Ишембай ҡалаһының тарихына күҙ һалһаҡ, ул төрлө йылдарҙа төҙөклөгө, йәшеллеге, торлаҡ фондының именлеге, юл һәм тротуарҙарҙың, йорт араларының таҙалығы буйынса республика ҡалалары араһындағы бәйгеләрҙә бер нисә тапҡыр еңеүсе булды. Бөгөн дә ҡала үҙенең дәрәжәһен юғары тота. Был уңыштарҙа “Жилищник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең өлөшө ҙур.Йәмғиәт үҙенә беркетелгән биләмәлә торлаҡ фондына идара итә, уны төҙөкләндерә, йорт ихаталарын, балалар майҙансыҡтарын тәртиптә тота, йәшелләндерә, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙарта.
Коллектив күп фатирлы 46 йортто хеҙмәтләндерә. Уларҙа йылылыҡ, электр энергияһы һәм һыуҙы иҫәпләүсе приборҙар урынлаштырылған. Ҡорамалдарҙың көйлө һәм теүәл эшләүе ресурстарҙы һаҡсыл тотоноуҙы тәьмин итә. Хәҙер иҡтисади талаптар айырыуса ҡәтғи. Әммә бында энергияны экономиялау мәсьәләһе һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Әйтәйек, республикала беренселәрҙән булып дөйөм файҙаланыу урындарында энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйҙылар. Электр энергияһын иҫәпләүсе ике тарифлы счетчиктар урынлаштырыуҙа ла өлгөрлөк күрһәттеләр. Ғөмүмән, йәмғиәт торлаҡты хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән һәр яңылыҡты ҡыйыу ҡуллана. Торлаҡ фондын ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса федераль һәм республика маҡсатлы программаларында әүҙем ҡатнашалар. Быға һуңғы осорҙа башҡарылған мөһим эштәр миҫал булып тора. Һанаулы ғына ваҡытта күп ҡатлы бер нисә йорттоң түбәһен яңыртҡандар, һыу селтәрҙәрен алмаштырғандар.
Күп ҡатлы йорттарҙа лифттарҙың төҙөклөгөнә етди иғтибар йүнәлтелә. Төбәк бюджетынан бүленгән финанс ярҙамы иҫәбенә Докучаев урамындағы күп ҡатлы йорттоң өс подъезында яңы лифттар урынлаштырылған. Аҙ ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең дә күңеле тыныс, уларҙағы иҫкергән электр йыһаздары тулыһынса яңыртылған.
Былтыр Ишембай ҡалаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Байрамға әҙерлек уңайынан “Жилищник” коллективы айырыуса тырышлыҡ күрһәтте. Байтаҡ юл һәм тротуар ремонтланды, Стаханов урамында өҫтәмә автотуҡталҡа булдырҙылар, бик күп ағас һәм сәскә үҫентеләре ултырттылар.
Һуңғы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡта барған реформалар һәр осраҡта ла халыҡ тарафынан хуплана тип әйтеп булмай. Шуға әлеге шарттарҙа торлаҡ хужалары менән үҙ-ара аңлашып эшләү ҙур әһәмиәткә эйә. Коллектив нәҡ шул юлды һайлаған. Беренсенән, хеҙмәтләндереү сифаты халыҡтың ышанысын аҡларлыҡ булһын тип эшләйҙәр. Икенсенән, торлаҡ хужаларын ҡулланыусы ғына булыу ғәҙәтенән арындырырға тырышалар. Был маҡсатта улар ҡатнашлығында йорт ихатаһында өмәләр, байрамдар, күмәк спорт саралары, конкурстар үткәрелә.
“Жилищник” үҙ биләмәһендәге спорт майҙансығын ҡыш – катокка, ә йәй кортҡа әйләндерә. Халыҡ менән тығыҙ аралашыу өсөн етәкселеккә, булдыҡлылыҡ менән бер рәттән, күпмелер дәрәжәлә психолог та булырға кәрәк. Йәмғиәт директоры Динар Баязит улы Фәхретдинов, йәш булһа ла, тәжрибәле һәм зирәк етәксе. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына эшкә армия хеҙмәтенән һуң килгән, слесарь-монтажсынан башлап директор вазифаһына тиклем күтәрелгән.
Бында йөҙгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың ун бише — белемле, заманса әҙерлекле белгестәр. Эшсәндәргә уңайлы шарттар тыуҙырылған, хеҙмәткә түләүҙә дәртләндереү саралары ҡаралған. Мастерҙар Рима Ялиева, Регина Хәмиҙуллина, Ильвира Иҫәнова, баш инженер Андрей Плеханов, урам һепереүселәр Фәнисә һәм Малик Хәкимовтар, диспетчер Нәзилә Закирова, инженерҙар Руфина Шәрәфетдинова, Татьяна Никитина, балта оҫтаһы Әхмәт Әминев хаҡында коллективта маҡтау һүҙҙәре генә әйтәләр. Иң мөһиме — һәр кем хеҙмәтенең һәр йортҡа кәрәклеген тойоп эшләй.