Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батырлығы өс ғүмергә торошло
Батырлығы өс ғүмергә торошло Күптән түгел Хәйбулланың ҡыйыу егеттәренең береһе Арсен Байғусҡаровтың яҙмышында иҫтәлекле ваҡиға булды. Ул Түбәнге Новгород ҡалаһында “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Рәсәй кимәлендәге юғары награданы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тапшырҙы.

Аҡъярҙағы 2-се мәктәп­тең 11-се класс уҡыусыһы Арсен Байғусҡаров бынан өс йыл элек миҙалға лайыҡ батырлыҡ ҡыла. Йәй көнө класташтары һәм ата-әсә­ләре менән Таналыҡ буйына ял итергә сығалар. Йылға ярында уйнап, һыу ингәндән һуң барыһы ла усаҡ янына йыйыла. Көнө буйы арығанлыҡтан, Арсен үҙе ҡорған ҡыуыш эсендә ятып торорға була. Йоҡлап барғанда ғына әсәһенең ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетә. Йүгереп сығып уның янына бара.
– Анауында кемдер бата шикелле, ул урында өй­рөлт­мәк бар, – тип әсәһе ҡыуаҡлыҡтар аръяғына күрһәтә.
Арсен шунда уҡ һыуға һикерә. Ысынлап та, ситтән ҡарағанда шаярып йөрөгән кеүек күренгән ҡыҙҙар йә­шәү менән үлем араһында ҡалған була. Хәлдең ҡур­ҡыныс икәнлеген төшөнгән үҫмер улар янына йөҙөп килеп, ҡыҙҙарҙың береһен ярға ҡарай этеп ебәрә, әсә­һе уны ҡаршы килеп то­та. Икенсе ҡыҙ һыу төбөнә кит­кән була. Арсен сумып, уны сәсенән эләктереп ала. Һыуҙан һөйрәп сығарып, ярға яҡынайта. Тетрә­неү­ҙән бөтөнләй аяғына баҫа алмаған өсөнсө ҡыҙҙы Арсен Байғусҡаров ярға үҙе күтәреп алып сыға. Ҡыҙ­ҙар­ҙы ҡотҡарам тип көслө ағым менән алышҡан үҫ­мерҙең хәле бөтә, әммә ул юғалып ҡалмай. Бына шулай өс кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡала батыр йөрәкле егет.
Төбәктең иң йәш геройы киләсәктә юрист булырға хыяллана. Спорт менән шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған, мәктәптең баскетбол буйынса йыйылма коман­даһы капитаны булған егеттең хыялы тормошҡа ашырына ышаныс ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә