Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъябыҙ тотҡаһы, ғүмеребеҙ толҡаһы – һеҙ!
Донъябыҙ тотҡаһы, ғүмеребеҙ толҡаһы – һеҙ! Тыуырына бер көн ҡалған бала Аллаһтан һораған: “Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын, тиҙәр. Унда нисек йәшәрмен? Мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ”. Аллаһ әйткән: “Һинең турала ҡайғыртҡан бер фәрештәне бүләк итермен, уның мөхәббәтен тойоп, бәхетле булырһың”. Унан һуң бала һорай: “Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар?” “Үҙ тормошон ҡыҙғанмайынса, фәрештәң ҡурсалар”, – ти Аллаһ. “Фәрештәмдең исемен әйтсе!” – тип үтенә бала. Аллаһ тыныс ҡына тауыш менән яуаплай: “Уның исеме ябай ғына – Әсәй”.
Аллаһ Тәғәләнең илаһи нурынан яратылған һөйөклө һәм һөйкөмлө, наҙлы һәм сазлы фәрештәләребеҙ – әсәйҙәр, инәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр! Һеҙ – тормошобоҙға йән, ғаиләбеҙгә йәм, ризығыбыҙға тәм биргән сихри мөғжизә эйәләре. Тылсымлы күҙҙәрегеҙҙән ағылған нурҙар күңелебеҙҙе иркәләй, фәрештә ҡанатылай ҡулдарығыҙ ҡағылыуҙан йән яралары уңала, гәлсәр тауышығыҙ йөрәктәргә шифа булып яғыла. Донъябыҙҙың тотҡаһы, ғүмеребеҙҙең толҡаһы һеҙ, мәрхәмәтле һәм оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Ер йөҙөндә төрлө заман ел-дауылдары уйнағанда ла бирешмәнегеҙ, бөгөлөп төшмәнегеҙ, сөнки йөрәгегеҙ матурлыҡ менән батырлыҡтан, хис менән көстән, сабырлыҡ менән ярһыулыҡтан туҡылған. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ла юғалып ҡалманығыҙ, заман атының дилбегәһен ҡулығыҙға алып, ир-арыҫландар башҡара алмаған эштәрҙе бойомға ашыраһығыҙ. Үрҙә һөйләнгән риүәйәттәге бала кеүек бәләкәй һәм ярҙамһыҙ булып ҡалған ир-аттың ҡурсалау­сыһы ла, ярҙамсыһы ла, дәрт-дарман биреүсеһе лә һеҙ ул, алиһәләр! Ә көслө зат исемен йөрөтөп тә, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалғанбыҙ икән, кисерегеҙ беҙҙе! Яратыр өсөн генә яратылған наҙлы ҡулдарығыҙға тормош карабының штурвалын тотторғанға, аҡҡоштоҡолай нескә муйынығыҙға ҡамыт кейҙергәнгә кисерегеҙ!
Көндөң яҡтылығы – ҡояшта, күктең матур­лығы – йондоҙҙарҙа, ерҙең гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙарҙа. Яҙ кеүек наҙлы байрамығыҙ ҡотло булһын! Ошо тантана таңында ҡалҡҡан ҡояш күңелегеҙгә шатлыҡ, тәнегеҙгә сихәт, ғаиләгеҙгә именлек алып килһен!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә