Күптән түгел Хәйбулланың ҡыйыу егеттәренең береһе Арсен Байғусҡаровтың яҙмышында иҫтәлекле ваҡиға булды. Ул Түбәнге Новгород ҡалаһында “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Рәсәй кимәлендәге юғары награданы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тапшырҙы.Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Арсен Байғусҡаров бынан өс йыл элек миҙалға лайыҡ батырлыҡ ҡыла. Йәй көнө класташтары һәм ата-әсәләре менән Таналыҡ буйына ял итергә сығалар. Йылға ярында уйнап, һыу ингәндән һуң барыһы ла усаҡ янына йыйыла. Көнө буйы арығанлыҡтан, Арсен үҙе ҡорған ҡыуыш эсендә ятып торорға була. Йоҡлап барғанда ғына әсәһенең ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетә. Йүгереп сығып уның янына бара.
– Анауында кемдер бата шикелле, ул урында өйрөлтмәк бар, – тип әсәһе ҡыуаҡлыҡтар аръяғына күрһәтә.
Арсен шунда уҡ һыуға һикерә. Ысынлап та, ситтән ҡарағанда шаярып йөрөгән кеүек күренгән ҡыҙҙар йәшәү менән үлем араһында ҡалған була. Хәлдең ҡурҡыныс икәнлеген төшөнгән үҫмер улар янына йөҙөп килеп, ҡыҙҙарҙың береһен ярға ҡарай этеп ебәрә, әсәһе уны ҡаршы килеп тота. Икенсе ҡыҙ һыу төбөнә киткән була. Арсен сумып, уны сәсенән эләктереп ала. Һыуҙан һөйрәп сығарып, ярға яҡынайта. Тетрәнеүҙән бөтөнләй аяғына баҫа алмаған өсөнсө ҡыҙҙы Арсен Байғусҡаров ярға үҙе күтәреп алып сыға. Ҡыҙҙарҙы ҡотҡарам тип көслө ағым менән алышҡан үҫмерҙең хәле бөтә, әммә ул юғалып ҡалмай. Бына шулай өс кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡала батыр йөрәкле егет.
Төбәктең иң йәш геройы киләсәктә юрист булырға хыяллана. Спорт менән шөғөлләнгән, яҡшы уҡыған, мәктәптең баскетбол буйынса йыйылма командаһы капитаны булған егеттең хыялы тормошҡа ашырына ышаныс ҙур.