреп оҙата. Айырым сирлеләргә махсус физкультура күнегеүҙәрен тәғәйенләй, сирҙе аҙҙырмай, унан ҡотолоу юлын таба.
Әлфиә Хәкимова Украинала Макеевка ҡалаһында тыуған. Мәктәпкә барыр йылында атаһының тыуған ауылы Тыпыйға ҡайтып төпләнәләр. VIII класты тамамлағас, ҡыҙ Туймазы медицина училищеһына уҡырға инә. Артабан район дауаханаһының балалар бүлегендә, шулай уҡ мәктәптә фельдшер булып эшләй. Ситтән тороп физкультура буйынса юғары уҡыу йортон да тамамлай тырыш ҡыҙ.
Тормош иптәше Флорид менән ике балаға ғүмер биргән улар. Ҡыҙҙары Дилара Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, алыҫ Украинала ғүмер кисерә. Улдары Роберт Өфө технология һәм дизайн колледжында белем ала.
Дауалау-физкультура кабинетында иһә 2010 йылдан бирле эшләй. Педиатр, невролог, терапевт кеүек табиптар менән кәңәшләшеп, тығыҙ бәйләнештә хеҙмәт итә. Һәр ауырыу менән шәхсән шөғөлләнә. Өмөтһөҙ ауырыуҙар ҙа Әлфиә Мөғәллим ҡыҙы ҡабул иткәндән һуң дәртләнеп, ҡанат­ланып ҡайта.
– Дауалау-физкультура бүлмәһе ҙу­рырыҡ булһа, кеше­ләрҙе күберәк кешене ҡабул итер инек. Килә­сәктә фитнес клубы асып, шунда халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу – күңелем түрендәге иң матур хыялым, – тип серҙә­ре менән уртаҡлашты һоҡланғыс табип.
Заман беҙҙән рухи һәм физик сәләмәт­лек, камиллашыу талап итә. Сирҙәребеҙҙе дауалау шәхси ты­рыш­­лығыбыҙҙан да, табиптарға ваҡы­тында мөрәжәғәт итеү­ҙән дә тора. Һау-сәлә­мәт тормошҡа, тимәк, көр күңелгә, йән тыныслығына ни етә?!




Автор: Ғәлимә ҒӘЛИЕВА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә