Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙгәрештәр дауам итә
Үҙгәрештәр дауам итә Ғафури районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн уҙған йыл насарҙан булманы. Үҙәк район дауаханаһы әленән-әле табиптар менән тулыланып тора – “Ауыл табибы” программаһы буйынса районға 24 йәш белгес эшкә ҡайтты. 2015 йыл башынан дауаханала 25 урынлыҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлеге эшләй башланы. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНА беҙҙе төбәктәге һаулыҡ һаҡлау системаһының эше менән таныштырҙы.

– Дөйөм алғанда, былтырғы күрһәткестәр йөҙ ҡыҙартырлыҡ булманы, тип әйтергә мөмкин. Балалар араһында үлем кимәле кәмене. Үкенескә ҡаршы, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, суррогат эсемлектәрҙән ағыуланыусылар кәмемәү арҡаһында эшкә һәләтле кешеләр үлеү кимәле юғары килеш ҡала.
Ауылдарҙағы фельдшер-акушер­лыҡ пунктта­рының ябылыуына юл ҡуйылманы. Бары тик Ташбүкән, Байымбәт ауылдарында, фельдшер булмау сәбәпле, ФАП-тар бикле тора. 25 урынлыҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлеге (ауыр хәлдәге, башҡа кеше ярҙамына мохтаж кешеләр өсөн) асыуға өлгәшелде, шулай уҡ наркология бүлегенә 10 койка-урын бүленде. Диспансерлаштырыу менән шөғөлләнгән өҫтәмә профилактика бүлексәһе булдырҙыҡ. Йыл башынан дауахананың структураһы бер аҙ үҙгәрҙе: участка дауаханалары (бөтә Рәсәй буйынса ятаҡ-дауаханалар бөтөрөлдө) ауыл амбулаторияһы итеп үҙгәртелде, хәҙер районда улар бишәү. Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Яңғыҙҡайын амбулаторияларында 10-ар койкалыҡ көндөҙгө бүлек ҡалдырылды. Өҫтәүенә тәүге икәүһендә өҫтәмә табип-терапевт штаттары булдырылып, хәҙер уларҙа икешәр табип эшләй.
Район буйынса иң ҙур штат һаулыҡ һаҡлау системаһында – 611 медицина хеҙмәткәре халыҡтың сәләмәтлеге һағында тора, шуларҙың 64-е – табиптар. 28 йәш белгестең (шуларҙың 24-е “Ауыл табибы” программаһы буйынса) эшкә килеүе кешеләрҙе сәләмәтләндереү, сирҙәрҙе иҫкәртеү йүнәлешендә тағы ла һөҙөмтәлерәк хеҙмәт итергә мөмкинлек бирәсәк. Дауахана уролог, травматолог, эндокринолог, невролог, окулист, табип-акушер-гинеколог, лор-табип менән тулыланды. Элек табип-акушер-гинеколог берәү генә булһа, хәҙер улар – бишәү, табип-хирург икәү ине, бөгөн — алтау.
Учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарылды. Заманса медицина ҡорамалдарын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша алабыҙ. Былтыр дауахана-поликлиниканың бүлексәләре, кабинеттары төрлө ҡорамалдар менән тулыландырылды. Реанимация бүлексәһенә үпкәне яһалма елләтеү (ИВЛ) аппараты, койка яны мониторы, пульсоксиметр, шприц насосы, окулист кабинетына офтальмоскоп, бала табыу бүлексә­һенә шприц насосы, пульсоксиметр, “Ашығыс ярҙам” бүлексәһенә ЭКГ аппараты, ЭКГ кабинетына функциональ диагностика ҡорамалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡ алынды. Бөтөн дауахана буйынса видеокүҙәтеү камералары, тауыш яҙҙырғыстар, шулай уҡ бүлексә етәкселәренә һәм дауаланыусыларға уңайлы булһын өсөн компьютерҙар урынлаштырылды.
Хәҙер поликлиника регистратураһында сират юҡ тиерлек, сөнки барыһын да видеокүҙәтеү аша контролдә тотам. Ә белгестәр алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә. Ныҡ сирләп киткән осраҡта белгескә инеү өсөн башта үҙеңдең участка тера­певына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул алдан яҙыл­майынса ҡабул итеүҙе һорап, белгескә йүнәлтмә бирә.
Әленән-әле бағыусылыҡ ярҙамын да тойоп торабыҙ. Уҙған йылда, мәҫәлән, Марат Фәтхелис­лам улы Рәхмәтуллиндың тос ярҙамы менән Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһы ЭКГ, биохимик анализ ҡабул итеү аппараттары, стоматология ҡулайламалары һәм башҡа күп төрлө ҡорамал, кәрәк-яраҡ менән тулыланды. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, хәҙер дауахана барлыҡ белгестәр менән тулыланып бөттө тиергә мөмкин. Яңы килгәндәрҙән: лор Ирек Фуат улы Арыҫлановтан, окулист Рената Радик ҡыҙы Ҡотлогилдинанан, невролог Рәсимә Миҙхәт ҡыҙы Хәбибуллиналарҙан халыҡ бик ҡәнәғәт. Улар – Стәрлетамаҡтағы медицина учреждениеларында бер аҙ тәжрибә туплаған, белемле табиптар. Үҙәк район дауаханаһындағы тәжрибәле, ҙур хеҙмәт стажына эйә табиптарҙы ла билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, Эльмира Шәйбәкова, Мария Жигайло, Рәйсә Йәнбәкова, Ирада Арыҫланова, шәфҡәт туташтары Наилә Йомағолова, Людмила Сидорова, Йөҙимән ФАП-ынан Резеда Шәмсетди­нова, Ҡаранйылғанан Рәмилә Ишбулдина, Бурлынан Альбина Ғүмәрова, Уҫмандан Әхәт Заһиҙуллин, Игенйылғанан Рәмзилә Сәләхова, Үтәктән Зөлфиә Солтанова, Буруновканан Светлана Мәхийәнова кеүектәр кешеләр һаулығы һағында уяу тора.
Алдағы пландарға килгәндә, быйыл Яңғыҙ­ҡайын амбулаторияһында шулай уҡ бағыусылар көсө менән йылытыу системаһын яңыртыу, дауахананың инфекция бүлексәһенә ремонт уҙғарыу күҙаллана.
Индира ИШКИНА яҙып алды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә