Зауыҡ менән кейенгән еңел хәрәкәтле, алсаҡ был ағинәйҙе ауылда олоһо ла , кесеһе лә хөрмәт итә. Гөлгөнә Мирғәли ҡыҙы Заһитова ул. 1950 йылда Төрөмбәт ауылындағы күп балалы ғаиләлә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоздың кадрҙар бүлегендә эшләй.Һәр кемгә иғтибарлы, яуаплы хеҙмәткәр ауылдаштары араһында тиҙ арала абруй ҡаҙана.Үҙ эшен белеп башҡара, мохтаждарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Тормош иптәше Әхмәт Миҙхәт улы менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр, һәр береһенә юғары белем алырға ярҙам итәләр.
Әхмәт Миҙхәт улы оҙаҡ йылдар Төрөмбәт урта мәктәбендә балаларға белем бирә, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй, милли көрәш секцияһына нигеҙ һала. Уҡыусылары даны республикаға билдәле батырҙар булып китә!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул арабыҙҙа юҡ инде. Уның яҡты иҫтәлегенә арнап, тормош иптәше, балалары райондың спорт комитеты менән берлектә йыл һайын көрәш буйынса асыҡ турнир уҙғара.
Гөлгөнә Мирғәли ҡыҙы – һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй. Ҡыҙҙары Гөлсинә, Розалия, килене-кейәүҙәре – уҡытыусылар, улы Альберт – ауыл хужалығы белгесе.
Уңған ҡатындың ҡулынан килмәгән эше юҡ: гөлдәр үҫтерһенме, бәйләү-сигеү менән шөғөлләнһенме! Ауылдың мәҙәни сараларында сығыш яһаусы ла, уҡыусыларға өгөт-нәсихәт биреүсе лә, йәштәргә кәңәшсе лә ул. Изге доғаларын уҡып, ауылдаштарының йорттарын нурландырған ағинәй ҙә, мөнәжәттәр, шиғырҙар ижад итеүсе лә.
– Гөлгөнә апайға бик рәхмәтлемен. Ниндәй генә сара булмаһын, һәр саҡ ярҙамға ашыға. Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған осрашыуҙарға даими ваҡыт табып килә. Моңло йырҙары менән байрамдарҙы биҙәй, – ти мәҙәниәт йорто директоры уның хаҡында.
Һәр ваҡыт эш менән булып, күрше-күләненең хәлен белергә лә өлгөрә, район үҙәгендә йәшәгән ейән-ейәнсәрҙәренең уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһына, уларҙың байрамдарында ла ҡатнаша хәстәрлекле өләсәй.