Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәндәбикә Ерәнсәне күтәргәндәй, маҡсаттарың яҡты, ағинәй!
Бәндәбикә Ерәнсәне күтәргәндәй, маҡсаттарың яҡты, ағинәй! Бәндәбикә Ерәнсә сәсәндең иңенә ҙур бурыс йөкмәткән күренеште сәхнәләштереүҙән башлап ебәрҙе ейәнсуралар сараны. Районда үткәрелгән “Ағинәйҙәр һүҙе – изге доға ише” тураһында һүҙем. Бына инде нисә йыл рәттән республика ҡатын-ҡыҙҙары, ҡорға йыйылып, замана хәлдәре хаҡында һөйләшә, фекер алыша, кәңәшләшә, шатлыҡ-хәүефтәре менән уртаҡлаша. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡ буйынса комиссияһы ҡарамағында барлыҡҡа килгән был йәмәғәт ойошмаһы дәүерҙәрҙең киҫкен мәлендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәрән һыҙланыуҙарын уңғанлыҡҡа, бөтмөрлөккә егеп, ил-ҡәүем проблемаларын сисеүгә ҙур өлөш индереүен күрһәтә килә.

Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында шәхсән күҙәтеүҙәремә нигеҙләнеп тә шуны әйтә алам: был яҡта, ысынлап та, зарҙың ни икәнен дә белмәгән, өҫтөнә ишелеп килгән хәсрәттәрҙе лә ғүмер хәстәре тип ҡабул итеп, донъя көтөүгә әүәҫ заттар йәшәй. Ҡул эштәренән торған күргәҙмә лә ошо хаҡта һөйләй ине. Шәл, өҫ кейемдәре, ойоҡбаштарындағы нағыштар кеүек сигә төҫлө яҙмышы биҙәктәрен был ҡатындар. Күҙ яуын алып торған йөрәк йылыһы һалынған ҡул эштәре беҙҙең дә ҡараштарға нур өҫтәгәндәй.
Сара асҡанда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев тап ошо хаҡта һөйләне лә. Ул мәғлүмәттәргә нигеҙләп, төбәктә ағинәйҙәр хәрәкәте башланғандан алып эскелек менән мауығыусыларҙың кәмеүе, диспансерлаштырыу үткәрелгәндән һуң яман сирлеләр бар­лығы асыҡланып, ҡайһы берҙәренә ваҡы­тында ярҙам итеү мөмкинлеге тыуыуы хаҡында һөйләне. “Әгәр бөгөн районда 13 700 кеше эшкә һәләтле булһа, шуларҙың 4 990-ының ғына хеҙмәт урыны бар, әммә йыл барышында тағы ла 350 эш урыны булдырылды”, – тине ул, сығышын тамамлап.
Милли йолалар сәхнәгә сыҡты был көндө. Ағинәйҙәрҙең тормошо ла уларға бәйләнгән һәм көндәлек йәшәйештәре бәпес туйҙарынан, килен төшөрөү, ыуыҙ ҡоймағы кеүек байрам­дарҙан башҡа үтмәй. Яныбайҙар баланы имләү, өшкөрөү йолаһын ана нисек йәнле итеп сәхнәләштерҙе! Аҡҡондоҙҙарҙың ҡорама байрамы ваҡытында “Бирнәне алтыла әҙер­ләһәң – арта, етелә әҙерләһәң – етмәй” тигән һүҙҙә­рендә ни тиклем тәрән мәғәнә ятыуына иғтибар иттем. Үргендәр, муйнаҡтар йырлы, шиғырлы сығышы менән арбаһа, иҫәнғолдар: “Батшаларға миһырбанлыҡ, ил-йортҡа именлек бирсе, Аллаһ Тәғәлә”, – тип бала тыуған ва­ҡытта әйтелә торған йолаларға мөрәжәғәт итте. Ә килендәргә ниндәй матур теләктәр әйтте улар! Ҡыуаныстан күҙгә йәш эркелә: “Килен, алғы итәгеңде – бала, артҡы итәгеңде мал баҫһын!” Йөрәккә үткәреп теләк әйтә белеү ҙә – милләтебеҙ йолаларынаң бер күрке.
Бикбауҙар ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ иттерһә, сәғиттәр килендән һыу юлы башлатты. Фәүзәнә ағинәйҙең йыры – халыҡсан моңдоң бер аҫыл өлгөһө. Тормош бер ҡасан да еңел-елпе бул­маған, әммә үҙенең эс бошоуын да, һыҙла­ныуҙарын да йыр менән йырып сыҡҡан башҡорт ҡатыны. Иҙәш­тәр мах бирмәй йәшәргә саҡырһа, Әбүләис ағинәйҙәре, яҡташтары Мәрйәм апай Бураҡае­ваның фекерҙәренә таянып, “Арғымаҡ”лы милләт булайыҡ, тип саҡырҙы.
Ибрай ағинәйҙәренең Кесе йыл байрамы, мәҫәлән, минең өсөн асыш булды. Ул кәбисә йылының һуңғы шаршамбыһында үткәрелә икән, баҡтиһәң.
Үтәғолда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте 15 йыллап эшләй. Улар үткәндәргә байҡау яһап, ағинәй­ҙәргә милли күлдәк бүләк иткән шағирә, депутат Йомабикә Ильясоваға бағышлап таҡмаҡтар ҙа әйтте. “Ейәнсура һылыуҡайы-2015” исе­менә лайыҡ булған Наҙгөл Әйүпова, Лилиә Тана­тованың киң билдәле “Башҡортом” йырын башҡарып, залдағыларҙы рухландырып ебәрҙе. Шиғыр ҙа ярата Ейәнсура халҡы.
Шуныһы ҡыуаныслы булды: сараға ағинәй­ҙәр милли кейемдәрҙә килгәйне. Әйткәндәй, ҡайһы бер башҡорт милли күлдәктәренә мәрйәләрҙең биҙәктәре лә килеп ингән. Бындай яңылышлыҡҡа һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай.
Сараның юғары кимәлдә үтеүендә район ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе, китапханалар селтәре директоры Нәзирә Кәримованың да өлөшө ҙур. Республика ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәр­рире Гөлфиә Янбаева әүҙем ағинәйҙәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ҡунаҡ булараҡ саҡырылған Күгәрсен районы деле­гацияһы етәксеһе Әминә Әҙелғужина, үҙҙәре­нең эшмәкәрлеге менән таныштырып, “Ете ҡыҙ” тип аталған милли кейемдәр ательеһы асып ебәреүе хаҡында һөйләне.
Байрам Бәндәбикәнең мөрәжәғәте менән тамамланды. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын. Ошо аҡыл ята ағинәйҙәр хәрәкәтенең асылында.








Автор: Лариса АБДУЛЛИНА. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә