Cәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр. Сирҙе дауалауға ҡарағанда уны булдырмау яҡшыраҡ икәнлеген дә бөгөн генә асмайбыҙ. Районыбыҙҙың үҙәк дауаханаһындағы дауалау-физкультура кабинетына (ЛФК) халыҡ ихлас йөрөй, сөнки унда һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, тәжрибәле медицина хеҙмәткәре Әлфиә Хәкимова ҡаршы ала. Ниндәй генә мәсьәлә менән барһаң да, унан терелеп, йылмайып килеп сығаһың. Әлфиә Мөғәллим ҡыҙы һәр кешегә йылы һүҙе менән дә ярҙам итеп, дауалап, ныҡлы йүнәлеүгә өмөт биреп оҙата. Айырым сирлеләргә махсус физкультура күнегеүҙәрен тәғәйенләй, сирҙе аҙҙырмай, унан ҡотолоу юлын таба.
Әлфиә Хәкимова Украинала Макеевка ҡалаһында тыуған. Мәктәпкә барыр йылында атаһының тыуған ауылы Тыпыйға ҡайтып төпләнәләр. VIII класты тамамлағас, ҡыҙ Туймазы медицина училищеһына уҡырға инә. Артабан район дауаханаһының балалар бүлегендә, шулай уҡ мәктәптә фельдшер булып эшләй. Ситтән тороп физкультура буйынса юғары уҡыу йортон да тамамлай тырыш ҡыҙ.
Тормош иптәше Флорид менән ике балаға ғүмер биргән улар. Ҡыҙҙары Дилара Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, алыҫ Украинала ғүмер кисерә. Улдары Роберт Өфө технология һәм дизайн колледжында белем ала.
Дауалау-физкультура кабинетында иһә 2010 йылдан бирле эшләй. Педиатр, невролог, терапевт кеүек табиптар менән кәңәшләшеп, тығыҙ бәйләнештә хеҙмәт итә. Һәр ауырыу менән шәхсән шөғөлләнә. Өмөтһөҙ ауырыуҙар ҙа Әлфиә Мөғәллим ҡыҙы ҡабул иткәндән һуң дәртләнеп, ҡанатланып ҡайта.
– Дауалау-физкультура бүлмәһе ҙурырыҡ булһа, кешеләрҙе күберәк кешене ҡабул итер инек. Киләсәктә фитнес клубы асып, шунда халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу – күңелем түрендәге иң матур хыялым, – тип серҙәре менән уртаҡлашты һоҡланғыс табип.
Заман беҙҙән рухи һәм физик сәләмәтлек, камиллашыу талап итә. Сирҙәребеҙҙе дауалау шәхси тырышлығыбыҙҙан да, табиптарға ваҡытында мөрәжәғәт итеүҙән дә тора. Һау-сәләмәт тормошҡа, тимәк, көр күңелгә, йән тыныслығына ни етә?!