Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Файҙаһы ғүмерлек
“Имеҙеү бурысын тулыһынса үтәргә теләгән әсә балаһын күкрәк һөтө менән ике йыл туҡландырырға тейеш, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Атайҙарҙың иңендә иһә – туйҙырыу һәм кейендереү. Бер йән эйәһенә лә мөмкин булмаған эш йөкмәтелмәҫ”.

Тимәк, сабыйҙы күкрәк һөтө менән үҫтереү – Аллаһ Тәғә­ләнең ҡушыуы. Раббыбыҙ кемгә ниндәй аҙыҡ кәрәклеген белә.
Мәғлүм ки, сабыйҙың төрлө сиргә ҡаршы торған иммун системаһы ике йәшенә тиклем формалаша. Тап ошо ара­уыҡ­та кескәй организм фәҡәт әсә һөтөндәге файҙалы матдә­ләргә мохтажлыҡ кисерә. Имеҙеү туҡландырып ҡына ҡалмай, ә сабыйҙың хис-тойғо үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай. Бәләкәс үҙен хәстәр­ләү­ҙәрен, яратыуҙарын тойоп, уратып алған мөхиткә, яҡын­дарына тиҙерәк өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта йоҡоһо тыныс була, сәбәпһеҙ илап-мыжып йонсотмай.
Имеҙеү балаға ғына түгел, әсәйгә лә ыңғай йоғонто яһай. Сабый тыуҙырған ҡатындың организмы тиҙерәк нығына, өҫтәүенә төрлө сиргә бирешеп бармай. Шул уҡ ваҡытта балаһын күкрәк һөтө менән туйындырған әсәнең күңеле бөтөн, йөҙө нурлы була. Тимәк, ғаиләлә лә күркәм мөнәсәбәт, татыулыҡ хөкөм һөрәсәк.
Әсә һөтө составындағы файҙалы матдәләр сабый үҫә барған һайын алышына, үҙгәрә бара. Ғөмүмән, бәләкәскә ни кәрәк, шуны еткереп тора. Мә­ҫә­лән, һөттәге глюкоза, майҙар – мейенең, кальций һөйәк­тәрҙең дөрөҫ үҫешенә йоғонто яһай. Мәғлүм ки, әҙәм балаһы иң нығы һыуға мохтажлыҡ кисерә. Ә уны эсереүҙең организмы нығынып етмәгән сабый өсөн зарарлы булыуы ихтимал. Был йәһәттән әсә һөтө ярҙамға килә: уның 90 проценты һыуҙан тора.
Белгестәр иҫбатлауынса, күкрәк һөтөндәге адипонектин, тәндә оҙаҡ йылдар һаҡланып, йөрәк сирҙәренә, инфарктҡа ҡаршы көрәшә икән. Уның аҙлығы йәки бөтөнләй булмауы иһә һимеҙлеккә, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына килтерә.
Онкология клиникаларының береһендә үткәрелгән тәжрибә күкрәк һөтөнөң ракка ҡаршы тороу үҙенсәлегенә лә эйә­леген раҫлаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә