Файҙаһы ғүмерлек04.03.2016
“Имеҙеү бурысын тулыһынса үтәргә теләгән әсә балаһын күкрәк һөтө менән ике йыл туҡландырырға тейеш, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Атайҙарҙың иңендә иһә – туйҙырыу һәм кейендереү. Бер йән эйәһенә лә мөмкин булмаған эш йөкмәтелмәҫ”.
Тимәк, сабыйҙы күкрәк һөтө менән үҫтереү – Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы. Раббыбыҙ кемгә ниндәй аҙыҡ кәрәклеген белә.
Мәғлүм ки, сабыйҙың төрлө сиргә ҡаршы торған иммун системаһы ике йәшенә тиклем формалаша. Тап ошо арауыҡта кескәй организм фәҡәт әсә һөтөндәге файҙалы матдәләргә мохтажлыҡ кисерә. Имеҙеү туҡландырып ҡына ҡалмай, ә сабыйҙың хис-тойғо үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай. Бәләкәс үҙен хәстәрләүҙәрен, яратыуҙарын тойоп, уратып алған мөхиткә, яҡындарына тиҙерәк өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта йоҡоһо тыныс була, сәбәпһеҙ илап-мыжып йонсотмай.
Имеҙеү балаға ғына түгел, әсәйгә лә ыңғай йоғонто яһай. Сабый тыуҙырған ҡатындың организмы тиҙерәк нығына, өҫтәүенә төрлө сиргә бирешеп бармай. Шул уҡ ваҡытта балаһын күкрәк һөтө менән туйындырған әсәнең күңеле бөтөн, йөҙө нурлы була. Тимәк, ғаиләлә лә күркәм мөнәсәбәт, татыулыҡ хөкөм һөрәсәк.
Әсә һөтө составындағы файҙалы матдәләр сабый үҫә барған һайын алышына, үҙгәрә бара. Ғөмүмән, бәләкәскә ни кәрәк, шуны еткереп тора. Мәҫәлән, һөттәге глюкоза, майҙар – мейенең, кальций һөйәктәрҙең дөрөҫ үҫешенә йоғонто яһай. Мәғлүм ки, әҙәм балаһы иң нығы һыуға мохтажлыҡ кисерә. Ә уны эсереүҙең организмы нығынып етмәгән сабый өсөн зарарлы булыуы ихтимал. Был йәһәттән әсә һөтө ярҙамға килә: уның 90 проценты һыуҙан тора.
Белгестәр иҫбатлауынса, күкрәк һөтөндәге адипонектин, тәндә оҙаҡ йылдар һаҡланып, йөрәк сирҙәренә, инфарктҡа ҡаршы көрәшә икән. Уның аҙлығы йәки бөтөнләй булмауы иһә һимеҙлеккә, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына килтерә.
Онкология клиникаларының береһендә үткәрелгән тәжрибә күкрәк һөтөнөң ракка ҡаршы тороу үҙенсәлегенә лә эйәлеген раҫлаған.