Тыуырына бер көн ҡалған бала Аллаһтан һораған: “Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын, тиҙәр. Унда нисек йәшәрмен? Мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ”. Аллаһ әйткән: “Һинең турала ҡайғыртҡан бер фәрештәне бүләк итермен, уның мөхәббәтен тойоп, бәхетле булырһың”. Унан һуң бала һорай: “Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар тип ишеттем. Мине кем һаҡлар?” “Үҙ тормошон ҡыҙғанмайынса, фәрештәң ҡурсалар”, – ти Аллаһ. “Фәрештәмдең исемен әйтсе!” – тип үтенә бала. Аллаһ тыныс ҡына тауыш менән яуаплай: “Уның исеме ябай ғына – Әсәй”.Аллаһ Тәғәләнең илаһи нурынан яратылған һөйөклө һәм һөйкөмлө, наҙлы һәм сазлы фәрештәләребеҙ – әсәйҙәр, инәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр! Һеҙ – тормошобоҙға йән, ғаиләбеҙгә йәм, ризығыбыҙға тәм биргән сихри мөғжизә эйәләре. Тылсымлы күҙҙәрегеҙҙән ағылған нурҙар күңелебеҙҙе иркәләй, фәрештә ҡанатылай ҡулдарығыҙ ҡағылыуҙан йән яралары уңала, гәлсәр тауышығыҙ йөрәктәргә шифа булып яғыла. Донъябыҙҙың тотҡаһы, ғүмеребеҙҙең толҡаһы һеҙ, мәрхәмәтле һәм оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ! Ер йөҙөндә төрлө заман ел-дауылдары уйнағанда ла бирешмәнегеҙ, бөгөлөп төшмәнегеҙ, сөнки йөрәгегеҙ матурлыҡ менән батырлыҡтан, хис менән көстән, сабырлыҡ менән ярһыулыҡтан туҡылған. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа ла юғалып ҡалманығыҙ, заман атының дилбегәһен ҡулығыҙға алып, ир-арыҫландар башҡара алмаған эштәрҙе бойомға ашыраһығыҙ. Үрҙә һөйләнгән риүәйәттәге бала кеүек бәләкәй һәм ярҙамһыҙ булып ҡалған ир-аттың ҡурсалаусыһы ла, ярҙамсыһы ла, дәрт-дарман биреүсеһе лә һеҙ ул, алиһәләр! Ә көслө зат исемен йөрөтөп тә, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалғанбыҙ икән, кисерегеҙ беҙҙе! Яратыр өсөн генә яратылған наҙлы ҡулдарығыҙға тормош карабының штурвалын тотторғанға, аҡҡоштоҡолай нескә муйынығыҙға ҡамыт кейҙергәнгә кисерегеҙ!
Көндөң яҡтылығы – ҡояшта, күктең матурлығы – йондоҙҙарҙа, ерҙең гүзәллеге – ҡатын-ҡыҙҙарҙа. Яҙ кеүек наҙлы байрамығыҙ ҡотло булһын! Ошо тантана таңында ҡалҡҡан ҡояш күңелегеҙгә шатлыҡ, тәнегеҙгә сихәт, ғаиләгеҙгә именлек алып килһен!