2016 йылдың 27 февралендә республикала билдәле хужалыҡ етәксеһе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Анатолий Иванович Барсуков 85-се йәшендә вафат булды. А.И. Барсуков 1931 йылдың 12 ноябрендә Ырымбурҙа тыуған. Уның барлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге Башҡортостандың автотранспорт тармағы менән бәйле. Бында ул водителдән алып “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директорына тиклем һөнәри үҫеш баҫҡыстарын үткән.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген А.И. Барсуков Ырымбур өлкәһендәге Чкалов автобазаһында водитель булып башлай. Артабан Күмертау ҡалаһындағы 11-се автоколоннала водитель, өлкән механик сифатында эшен дауам итә. Көс-дәрте ташып торған, компетентлы А.И. Барсуков 26 йәшендә Күмертауҙағы 1518-се автоколоннаға етәксе итеп тәғәйенләнә. Уның тырышлығы арҡаһында предприятие танылыу яулай. Илдәге транспорт хужалыҡтарының генераль директорҙары советы тап ошо ойошма нигеҙендә үткәрелә. 1978 йылдан 1999 йылға тиклем Анатолий Иванович Башҡортостандың Транспорт идаралығына етәкселек итә. 1988 йылда предприятие “Башавтотранс” территориаль автомобиль транспорт берекмәһе итеп үҙгәртелә.
Анатолий Иванович ярты быуаттан ашыу ғүмерен автотранспорт комплексын үҫтереүгә арнай. Ошо йылдарҙа ул үҙен пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы ойоштороу өлкәһендә һәләтле етәксе, юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтә, тармаҡты техник йыһазландырыуға, етештереү базаһын нығытыуға, автотранспорт предприятиеларында хеҙмәт мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем йәмәғәт эше алып бара, “Өфө ҡалаһындағы дөйөм файҙаланыуҙағы автотранспорттың хеҙмәт ветерандары советы” хәйриә ойошмаһына етәкселек итә.
Анатолий Иванович РСФСР-ҙың халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
А.И. Барсуковтың хеҙмәттәре тейешенсә баһалана. Ул Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден-миҙалы менән бүләкләнә, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Һәләтле етәксе, профессионал, баҫалҡы һәм һоҡланғыс шәхес Анатолий Иванович Барсуков хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.