Ғафури районының һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн уҙған йыл насарҙан булманы. Үҙәк район дауаханаһы әленән-әле табиптар менән тулыланып тора – “Ауыл табибы” программаһы буйынса районға 24 йәш белгес эшкә ҡайтты. 2015 йыл башынан дауаханала 25 урынлыҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлеге эшләй башланы. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНА беҙҙе төбәктәге һаулыҡ һаҡлау системаһының эше менән таныштырҙы. – Дөйөм алғанда, былтырғы күрһәткестәр йөҙ ҡыҙартырлыҡ булманы, тип әйтергә мөмкин. Балалар араһында үлем кимәле кәмене. Үкенескә ҡаршы, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, суррогат эсемлектәрҙән ағыуланыусылар кәмемәү арҡаһында эшкә һәләтле кешеләр үлеү кимәле юғары килеш ҡала.
Ауылдарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ябылыуына юл ҡуйылманы. Бары тик Ташбүкән, Байымбәт ауылдарында, фельдшер булмау сәбәпле, ФАП-тар бикле тора. 25 урынлыҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлеге (ауыр хәлдәге, башҡа кеше ярҙамына мохтаж кешеләр өсөн) асыуға өлгәшелде, шулай уҡ наркология бүлегенә 10 койка-урын бүленде. Диспансерлаштырыу менән шөғөлләнгән өҫтәмә профилактика бүлексәһе булдырҙыҡ. Йыл башынан дауахананың структураһы бер аҙ үҙгәрҙе: участка дауаханалары (бөтә Рәсәй буйынса ятаҡ-дауаханалар бөтөрөлдө) ауыл амбулаторияһы итеп үҙгәртелде, хәҙер районда улар бишәү. Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Яңғыҙҡайын амбулаторияларында 10-ар койкалыҡ көндөҙгө бүлек ҡалдырылды. Өҫтәүенә тәүге икәүһендә өҫтәмә табип-терапевт штаттары булдырылып, хәҙер уларҙа икешәр табип эшләй.
Район буйынса иң ҙур штат һаулыҡ һаҡлау системаһында – 611 медицина хеҙмәткәре халыҡтың сәләмәтлеге һағында тора, шуларҙың 64-е – табиптар. 28 йәш белгестең (шуларҙың 24-е “Ауыл табибы” программаһы буйынса) эшкә килеүе кешеләрҙе сәләмәтләндереү, сирҙәрҙе иҫкәртеү йүнәлешендә тағы ла һөҙөмтәлерәк хеҙмәт итергә мөмкинлек бирәсәк. Дауахана уролог, травматолог, эндокринолог, невролог, окулист, табип-акушер-гинеколог, лор-табип менән тулыланды. Элек табип-акушер-гинеколог берәү генә булһа, хәҙер улар – бишәү, табип-хирург икәү ине, бөгөн — алтау.
Учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарылды. Заманса медицина ҡорамалдарын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша алабыҙ. Былтыр дауахана-поликлиниканың бүлексәләре, кабинеттары төрлө ҡорамалдар менән тулыландырылды. Реанимация бүлексәһенә үпкәне яһалма елләтеү (ИВЛ) аппараты, койка яны мониторы, пульсоксиметр, шприц насосы, окулист кабинетына офтальмоскоп, бала табыу бүлексәһенә шприц насосы, пульсоксиметр, “Ашығыс ярҙам” бүлексәһенә ЭКГ аппараты, ЭКГ кабинетына функциональ диагностика ҡорамалдары һәм башҡа кәрәк-яраҡ алынды. Бөтөн дауахана буйынса видеокүҙәтеү камералары, тауыш яҙҙырғыстар, шулай уҡ бүлексә етәкселәренә һәм дауаланыусыларға уңайлы булһын өсөн компьютерҙар урынлаштырылды.
Хәҙер поликлиника регистратураһында сират юҡ тиерлек, сөнки барыһын да видеокүҙәтеү аша контролдә тотам. Ә белгестәр алдан яҙылыу буйынса ҡабул итә. Ныҡ сирләп киткән осраҡта белгескә инеү өсөн башта үҙеңдең участка терапевына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул алдан яҙылмайынса ҡабул итеүҙе һорап, белгескә йүнәлтмә бирә.
Әленән-әле бағыусылыҡ ярҙамын да тойоп торабыҙ. Уҙған йылда, мәҫәлән, Марат Фәтхелислам улы Рәхмәтуллиндың тос ярҙамы менән Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһы ЭКГ, биохимик анализ ҡабул итеү аппараттары, стоматология ҡулайламалары һәм башҡа күп төрлө ҡорамал, кәрәк-яраҡ менән тулыланды. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, хәҙер дауахана барлыҡ белгестәр менән тулыланып бөттө тиергә мөмкин. Яңы килгәндәрҙән: лор Ирек Фуат улы Арыҫлановтан, окулист Рената Радик ҡыҙы Ҡотлогилдинанан, невролог Рәсимә Миҙхәт ҡыҙы Хәбибуллиналарҙан халыҡ бик ҡәнәғәт. Улар – Стәрлетамаҡтағы медицина учреждениеларында бер аҙ тәжрибә туплаған, белемле табиптар. Үҙәк район дауаханаһындағы тәжрибәле, ҙур хеҙмәт стажына эйә табиптарҙы ла билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, Эльмира Шәйбәкова, Мария Жигайло, Рәйсә Йәнбәкова, Ирада Арыҫланова, шәфҡәт туташтары Наилә Йомағолова, Людмила Сидорова, Йөҙимән ФАП-ынан Резеда Шәмсетдинова, Ҡаранйылғанан Рәмилә Ишбулдина, Бурлынан Альбина Ғүмәрова, Уҫмандан Әхәт Заһиҙуллин, Игенйылғанан Рәмзилә Сәләхова, Үтәктән Зөлфиә Солтанова, Буруновканан Светлана Мәхийәнова кеүектәр кешеләр һаулығы һағында уяу тора.
Алдағы пландарға килгәндә, быйыл Яңғыҙҡайын амбулаторияһында шулай уҡ бағыусылар көсө менән йылытыу системаһын яңыртыу, дауахананың инфекция бүлексәһенә ремонт уҙғарыу күҙаллана.
Индира ИШКИНА яҙып алды.