Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил хәстәрен йөкмәп иңенә
Ил хәстәрен йөкмәп иңенә Әбйәлил юл төҙөү-ремонтлау идаралығына сирек быуат етәкселек иткән, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Мирхәт Зиннәт улы Рәжәпов әле “Башкиравтодор” асыҡ акционер йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары вазифаһын биләй. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә һыналыр, ти халыҡ мәҡәле. Был төбәктә юлдарҙың яңырыуын Мирхәт Рәжәпов исеме менән бәйләйҙәр: ил эшен иңенә йөкмәп, тыуған төйәген яҡшы тормошҡа әйҙәгән етәксенең исеме – халыҡ күңелендә, яҡташ­тары уның менән хаҡлы ғорур­лана, рәхмәт әйтә. Юл төҙөлөшө – тормо­шобоҙ артерияларын сафҡа индереү – уның ғүмерлек һөнәре булды.
Ни генә тимә, таһыллыҡ, тәүәккәллек, етәкселек итеү сифаттары ҡандан да килә. Уның нәҫел тамырҙары күренекле тархан Шағәле Шаҡман исеменә барып тоташа. XVIII быуат урталарында ул Ҡаҙмаш ауылына нигеҙ һала.
Мирхәт Зиннәт улының ике нәҫеле – Влас Рамаҙан улы менән Моталлап Әбүталип улы Рәжәповтар үҙ ваҡытында Әбйә­лил ерендә күренекле шәхестәр булған. Влас Рамаҙан улы – Озерный бүлексәһенең алдынғы эшсеһе булараҡ СССР Юғары Советына депутат итеп һай­ланған Ленин ордены кавалеры. Әбйәлил районы иҡтисадын үҫтереүгә күп көс һалған шәхес. Моталлап Әбүта­лип улы иһә – дәүләт эшмәкәре. Халҡы өсөн ҙур эштәр башҡарып (ул Тамъян-Ҡатай кантоны етәксеһе була), байтаҡ уңышҡа өлгәшә. Шул арҡала ҡайһы берәүҙәргә оҡшамай – яла яғалар. 1938 йылда репрессия ҡорбаны булып, 1957 йылда ғына аҡлана, на­мыҫлы исеме халыҡҡа ҡай­тарыла.
Йәнә туғандарынан Хәйбрах­ман Рәжәпов – БАССР-ҙың атҡа­ҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Баймөхәмәт Рәжәпов – халыҡ мәғарифы өлкәһендә эшләгән билдәле шәхес. Район халыҡ мәғарифын үҫтереүгә көс һалған Әҡсән Илһамов һәм Башҡорт­остан Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы Марат Илһамов менән әсәй яғынан туғандар.
Ата-әсәһенең – фронтовик Зиннәтулла Рәжәповтың, яңғыҙы дүрт баланы аяҡҡа баҫтырған Маһикамал Абдулла ҡыҙының – рух ныҡлығын, күңел бөтөнлөгөн аманат итеп алған Мирхәт Зиннәт улы ауырлыҡтар алдында баш эймәй, уларҙы еңеү юлдарын эҙләй, һәр саҡ алға ынтыла. Ул бик йәшләй атайһыҙ ҡалып, ауыл тормошоноң бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Ғөмүмән, ғаиләләге дүрт бала ла эшһөйәр, иҫ киткес теремек, булдыҡлы булып үҫә, йәмғиәт өсөн файҙалы шәхестәр булып, тормошта үҙ урынын табып, абруй яулап йәшәйҙәр. Тырыш, уҡыуға һәләт­ле егет Ҡаҙмаш һигеҙ йыллыҡ, артабан Амангилде урта мәктәптәрендә белем алғандан һуң Өфө авиация институтына уҡырға инә.
Уҡыу йортон тик яҡшы билдә­ләргә генә тамамлаған Мирхәткә кафедрала эш тәҡдим итәләр. Тик ул Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә ҡарар итә, ә ике йылдан һуң Әбйәлиленә әйләнеп ҡайта. Юғары белемле, хәрби хеҙмәттә сынығыу үткән йәш белгесте район етәкселеге ҡуш ҡуллап ҡаршы ала, ремонт-техник хеҙмәт­ләндереү пред­приятие­һына эшкә йүнәлтә. Уны комбайндар цехы етәксеһе итеп ҡуялар, бер аҙҙан партия секретары итеп һайлайҙар.
1988 йылда үҙ эшенә яуаплы ҡараған йүнсел, булдыҡлы белгесте Әбйәлил юл төҙөү-ремонтлау идаралығына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Идаралыҡты ҡабул итеп алғанда кадрҙар етешмәй, бер нисә дана ғына техника саҡ “тын ала”. Ә юлдар бөтөнләй насар хәлдә була.
Ҙур сәм менән бурысына тотона йәш белгес. Яңы техника алып, матди базаны нығытма­йынса эш алға китмәйәсәген аңлай. Тәүге экскаваторҙар, бульдозерҙар, автогрейдерҙар һатып алына. Битум һаҡлағыс, ике асфальт-бетон заводы, таш ваҡлаусы ҡоролма төҙөлә. Хеҙ­мәт етештереүсәнлеге артҡан­дан-арта бара, табышлы эшләгән ойошмаға эшсе кадрҙар ағыла...
Көньяҡ Уралдың урманлы, тау-ташлы ҙур майҙанын биләгән Әбйәлил районы, ниһайәт, яҡшы юл селтәре менән сыбарлана башлай. Асҡар – Красная Башкирия, Асҡар – Таштимер, аэропорт – элеватор маршруттары тәүгеләрҙән булып тип-тигеҙ асфальт юлға төрөнә.
Бер аҙҙан 450 кеше эшләгән коллектив ҙур күләмдәге эштәрҙе сифатлы атҡарырлыҡ көскә эйә була, Башҡортостандағы 54 район араһында иң ҡеүәтле һәм табышлы эшләгән ойошма иҫәбенә инә. Шул йылдарҙа республика әһәмиәтендәге Сермән – Баймаҡ, Асҡар – Хәлил йүнәлештәрендәге төҙөлөштә Әбйәлил эшселәренең ҡул йылыһы, аҡыл көсө һалына. Шулай итеп, Көньяҡ Урал райондары халҡы өсөн баш ҡалабыҙ Өфөгә тура маршрут асыла. Амангилде, Ҡаҙмаш ауылдары аша үткән юлды урындағы халыҡ юҡҡа ғына “Мирхәт юлы” тип атамағандыр.
1998 йылда илебеҙ тағы бер һынау тотто: иҡтисади көрсөк күптәрҙең уй-хыялдарын селпә­рәмә килтерҙе. Әммә Мирхәт Рәжәповтыҡын түгел. Мәсьәлә ҡатмарлыраҡ булған һайын, ул сәмләнеберәк эшкә тотона. Яңылыҡтарҙан ҡурҡып тормау, эште заманса үҙгәртеп ҡороу, хужалыҡ итеүҙә кеше факторын оҫта файҙаланыу үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай. Шулай итеп, идаралыҡ ҡарамағында ун магазин асыла, ике заправкалау станцияһы, асфальт-бетон заводы, таш онтау ҡоролмаһы төҙөлә, газ үткәреүсе төркөм ойошторола. Киң ҡоласлы эш һөҙөмтә­һендә коллективты һаҡлап алып ҡалырға мөмкинлек тыуа. Район өсөн дә файҙа: тиҙ арала ауылдарға газ үткәргес торбалар һуҙыла...
Әбйәлил сигенә етеү менән кешеләр еңел тын алып ҡуя. Тип-тигеҙ, ялтлап ятҡан, һәр саҡ тәртиптәге юлдан йөрөүе үҙе бер кинәнес. Ҡышын ул ҡарҙан таҙартылған була. Сифатлы эшләй белә инде Әбйәлил уңғандары! Күңеленән һәр кем мең тапҡыр рәхмәт әйтәлер, моғайын, тырыш төҙөүселәргә.
1988 йылдан 2014 йылға хәтлем идаралыҡ тарафынан 300 саҡрым асфальт юл һалынған, ауыл урамдары 64 километр шундай уҡ “күлдәк” кейгән, 20 күпер төҙөлгән. Бөтәһе 640 километр юл арауығы, әллә күпме күпер, һыу үткәргес торба, автопавильон өсөн яуаплы булды идаралыҡ. Өс йыл элек һыу ташыу арҡаһында йыуылған юлдарҙы, күперҙәрҙе – ғөмүмән, тәбиғәт килтергән ғәрәсәтте күптәр иҫләйҙер. Идаралыҡ эшселәре, ике аҙна эсендә көндө төнгә ялғап тырышып эшләп, ғәҙәттән тыш хәлде еңеп сыҡты.
“Башкиравтодор” асыҡ ак­ционер­ йәмғиәтендә лә, район хакимиәтендә лә идаралыҡтың эшмәкәрлегенә һәр саҡ юғары баһа бирелде. Әбйәлил төбә­генең даны республика кимәленә күтәрелде. Тынғыһыҙ етәксенең эшен Хөкүмәтебеҙ “Башҡорт­остан Республикаһының атҡаҙан­ған төҙөүсеһе” тигән юғары исем менән билдәләне.
Әбйәлилдәр юл төҙөүсеһе булырға ашҡынып торҙо. Берҙән, лайыҡлы эш хаҡы алһалар, икенсенән, шарттар һәйбәт, эшселәр социаль яҡтан ҙур хәстәрлек менән солғап алынды. Мәҫәлән, тап шул йылдарҙа 60-лап кешегә йорт төҙөлдө, 2002 йылда ике ҡатлы һигеҙ фатирлы торлаҡ сафҡа инде. Идаралыҡ заманса бинаға күсенде. Шәхси йорт төҙөгәндә мохтаждарға техникамы, бала­лар­ҙың йәйге ялын ойоштороумы, шифаханаларға юлламамы – рәхим ит. Асфальт һалыусылар, юл тигеҙләүселәр, ҡом-таш түшәүселәр – һәммә­һенең көнит­мешен еңеләйтеүгә өлөш индер­ҙе етәксе. Үҙе лә вазифаһына яуаплы ҡараған­дарҙы хөрмәтләй, ҡурсалай белде. Хеҙмәт кеше­һенә ихтирам менән ҡарау – уның аҫыл сифат­тарының береһе. Башҡа ойошмалар иһә Рәжәпов “мәктәбендә” тәрбиәләнгән йәш белгестәрҙе эшкә алырға атлығып торҙо, төбәктең бик күп етәкселәре ошонда сыныҡты, ҡанат нығытты.
Идаралыҡта ветерандар ҙа – иғтибар үҙәгендә. Ял йорттарына юллама, мал аҙығы, юбилей­ҙарына бүләктәр, байрамдарҙа сәй табындары ойоштороу кеүек матур йолалар әле лә дауам итә.
Рухлы милләттәшебеҙ шәф­ҡәт­лелек күрһәтеү өлгөһө була­раҡ та тирә-яҡта киң билдәле. Шулай уҡ ойошма менән йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, спорт, үҙешмәкәр сәнғәт смотр­ҙарында һәр саҡ беренсе булдылар, һабантуйҙарҙа, ҡурай байрамдарында, Салауат көндә­рендә ихласлап сәхнә түрен биләнеләр. Шуға ла яҡташтары бер һүҙҙән район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һайлап ҡуйҙы. Район Советы рәйесе булараҡ та тыуған еренең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәне ул. 26 йыл рәттән район Советы депутаты булһа, 2007 йылда район Советы рәйесе итеп һайланды.
Һуңғы вазифаны баш ҡалаға юғары вазифаға тәғәйенләнгәнсе башҡарҙы. Депутат булараҡ гел халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртты. Һәр ауылда, ойошмала уны көтөп алдылар, үтенестәрен, һорауҙа­рын еткерҙеләр. Уның үҙ-ара мөнәсәбәттә ябай, ярҙамсыл булыуын, һүҙендә тороуын яҡташ­тары яҡшы белде.
Ә Мирхәт Зиннәт улының башҡарған изге эштәре бихисап. Мәҫәлән, мәғрифәтсе-шағир Шафиҡ Әминев-Тамъяни, дәүләт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев, ғалим Ким Әхмәт­йәнов, шағир, драматург Рәмил Ҡол-Дәүләт, халыҡ артисы Ғиниәт Ушанов, сәнғәт эшмәкәре Ғәй­фулла Сарбаев, уҡытыусы, Ленин ордены кавалеры Мөхәммәт Садиҡов, Советтар Союзы Геройы Рәүеф Дәүләтов, БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы Ғәли Бир­ҙиндың исемдәре мәңгеләш­терелде. Граждандар һуғышы геройы, хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡорт атлы бригадаһының полк командиры, аҙаҡтан Түбә руда идаралығы етәксеһе, репрессия ҡорбаны Фәттәх Ибраһимовтың даны халыҡҡа ҡайтарылды. Асҡарҙа бер урамға уның исеме бирелде, Әлмөхәмәттә таҡтаташ ҡуйылды. Райондағы 300-ҙән ашыу золом ҡорбаны иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Чечен Республика­һында, Абхазияла һалдат бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған ун Әбйәлил егетенең исемдәре лә мәңгеләштерелде. Сибай кантон, Сура батырҙың исемдәрен мәңгеләштереү ҙә Мирхәт Зиннәт улының туранан-тура ҡатнашлығында башҡарыл­ды. Арҙаҡлы шәхестәр хөр­мәте­нә төрлө ярыштар үткәреү, иман йорттары төҙөү, экологик өмә­ләр, йәштәргә патриотик тәрбиә биреү, студенттарға матди ярҙам күр­һәтеү – илем, халҡым, ерем тип янып йәшәгән кешенең барлыҡ изге эштәренең бөтәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел гәзит битендә. Әйткәндәй, төп башҡорт гәзитенә яҙылыу осоронда һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн “Башҡорт­остан” гәзите редакция­һының юбилярға рәхмәте ҙур.
Талапсан, етди етәксенең ты­лы ла ныҡлы. Ғаиләһендә ул – өлгөлө ғаилә башлығы, хәстәр­лекле атай, ҡәҙерле олатай. Һөйөклө ҡатыны Мөслимә Исмә­ғил ҡыҙы менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Дилбәр менән Гөлдәрҙең үҙ ғаиләләре бар, балалар үҫтерә­ләр. Улы Айбулат Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағандан һуң атаһының янып эшләгән, зиһен көсөн түккән ойошмаһында программист вазифаһында.
Бөгөн Мирхәт Зиннәт улы “Башкиравтодор” асыҡ акционер йәмғиәтендә юғары вазифа биләһә лә, яҡташтарын һис онотмай. Район Советы депутаты бу­лараҡ һайлаусыларының мө­рәжә­ғәттәрен, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә етди ҡарай, төрлө сараларҙа бағыусы булараҡ сығыш яһай. Амангилде һәм Ҡаҙмаш мәктәптәренең иң яҡшы уҡыусыларын шәхси премия менән бүләкләй. Былтыр Өфөгә экскурсияға килгән ветерандарҙы ла ярҙамынан өҙмәне.
Зирәк аҡыллы, киң зиһенле остаз, оҫта етәксе итеп танылған арҙаҡлы шәхес, төйәгенең ысын патриоты Мирхәт Рәжәповтың яҡташтары мәнфәғәтендә янып йәшәгән мәле. Бай хеҙмәт тәж­рибәһе киләсәктә лә бәрәкәтле Әбйәлил төбәгенең иҡтисадын күтәреүгә, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыуға хеҙмәт итер. Бының өсөн булдыҡлылығы ла, ихтыяр көсө лә етерлек уның.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873