Олоғая барған һайын йәшлеген йышыраҡ иҫенә төшөрә башланы Хәбибулла. Ни ғәләмәт, төштәрендә лә – шул уҡ йәш, сая, дәртле саҡтары. Имеш, ул ҡаштарын һикертә-һикертә гармунда уйнай. Ә түңәрәк уртаһында бөтөрөлөп, эре ҡыҙыл борсаҡ төшкән күлдәк итәктәрен өйөрөлтөп бер сибәр ҡыҙ әйләнә. Уянып китә лә Хәбибулла, ҡыҙҙың исемен иҫенә төшөрөргә тырышып, хәтер һандығында соҡона башлай. Кем һуң әле ул? Ҡыҙыҡайҙың башын әйләндерә ине бит йәш саҡта. Ятып йоҡоға китеүе була, шул киске уйын, тағы ла башын ҡырын һалып, гармунды өҙгөләй, һәм йәнә шул ҡыҙыҡай. Эх, туҡтап, әйләнеп ҡараһасы үҙенә. Ни хикмәт, ҡыҙыҡай уның ҡаршыһына килеп тыпырҙап бейеп ала.
Тертләп уянып китте Хәбибулла ҡарт. Йөрәге дарҫлап тибә, үҙе тиргә батҡан. Әйтерһең, ысынлап та киске уйында ҡулдары талғансы гармунын тартҡан. Ә ҡулдары, ысынлап та, арыған һымаҡ, һыҙлабыраҡ торасы. Ә бит теге ҡыҙыҡайҙың исемен иҫенә төшөрҙө Хәбибулла ҡарт. Бәй, күрше ауыл ҡыҙы Нәзилә бит! Күҙе төшөп йөрөгәйне уға Хәбибулланың. Йыйындарҙа гелән түңәрәк уртаһында ине шул Нәзилә. Уға күҙе төшмәгән егет булмағандыр. Ауылдар араһы алты-ете саҡрым булһа ла, уны күрер өсөн генә бара торғайны бит ул. Янында ҡыҙҙар өйөрөлөп йөрөһә лә, башҡаларға күңеле ятманы. Гелән шул Нәзиләне уйлап, гармунын ҡосаҡлап, моңайып ултырыр ине. Тик барып йөрәген асып һалырға баҙнат итмәне шул.
Күрше ауыл егеттәре уҫал, сая ине. Ҡыҙҙарын оҙатып ҡара киске уйындан һуң: тештәреңде кеҫәңә тултырып ҡайтарырҙар. Йә булмаһа, аяҡ-ҡулыңды һындырыуҙары ихтимал. Шөрләне шул Хәбибулла. Ә йөрәк ялҡынын баҫа алманы. Шунан ҡапыл ғына бер ҡарарға килде: урларға! Тик ул әҙерләнгәнсе, Нәзиләһен йола буйынса һоратып, никах уҡытып, үҙ ауылы егете ғүмерлек йәр итте лә ҡуйҙы. Эй өҙгөләнеүҙәре шул саҡтарҙа Хәбибулланың! Улының хәлен аңлап, атаһы тиҙ арала кәләш әйттереп, өйләндерҙе үҙен. Нисауа, сибәр ине уның кәләше.
Матур ғына йәшәп киттеләр. Инде ейән-ейәнсәрҙәр бихисап. Әлеге көндә икәүләшеп кенә донъя көтәләр. Донъя тип ни, әллә ни донъя ла юҡ инде. Мал-тыуар аҫрарға хәлдән килмәй. Әбейе лә һаулыҡҡа туйманы ғүмер буйы. Әле лә ана, ах-вах килеп, күрше бүлмәлә йоҡлай алмай ята.
Хәбибулла төшөндәге Нәзиләһен таныуына ҡыуанып, алғы яҡҡа сығып, ҡулына гармунын алды. Өйгә талғын ғына “Ауыл көйө” таралды. Онотолоп, бирелеп уйнаны Хәбибулла. Бөтә йәш сағын хәтерләп, үткән ғүмерен уйлап, күҙҙәренән йәш сөбөрҙәп аҡҡанын да тоймай уйнаны ла уйнаны. Кинәт, үкһеп илаған тауыш ишетеп, тынып ҡалды. Бүлмә ишегендә илай-илай Гөлнисаһы баҫып тора. Ирекһеҙҙән, аптырап, икеһе бер юлы сәғәткә ҡараны. Сәғәт иртәнге дүрт ине. Ошо илаһи тынлыҡты боҙмаҫҡа тырышып, һәр береһе үҙ бүлмәһенә ашыҡты.
Иртәгәһенә Хәбибулла тағы ла Нәзиләне уйланы. Ишеткәйне: ире мәрхүм булып киткән икән. Балалары ла таралышып бөткән. Бер үҙе генә йәшәп ята, тиҙәр. Күрше ауыл бит, хәл-әхүәлде белешеп торҙо кеше аша.
Район гәзитен уҡырға тип ҡулына алһа, икенсе битендә йылмайып Нәзилә тора. Бик матур итеп мәҡәлә яҙғандар уның тураһында. Бына бит, бирһә Хоҙай ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр. Хәбибулла ҡарт ашығып телефон белешмәһен алды ла Нәзиләнең номерын эҙләргә кереште. Һәм тапты бит. Ҡатыны күршеләргә кереп киткән саҡта ашығып шылтырата һалды. Яуап бирҙеләр ҡартҡа. Ә ул ашығып гармунын ҡулына алды ла, трубканы яҡыныраҡ ҡуйып, ауыл көйҙәрен һыҙҙырҙы. Бик оҙаҡ уйнаманы ул был юлы. Йә трубканы ташлар тип ҡурҡып, йомшаҡ ҡына итеп:
– Нәзилә, – тип өндәште.
– Кем әле был хыялый? – тигән һорау булды яуап. Баҙап ҡалды ҡарт.
– Нәзилә, был мин – Хәбибулла. Иҫләмәйһеңме ни, һиңә ғашиҡ булып йөрөгәйнем йәш саҡта? – тип шыбырҙаны.
Теге яҡта тынып ҡалдылар. Иң мөһиме – трубканы ташламаны, тип ҡыуанды Хәбибулла.
– Бик матур уйнайһың, концерт өсөн рәхмәт, – тине лә Нәзилә һалды трубканы.
“Пип-пип-пип” иткән тауышты тыңлап оҙаҡ ултырҙы Хәбибулла. Үткән ғүмере лә шундай: кис була, ятабыҙ ҙа торабыҙ, тип әсенеп уйланды ул. Нәзиләһенә шылтыратып, көн дә гармунда уйнай башланы. Тегенеһе лә бит тыңлай, тимәк, оҡшай, битараф түгел, тип уйланы ул. Ҡатыны менән һөйләшмәҫ булып китте, әйтерһең дә, илле йыл бергә ғүмер итмәгән. Бына һиңә мә, йәшлек мөхәббәте дөрләй башланы түгелме? Һуңғы көндәрҙә Гөлнисаһы күҙенә бигерәк йәмһеҙ булып күренә башланы. Күҙҙәре лә төҫһөҙләнгән, сәстәре лә шыйыҡ ҡына, ә инде тештәрен әйтеп тораһы ла юҡ, тип ҡатынының ҡиәфәтенән ғәйеп эҙләр булып китте. Ашап ултырғанда ла бәйләнеп маташты.
Аптыраған Гөлниса, күршеләренә кереп, Хәбибулла еңеләйә башланы, ахырыһы, тип хәбәр һалды. Һуңғы ваҡытта күршеләре лә, гел гармун тауышы ишетеп, аптырабыраҡ йөрөй ине шул. Йыуаттылар Гөлнисаны, уйнаһын, әйҙә, тик ултырғансы, бер йыуаныс, ә һин ҡушылып йырла, тип йылмайҙы күршеләр. Һәм шулай эшләргә булды ла Гөлниса. Тик ни өсөндөр Хәбибуллаһы ул өйҙә саҡта гармунына яҡын да килмәй.
Бер-ике көн ыҙаланды Хәбибулла, ҡатынын өйҙән сығарып ебәрә алмайынса. Ниһайәт, түҙмәне, һине күрше сәйгә саҡырҙы, тип алдап, оҙатты. Тик Гөлниса ҡапҡанан кире боролдо – күршеһенең ишегендә оло йоҙаҡ тора ине. Ул әкрен генә, һиҙҙермәйсә өйгә инде. Ишек төбөндә баҫып торҙо. Унан әкрен генә Хәбибуллаһы янына үтеп, артына барып баҫты. Күҙе өҫтәлдәге телефон трубкаһына төштө. Унан гармун моңона ҡушылып йырлаған ҡатын-ҡыҙ тауышы килә ине…