Бәндәбикә Ерәнсә сәсәндең иңенә ҙур бурыс йөкмәткән күренеште сәхнәләштереүҙән башлап ебәрҙе ейәнсуралар сараны. Районда үткәрелгән “Ағинәйҙәр һүҙе – изге доға ише” тураһында һүҙем. Бына инде нисә йыл рәттән республика ҡатын-ҡыҙҙары, ҡорға йыйылып, замана хәлдәре хаҡында һөйләшә, фекер алыша, кәңәшләшә, шатлыҡ-хәүефтәре менән уртаҡлаша. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Ғаилә, әсәлек, атайлыҡ һәм балалыҡ буйынса комиссияһы ҡарамағында барлыҡҡа килгән был йәмәғәт ойошмаһы дәүерҙәрҙең киҫкен мәлендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәрән һыҙланыуҙарын уңғанлыҡҡа, бөтмөрлөккә егеп, ил-ҡәүем проблемаларын сисеүгә ҙур өлөш индереүен күрһәтә килә. Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында шәхсән күҙәтеүҙәремә нигеҙләнеп тә шуны әйтә алам: был яҡта, ысынлап та, зарҙың ни икәнен дә белмәгән, өҫтөнә ишелеп килгән хәсрәттәрҙе лә ғүмер хәстәре тип ҡабул итеп, донъя көтөүгә әүәҫ заттар йәшәй. Ҡул эштәренән торған күргәҙмә лә ошо хаҡта һөйләй ине. Шәл, өҫ кейемдәре, ойоҡбаштарындағы нағыштар кеүек сигә төҫлө яҙмышы биҙәктәрен был ҡатындар. Күҙ яуын алып торған йөрәк йылыһы һалынған ҡул эштәре беҙҙең дә ҡараштарға нур өҫтәгәндәй.
Сара асҡанда район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев тап ошо хаҡта һөйләне лә. Ул мәғлүмәттәргә нигеҙләп, төбәктә ағинәйҙәр хәрәкәте башланғандан алып эскелек менән мауығыусыларҙың кәмеүе, диспансерлаштырыу үткәрелгәндән һуң яман сирлеләр барлығы асыҡланып, ҡайһы берҙәренә ваҡытында ярҙам итеү мөмкинлеге тыуыуы хаҡында һөйләне. “Әгәр бөгөн районда 13 700 кеше эшкә һәләтле булһа, шуларҙың 4 990-ының ғына хеҙмәт урыны бар, әммә йыл барышында тағы ла 350 эш урыны булдырылды”, – тине ул, сығышын тамамлап.
Милли йолалар сәхнәгә сыҡты был көндө. Ағинәйҙәрҙең тормошо ла уларға бәйләнгән һәм көндәлек йәшәйештәре бәпес туйҙарынан, килен төшөрөү, ыуыҙ ҡоймағы кеүек байрамдарҙан башҡа үтмәй. Яныбайҙар баланы имләү, өшкөрөү йолаһын ана нисек йәнле итеп сәхнәләштерҙе! Аҡҡондоҙҙарҙың ҡорама байрамы ваҡытында “Бирнәне алтыла әҙерләһәң – арта, етелә әҙерләһәң – етмәй” тигән һүҙҙәрендә ни тиклем тәрән мәғәнә ятыуына иғтибар иттем. Үргендәр, муйнаҡтар йырлы, шиғырлы сығышы менән арбаһа, иҫәнғолдар: “Батшаларға миһырбанлыҡ, ил-йортҡа именлек бирсе, Аллаһ Тәғәлә”, – тип бала тыуған ваҡытта әйтелә торған йолаларға мөрәжәғәт итте. Ә килендәргә ниндәй матур теләктәр әйтте улар! Ҡыуаныстан күҙгә йәш эркелә: “Килен, алғы итәгеңде – бала, артҡы итәгеңде мал баҫһын!” Йөрәккә үткәреп теләк әйтә белеү ҙә – милләтебеҙ йолаларынаң бер күрке.
Бикбауҙар ыуыҙ ҡоймағынан ауыҙ иттерһә, сәғиттәр килендән һыу юлы башлатты. Фәүзәнә ағинәйҙең йыры – халыҡсан моңдоң бер аҫыл өлгөһө. Тормош бер ҡасан да еңел-елпе булмаған, әммә үҙенең эс бошоуын да, һыҙланыуҙарын да йыр менән йырып сыҡҡан башҡорт ҡатыны. Иҙәштәр мах бирмәй йәшәргә саҡырһа, Әбүләис ағинәйҙәре, яҡташтары Мәрйәм апай Бураҡаеваның фекерҙәренә таянып, “Арғымаҡ”лы милләт булайыҡ, тип саҡырҙы.
Ибрай ағинәйҙәренең Кесе йыл байрамы, мәҫәлән, минең өсөн асыш булды. Ул кәбисә йылының һуңғы шаршамбыһында үткәрелә икән, баҡтиһәң.
Үтәғолда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте 15 йыллап эшләй. Улар үткәндәргә байҡау яһап, ағинәйҙәргә милли күлдәк бүләк иткән шағирә, депутат Йомабикә Ильясоваға бағышлап таҡмаҡтар ҙа әйтте. “Ейәнсура һылыуҡайы-2015” исеменә лайыҡ булған Наҙгөл Әйүпова, Лилиә Танатованың киң билдәле “Башҡортом” йырын башҡарып, залдағыларҙы рухландырып ебәрҙе. Шиғыр ҙа ярата Ейәнсура халҡы.
Шуныһы ҡыуаныслы булды: сараға ағинәйҙәр милли кейемдәрҙә килгәйне. Әйткәндәй, ҡайһы бер башҡорт милли күлдәктәренә мәрйәләрҙең биҙәктәре лә килеп ингән. Бындай яңылышлыҡҡа һис кенә лә юл ҡуйырға ярамай.
Сараның юғары кимәлдә үтеүендә район ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе, китапханалар селтәре директоры Нәзирә Кәримованың да өлөшө ҙур. Республика ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева әүҙем ағинәйҙәргә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Ҡунаҡ булараҡ саҡырылған Күгәрсен районы делегацияһы етәксеһе Әминә Әҙелғужина, үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырып, “Ете ҡыҙ” тип аталған милли кейемдәр ательеһы асып ебәреүе хаҡында һөйләне.
Байрам Бәндәбикәнең мөрәжәғәте менән тамамланды. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын. Ошо аҡыл ята ағинәйҙәр хәрәкәтенең асылында.