Түләргә, түләмәҫкә...01.03.2016
Күсемһеҙ милкен ҡуртымға биреүселәр, законға ярашлы, табыштың 13 процентын дәүләткә күсерергә бурыслы. Әммә бөгөн күптәр был ҡанунды нисек тә инҡар итеп, алдау-йолдау юлы менән түләүҙән баш тарта. Ғөмүмән, халыҡтың, дөрөҫөрәге, ҡуртымға биреүселәрҙең һәм ҡуртымға алыусыларҙың, был законға ҡарата үҙ ҡарашы бар. Иғтибарығыҙға — ике яҡтың да фекере.
Гөлгөнә, фатирҙы ҡуртымға алыусы:
— Бөгөн фатирын ҡуртымға биреүселәр шашҡандан-шаша. Әле Өфөлә айына 15 мең һум, етмәһә, утҡа, һыуға һәм газға өҫтәп хаҡ һораусылар күбәйҙе. Йәнә оҙайлы ваҡытҡа түгел, ә тәүлекләп индереүселәр артҡандан-арта. Уларҙы контролгә алыусы юҡ. Йәш белгестәр, ғаиләләр ярты эш хаҡын сит кеше фатирында йәшәүгә тотонорға мәжбүр, ә кемдәрҙер рәхәтләнеп кеҫә ҡалынайта, уларҙың күбеһе фатирҙы ҡуртымға биргән өсөн бер тин дә һалым түләмәй.
Fөмүмән алғанда, йәш белгестәр һәм яңы ғаилә ҡорған йәштәр өсөн торлаҡ мәсьәләһе — бик ҙур проблема. Ҡуртымға бирелгән фатирҙарға инеп, һуҡыр тинеңә тиклем ҡырып-һепереп кешегә биргәнсе, ипотека юллап, үҙ мөйөшөңә түләү күпкә яҡшыраҡ. Әммә ипотека юллауҙың үҙ шарттары бар. Күптәр тәүге иғәнәгә аҡса еткерә алмай. Тимәк, был йәһәттән ниндәйҙер программа ҡабул итергә, булғандарын ябайлаштырырға кәрәк, һис юғында ятаҡтан булһа ла ваҡытлыса йәшәү урыны булдырыу зарур. Тап ошо сәбәп менән дә күпме йәш белгестәр сит тарафтарға сығып китә, йәшәр мөйөшө булмау арҡаһында күпме ғаилә тарҡала. Былары инде — үҙе бер айырым мәсьәлә...
Зәлифә, фатирын ҡуртымға биреүсе:
— Беҙҙәге закондар хайран ҡалырлыҡ инде ул. Көслөләр, бәйләнеше булғандар законды ла үҙ яғына бора белә. Ябай халыҡ иһә, закон барлығын белһә лә, бер ни ҡыйрата алмай. Ә һалым түләтеүҙәрен бөтөнләй аңламайым да, аңларға ла теләмәйем. Мин фатир һатып алғанда, Хөкүмәт аҡса бирҙеме, ниндәйҙер ташлама яһанымы? Ни өсөн үҙем ыҙалап тапҡан йортомдоң мәнфәғәтен күрмәҫкә тейеш әле мин? Аҙ ғына эш хаҡы алып, ваҡытында һалымын, коммуналь хеҙмәттәрен түләп барғанға рәхмәт әйтһендәр әле. Фатирға кеше индереп алған аҡсаны ла ана шул түләүҙәр өсөн тотонам бит. Бер ҙә диңгеҙ буйына ял итергә аҡса тупламайым. Инде шуны ла таларға торғандарға ни әйтәһең?
“Яҡшы күңелле” күршеләр, фатирын ҡуртымға бирә, тип мине һалым инспекцияһына ла барып ошаҡланы. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Адвокат менән кәңәшләштем. Ул: “Һинең фатирыңда ят кеше йәшәүен, уның аҡса түләйме-юҡмы икәнлеген иҫбат итә алһалар, тыйһындар. Аҡсалары күп булһа, әйҙә судҡа бирһендәр ҙә әллә күпме ваҡыттарын, нервыларын бөтөрөп йөрөһөндәр”, — тине миңә.