Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
А.И. Барсуков 2016 йылдың 27 февралендә республикала билдәле хужалыҡ етәксеһе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Анатолий Иванович Барсуков 85-се йәшендә вафат булды.

А.И. Барсуков 1931 йылдың 12 ноябрендә Ырымбурҙа тыуған. Уның барлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге Башҡортостандың автотранспорт тармағы менән бәйле. Бында ул водителдән алып “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директорына тиклем һөнәри үҫеш баҫҡыстарын үткән.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген А.И. Барсуков Ырымбур өлкәһендәге Чкалов автобазаһында водитель булып башлай. Артабан Күмертау ҡалаһындағы 11-се автоколоннала водитель, өлкән механик сифатында эшен дауам итә. Көс-дәрте ташып торған, компетентлы А.И. Барсуков 26 йәшендә Күмер­тауҙағы 1518-се автоколоннаға етәксе итеп тәғәйенләнә. Уның тырышлығы арҡаһында предприятие танылыу яулай. Илдәге транспорт хужалыҡтарының генераль директорҙары советы тап ошо ойошма нигеҙендә үткәрелә. 1978 йылдан 1999 йылға тиклем Анатолий Иванович Башҡорт­остан­дың Транспорт идаралығына етәкселек итә. 1988 йылда предприятие “Башавтотранс” территориаль автомобиль транспорт берекмәһе итеп үҙгәртелә.
Анатолий Иванович ярты быуаттан ашыу ғүмерен автотранспорт комплексын үҫтереүгә арнай. Ошо йылдарҙа ул үҙен пасса­жирҙар һәм йөк ташыуҙы ойоштороу өлкәһендә һәләтле етәксе, юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтә, тармаҡты техник йыһазландырыуға, етештереү базаһын нығытыуға, автотранспорт предприятиеларында хеҙмәт мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем йәмәғәт эше алып бара, “Өфө ҡалаһындағы дөйөм фай­ҙаланыуҙағы автотранспорттың хеҙмәт ветерандары советы” хәйриә ойошмаһына етәкселек итә.
Анатолий Иванович РСФСР-ҙың халыҡ депутаты, Башҡорт­остан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
А.И. Барсуковтың хеҙмәттәре тейешенсә баһалана. Ул Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫ­лығы ордендары, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден-миҙалы менән бүләкләнә, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Һәләтле етәксе, профессионал, баҫалҡы һәм һоҡланғыс шәхес Анатолий Иванович Барсуков хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә