Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәттәре һәр йортта кәрәк
Хеҙмәттәре һәр йортта кәрәк Ишембай ҡалаһының тарихына күҙ һалһаҡ, ул төрлө йылдарҙа төҙөклөгө, йәшеллеге, торлаҡ фондының именлеге, юл һәм тротуарҙарҙың, йорт араларының таҙалығы буйынса республика ҡалалары араһындағы бәйгеләрҙә бер нисә тапҡыр еңеүсе булды. Бөгөн дә ҡала үҙенең дәрәжәһен юғары тота. Был уңыштарҙа “Жилищник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өлөшө ҙур.

Йәмғиәт үҙенә беркетелгән биләмәлә торлаҡ фондына идара итә, уны төҙөк­ләндерә, йорт ихаталарын, балалар май­ҙан­сыҡтарын тәртиптә тота, йәшел­лән­дерә, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙарта.
Коллектив күп фатирлы 46 йортто хеҙмәтләндерә. Уларҙа йылылыҡ, электр энергияһы һәм һыуҙы иҫәпләүсе при­борҙар урынлаштырылған. Ҡорамал­дар­ҙың көйлө һәм теүәл эшләүе ресурстарҙы һаҡсыл тотоноуҙы тәьмин итә. Хәҙер иҡтисади талаптар айырыуса ҡәтғи. Әммә бында энергияны экономиялау мәсьәләһе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Әйтәйек, республикала беренселәрҙән булып дөйөм файҙаланыу урындарында энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйҙылар. Электр энергияһын иҫәпләүсе ике тарифлы счетчиктар урынлаштырыуҙа ла өлгөрлөк күрһәттеләр. Ғөмүмән, йәмғиәт торлаҡты хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән һәр яңылыҡты ҡыйыу ҡуллана. Торлаҡ фондын ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса федераль һәм республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнашалар. Быға һуңғы осорҙа башҡарылған мөһим эштәр миҫал булып тора. Һанаулы ғына ваҡытта күп ҡатлы бер нисә йорттоң түбәһен яңырт­ҡандар, һыу селтәрҙәрен алмаш­тыр­ғандар.
Күп ҡатлы йорттарҙа лифттарҙың төҙөклөгөнә етди иғтибар йүнәлтелә. Төбәк бюджетынан бүленгән финанс ярҙамы иҫәбенә Докучаев урамындағы күп ҡатлы йорттоң өс подъезында яңы лифттар урынлаштырылған. Аҙ ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең дә күңеле тыныс, уларҙағы иҫкергән электр йыһаздары тулыһынса яңыртылған.
Былтыр Ишембай ҡалаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрамға әҙерлек уңайынан “Жилищник” коллективы айырыуса тырышлыҡ күрһәтте. Байтаҡ юл һәм тротуар ремонтланды, Стаханов урамында өҫтәмә автотуҡталҡа булдыр­ҙылар, бик күп ағас һәм сәскә үҫентеләре ултырттылар.
Һуңғы осорҙа торлаҡ-коммуналь ху­жалыҡта барған реформалар һәр осраҡта ла халыҡ тарафынан хуплана тип әйтеп булмай. Шуға әлеге шарттарҙа торлаҡ хужалары менән үҙ-ара аңлашып эшләү ҙур әһәмиәткә эйә. Коллектив нәҡ шул юлды һайлаған. Беренсенән, хеҙмәт­ләндереү сифаты халыҡтың ышанысын аҡларлыҡ булһын тип эшләйҙәр. Икен­сенән, торлаҡ хужаларын ҡулланыусы ғына булыу ғәҙәтенән арындырырға тырышалар. Был маҡсатта улар ҡатнашлы­ғында йорт ихатаһында өмәләр, байрамдар, күмәк спорт саралары, конкурстар үткәрелә.
“Жилищник” үҙ биләмәһендәге спорт майҙансығын ҡыш – катокка, ә йәй кортҡа әйләндерә. Халыҡ менән тығыҙ аралашыу өсөн етәкселеккә, булдыҡлылыҡ менән бер рәттән, күпмелер дәрәжәлә психолог та булырға кәрәк. Йәмғиәт директоры Динар Баязит улы Фәхретдинов, йәш булһа ла, тәжрибәле һәм зирәк етәксе. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына эшкә армия хеҙмәтенән һуң килгән, слесарь-монтажсынан башлап директор вазифаһына тиклем күтәрелгән.
Бында йөҙгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың ун бише — белемле, заманса әҙерлекле белгестәр. Эшсәндәргә уңайлы шарттар тыуҙырылған, хеҙмәткә түләүҙә дәртләндереү саралары ҡаралған. Мас­терҙар Рима Ялиева, Регина Хәмиҙул­лина, Ильвира Иҫәнова, баш инженер Андрей Плеханов, урам һепереүселәр Фәнисә һәм Малик Хәкимовтар, диспетчер Нәзилә Закирова, инженерҙар Руфина Шәрәфетдинова, Татьяна Никитина, балта оҫтаһы Әхмәт Әминев хаҡында коллективта маҡтау һүҙҙәре генә әйтәләр. Иң мөһиме — һәр кем хеҙмәтенең һәр йортҡа кәрәклеген тойоп эшләй.





Район: Ишембай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә