Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изге доғаларын уҡый ағинәй
Изге доғаларын уҡый ағинәй Зауыҡ менән кейенгән еңел хәрәкәтле, алсаҡ был ағинәйҙе ауылда олоһо ла , кесеһе лә хөрмәт итә. Гөлгөнә Мирғәли ҡыҙы Заһитова ул. 1950 йылда Төрөмбәт ауылындағы күп балалы ғаиләлә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоздың кадрҙар бүлегендә эшләй.

Һәр кемгә иғтибарлы, яуаплы хеҙмәткәр ауылдаштары араһында тиҙ арала абруй ҡаҙана.Үҙ эшен белеп башҡара, мохтаж­дарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Тормош иптәше Әхмәт Миҙхәт улы менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр, һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам итәләр.
Әхмәт Миҙхәт улы оҙаҡ йылдар Төрөмбәт урта мәктәбендә балаларға белем бирә, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй, милли көрәш секцияһына нигеҙ һала. Уҡыусылары даны республикаға билдәле батырҙар булып китә!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул арабыҙҙа юҡ инде. Уның яҡты иҫтәлегенә арнап, тормош иптәше, балалары райондың спорт комитеты менән берлектә йыл һайын көрәш буйынса асыҡ турнир уҙғара.
Гөлгөнә Мирғәли ҡыҙы – һигеҙ ейән-ейән­сәргә өләсәй. Ҡыҙҙары Гөлсинә, Розалия, килене-кейәү­ҙәре – уҡытыусылар, улы Альберт – ауыл хужалығы белгесе.
Уңған ҡатындың ҡулынан килмәгән эше юҡ: гөлдәр үҫтерһенме, бәйләү-сигеү менән шөғөлләнһенме! Ауылдың мәҙәни сараларында сығыш яһаусы ла, уҡыусыларға өгөт-нәсихәт биреүсе лә, йәштәргә кәңәшсе лә ул. Изге доғаларын уҡып, ауылдаштарының йорттарын нурландырған ағинәй ҙә, мөнә­жәттәр, шиғырҙар ижад итеүсе лә.
– Гөлгөнә апайға бик рәхмәтлемен. Нин­дәй генә сара булмаһын, һәр саҡ ярҙамға ашыға. Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған осрашыу­ҙарға даими ваҡыт табып килә. Моңло йырҙары менән байрамдарҙы биҙәй, – ти мәҙәниәт йорто директоры уның хаҡында.
Һәр ваҡыт эш менән булып, күрше-күлә­ненең хәлен белергә лә өлгөрә, район үҙә­гендә йәшәгән ейән-ейәнсәрҙәренең уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһына, уларҙың байрамдарында ла ҡатнаша хәстәрлекле өләсәй.


Автор: Миңнира БИКӘНӘСОВА. Район: Ауырғазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә