Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң һылыу ҡыҙ — Стәрлетамаҡта
Иң һылыу ҡыҙ — СтәрлетамаҡтаӨфөлә 20-се тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының гүзәллек бәйгеһе үтте. Ул республикала Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналды.
Тәүҙә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. Тулҡынланыу һиҙелһә лә, барыһы ла үҙен сәхнәлә матур, ыҡсым тотто, йөҙҙәренән яҙ ҡояшылай йылмайыу китмәне. Ҡыҙҙар бейеүгә лә әүәҫ: “Гүзәл-данс” бейеү мәктәбе етәксеһе Гүзәл Исламғолова ҡуйған “Ете ҡыҙ”, донъя бейеүҙәрен бик оҫта башҡарҙылар. Киләһе конкурста тамашасылар үҙҙәре һылыуҡайҙарға һорау бирә алды. Баҙарҙа ҡарабойҙай хаҡы күпме, Ер шарының иң матур урыны ҡайҙа, ахырызаман етһә, нимә эшләйәсәкһең, үҙеңә 8 Мартҡа ниндәй бүләк теләйһең һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙар яңғыраны. Жюри ағзалары яуаптарҙың тапҡырлығын баһаланы. Ижади һынауҙа һәр ҡыҙ үҙен күрһәтә алды. Йыр-бейеү, һүрәт төшөрөү, бәйләү, спорт ҡаҙаныштары һәм башҡа оҫталыҡтары менән бүлештеләр. Иман, изгелек, кеше,Иң һылыу ҡыҙ — Стәрлетамаҡта ваҡыт һымаҡ фәлсәфәүи темаларға яҙған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙеләр.
Төрлө йылдарҙағы “Һылыуҡай” еңеүселәре лә сәхнәгә сыҡты — улар бағыусылар тәҡдим иткән ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен күрһәтте. “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, Гөлнур Ҡарабулатова, Ян Лира тамашасыны музыкаль номерҙар менән шатландырҙы.
Жюри ағзаларына баһалау бик еңелдән булманы: барыһы ла сибәр, уңған, һөйкөмлө. Ҡыҙҙар “Моңло”, “Нурлы”, “Иманлы”, “Наҙлы”, “Нәфис”, “Зауыҡлы”, “Йор һүҙле” номинациялары менән билдәләнде. “Интернет гүзәле” махсус исеме Күгәрсен районынан Раушания Ибраһимоваға эләкте. I урынды Миәкә ҡыҙы Әлиә Исмәғилева яуланы, II урын Өфөнән Ләйсән Ғасимоваға, III урын Салауат районынан Алина Мораҙымоваға эләкте. Ә инде иң төп бүләк — “Һылыуҡай-2012” тажын Стәрлетамаҡ һылыуы Ләйсән Ғарифйәнова кейҙе.
Э. БӘШИРОВА.

Иң һылыу ҡыҙ — СтәрлетамаҡтаИң һылыу ҡыҙ — Стәрлетамаҡта




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә