Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Түләргә, түләмәҫкә...
Күсемһеҙ милкен ҡуртымға биреүселәр, законға ярашлы, табыштың 13 процентын дәүләткә күсерергә бурыслы. Әммә бөгөн күптәр был ҡанунды нисек тә инҡар итеп, алдау-йолдау юлы менән түләүҙән баш тарта. Ғөмүмән, халыҡтың, дөрөҫөрәге, ҡуртымға биреүселәрҙең һәм ҡуртымға алыусыларҙың, был законға ҡарата үҙ ҡарашы бар. Иғтибарығыҙға — ике яҡтың да фекере.

Гөлгөнә, фатирҙы ҡуртымға алыусы:
— Бөгөн фатирын ҡуртымға биреүселәр шашҡандан-шаша. Әле Өфөлә айына 15 мең һум, етмәһә, утҡа, һыуға һәм газға өҫтәп хаҡ һораусылар күбәйҙе. Йәнә оҙайлы ваҡытҡа түгел, ә тәүлекләп индереүселәр артҡандан-арта. Уларҙы контролгә алыусы юҡ. Йәш белгестәр, ғаиләләр ярты эш хаҡын сит кеше фатирында йәшәүгә тотонорға мәжбүр, ә кемдәрҙер рәхәтләнеп кеҫә ҡалынайта, уларҙың күбеһе фатирҙы ҡуртымға биргән өсөн бер тин дә һалым түләмәй.
Fөмүмән алғанда, йәш белгестәр һәм яңы ғаилә ҡорған йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе — бик ҙур проб­лема. Ҡуртымға бирелгән фатирҙарға инеп, һуҡыр тинеңә тиклем ҡырып-һепереп кешегә биргәнсе, ипотека юллап, үҙ мөйөшөңә түләү күпкә яҡшыраҡ. Әммә ипотека юллауҙың үҙ шарттары бар. Күптәр тәүге иғәнәгә аҡса еткерә алмай. Тимәк, был йәһәттән ниндәйҙер программа ҡабул итергә, булғандарын ябайлаштырырға кәрәк, һис юғында ятаҡтан булһа ла ваҡытлыса йәшәү урыны булдырыу зарур. Тап ошо сәбәп менән дә күпме йәш белгестәр сит тарафтарға сығып китә, йәшәр мөйөшө булмау арҡаһында күпме ғаилә тарҡала. Былары инде — үҙе бер айырым мәсьәлә...
Зәлифә, фатирын ҡуртымға биреүсе:
— Беҙҙәге закондар хайран ҡалырлыҡ инде ул. Көслөләр, бәйләнеше булғандар законды ла үҙ яғына бора белә. Ябай халыҡ иһә, закон барлығын белһә лә, бер ни ҡыйрата алмай. Ә һалым түләтеүҙәрен бөтөнләй аңламайым да, аңларға ла теләмәйем. Мин фатир һатып алғанда, Хөкүмәт аҡса бирҙеме, ниндәйҙер ташлама яһанымы? Ни өсөн үҙем ыҙалап тапҡан йортомдоң мәнфәғәтен күрмәҫкә тейеш әле мин? Аҙ ғына эш хаҡы алып, ваҡытында һалымын, коммуналь хеҙмәттәрен түләп барғанға рәхмәт әйтһендәр әле. Фатирға кеше индереп алған аҡсаны ла ана шул түләүҙәр өсөн тотонам бит. Бер ҙә диңгеҙ буйына ял итергә аҡса тупламайым. Инде шуны ла таларға торғандарға ни әйтәһең?
“Яҡшы күңелле” күршеләр, фатирын ҡуртымға бирә, тип мине һалым инспекцияһына ла барып ошаҡланы. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Адвокат менән кәңәшләштем. Ул: “Һинең фатирыңда ят кеше йәшәүен, уның аҡса түләйме-юҡмы икәнлеген иҫбат итә алһалар, тыйһындар. Аҡсалары күп булһа, әйҙә судҡа бирһендәр ҙә әллә күпме ваҡыттарын, нервыларын бөтөрөп йөрөһөндәр”, — тине миңә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә