Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ни өсөн ир-атҡа еңелерәк?
Көндәлек тормошта кемгә еңелерәк — ҡатын-ҡыҙғамы, әллә ир-атҡамы? Әлбиттә, һәр кемдең үҙ өҫтөнлөктәре, шулай ҙа 8 Март байрамы осоронда көслө заттың көслө яҡтарын билдәләргә булдыҡ.
1. Ир-егеткә күркәмерәк күренеү өсөн күтәрмәле йәки платформалы туфли кейеп, умыртҡалығына зыян килтереүҙең кәрәге юҡ. Шулай ҙа күтәрмәле аяҡ кейемен иң элек тап ир-егеттәр кейгән. Әле ирҙәр бындай түбәнселеккә төшмәҫ, йәғни бейеклеккә күтәрелмәҫ, моғайын.
2. Бала тапҡандағы ғазаптарҙы ла белмәй улар. Нисек кенә булмаһын, туғыҙ ай буйы сабыйыңды йөрәк аҫтында йөрөтөп, тулғаҡ тотоу михнәтен кисереүгә ҡарағанда, бала табыу йортоноң тупһаһын тапау еңелерәк.
3. Рулдәге һары сәсле иргә юл уртаһында туҡтап ҡуйыр тип ҡурҡып йәки хәүефләнеп ҡарамаясаҡтар.
4. Бөҙрәханаға барыу — уның өсөн мөһим ваҡиға, ә яратҡан оҫтаңдың китеүе фажиғә түгел. Һис юғында, сәсте машинка менән дә алырға мөмкин.
5. Тырнаҡтағы буяу иң мөһим мәлдә ҡупҡан тип бер ҙә ҡайғыраһы юҡ уға.
6. Ир-егет биҙәнеү әйберҙәренә, эске кейемгә, алтын-көмөшкә аҡса сарыфламауҙы хуп күрә (ҡатын-ҡыҙға ғына бүләк итмәһә).
7. Уның беренсе булып шылтыратыу, хәбәр ебәреү, подъезд төбөндә көтөү хоҡуғы бар. Ныҡышмаллығы өсөн ир-атты берәү ҙә тәнҡитләмәҫ.
8. Эш биреүсе уның анкетаһына ҡарап: “Балағыҙ бар икән, тимәк, эште йыш ҡалдырасаҡһығыҙ” йәки “Балағыҙ юҡ икән, тимәк, оҙаҡламай декретҡа китәсәкһегеҙ” тип көрһөнмәйәсәк.
9. Һөйгәненең иһә үҙенән 10, 15, хатта 25 йәшкә кесерәк булыуы ихтимал. Дуҫтары уға көнләшеп кенә ҡараясаҡ.
10. Олоғайғанға тиклем кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда, ҡартайғансы өйләнмәй йөрөгән ир-егеттәргә мөнәсәбәт яҡшыраҡ.
11. Бер фильмдағы героиня әйткәнсә, айырылған ирҙе — ирекле, ә ҡатынды ташлағандар, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, был һүҙҙәрҙә бер аҙ хаҡлыҡ бар кеүек.
12. Нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙ эшләгән ойошмалар ир-егетте ихлас ҡабул итеүсән.
13. Тәүге осрашыуҙа уға, әҙәп һаҡлап, йәшел сәйгә йәки ҡәһүәгә генә заказ биреүҙең кәрәге юҡ.
14. Кафела йәки ресторанда ашаған өсөн ҡатын-ҡыҙ түләрме-юҡмы тигән һорау менән башын ҡатырмай ул.
15. Ир-егет иртән макияжһыҙ ниндәй ҡиәфәттә булырмын тип борсолмай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә