Гармун моңо24.02.2016
Гармун моңо Олоғая барған һайын йәшлеген йышыраҡ иҫенә төшөрә башланы Хәбибулла. Ни ғәләмәт, төштәрендә лә – шул уҡ йәш, сая, дәртле саҡтары. Имеш, ул ҡаштарын һикертә-һикертә гармунда уйнай. Ә түңәрәк уртаһында бөтөрөлөп, эре ҡыҙыл борсаҡ төшкән күлдәк итәктәрен өйөрөлтөп бер сибәр ҡыҙ әйләнә. Уянып китә лә Хәбибулла, ҡыҙҙың исемен иҫенә төшөрөргә тырышып, хәтер һандығында соҡона башлай. Кем һуң әле ул?

Ҡыҙыҡайҙың башын әйләндерә ине бит йәш саҡта. Ятып йоҡоға китеүе була, шул киске уйын, тағы ла башын ҡырын һалып, гармунды өҙгөләй, һәм йәнә шул ҡыҙыҡай. Эх, туҡтап, әйләнеп ҡараһасы үҙенә. Ни хикмәт, ҡыҙыҡай уның ҡаршыһына килеп тыпырҙап бейеп ала.
Тертләп уянып китте Хә­бибулла ҡарт. Йөрәге дарҫ­лап тибә, үҙе тиргә батҡан. Әйтерһең, ысынлап та киске уйында ҡулдары тал­ғансы гармунын тартҡан. Ә ҡулдары, ысынлап та, арыған һымаҡ, һыҙлабыраҡ торасы. Ә бит теге ҡыҙы­ҡай­ҙың исемен иҫенә тө­шөр­ҙө Хәбибулла ҡарт. Бәй, күрше ауыл ҡыҙы Нәзилә бит! Күҙе төшөп йөрөгәйне уға Хәбибулла­ның. Йыйындар­ҙа гелән түңәрәк уртаһында ине шул Нәзилә. Уға күҙе төшмәгән егет булмағандыр. Ауылдар араһы алты-ете саҡ­рым булһа ла, уны күрер өсөн генә бара торғайны бит ул. Янында ҡыҙҙар өйөрөлөп йөрөһә лә, баш­ҡаларға күңеле ятманы. Гелән шул Нәзиләне уйлап, гармунын ҡосаҡлап, моңа­йып ултырыр ине. Тик барып йөрәген асып һалырға баҙнат итмәне шул.
Күрше ауыл егеттәре уҫал, сая ине. Ҡыҙҙарын оҙатып ҡара киске уйындан һуң: тештәреңде кеҫәңә тултырып ҡайтарырҙар. Йә булмаһа, аяҡ-ҡулыңды һындырыуҙары ихтимал. Шөрләне шул Хәбибулла. Ә йөрәк ялҡынын баҫа алманы. Шунан ҡапыл ғына бер ҡарарға килде: урларға! Тик ул әҙерләнгәнсе, Нәзи­ләһен йола буйынса һора­тып, никах уҡытып, үҙ ауылы егете ғүмерлек йәр итте лә ҡуйҙы. Эй өҙгөләнеүҙәре шул саҡтарҙа Хәбибул­ланың! Улының хәлен аң­лап, атаһы тиҙ арала кәләш әйттереп, өйләндерҙе үҙен. Нисауа, сибәр ине уның кәләше.
Матур ғына йәшәп кит­теләр. Инде ейән-ейән­сәр­ҙәр бихисап. Әлеге көндә икәүләшеп кенә донъя кө­тәләр. Донъя тип ни, әллә ни донъя ла юҡ инде. Мал-тыуар аҫрарға хәлдән килмәй. Әбейе лә һаулыҡҡа туйманы ғүмер буйы. Әле лә ана, ах-вах килеп, күрше бүлмәлә йоҡлай алмай ята.
Хәбибулла төшөндәге Нәзиләһен таныуына ҡы­уанып, алғы яҡҡа сығып, ҡулына гармунын алды. Өйгә талғын ғына “Ауыл көйө” таралды. Онотолоп, бирелеп уйнаны Хәби­булла. Бөтә йәш сағын хәтерләп, үткән ғүмерен уйлап, күҙҙәренән йәш сө­бөрҙәп аҡҡанын да тоймай уйнаны ла уйнаны. Кинәт, үкһеп илаған тауыш ишетеп, тынып ҡалды. Бүлмә ишегендә илай-илай Гөл­нисаһы баҫып тора. Ирек­һеҙҙән, аптырап, икеһе бер юлы сәғәткә ҡараны. Сәғәт иртәнге дүрт ине. Ошо илаһи тынлыҡты боҙмаҫҡа тырышып, һәр береһе үҙ бүлмәһенә ашыҡты.
Иртәгәһенә Хәбибулла тағы ла Нәзиләне уйланы. Ишеткәйне: ире мәрхүм булып киткән икән. Балалары ла таралышып бөткән. Бер үҙе генә йәшәп ята, тиҙәр. Күрше ауыл бит, хәл-әхүәлде белешеп торҙо кеше аша.
Район гәзитен уҡырға тип ҡулына алһа, икенсе битендә йылмайып Нәзилә тора. Бик матур итеп мәҡә­лә яҙғандар уның тура­һында. Бына бит, бирһә Хоҙай ҡолона, сығарып ҡу­йыр юлына, тиҙәр. Хәби­булла ҡарт ашығып телефон белешмәһен алды ла Нәзиләнең номерын эҙ­ләргә кереште. Һәм тапты бит. Ҡатыны күршеләргә кереп киткән саҡта ашығып шылтырата һалды. Яуап бирҙеләр ҡартҡа. Ә ул ашығып гармунын ҡулына алды ла, трубканы яҡы­ны­раҡ ҡуйып, ауыл көйҙәрен һыҙҙырҙы. Бик оҙаҡ уйнаманы ул был юлы. Йә трубканы ташлар тип ҡурҡып, йомшаҡ ҡына итеп:
– Нәзилә, – тип өндәште.
– Кем әле был хыялый? – тигән һорау булды яуап. Баҙап ҡалды ҡарт.
– Нәзилә, был мин – Хәбибулла. Иҫләмәйһеңме ни, һиңә ғашиҡ булып йөрөгәйнем йәш саҡта? – тип шыбырҙаны.
Теге яҡта тынып ҡал­дылар. Иң мөһиме – трубканы ташламаны, тип ҡыуанды Хәбибулла.
– Бик матур уйнайһың, концерт өсөн рәхмәт, – тине лә Нәзилә һалды трубканы.
“Пип-пип-пип” иткән тауышты тыңлап оҙаҡ ултырҙы Хә­бибулла. Үткән ғүмере лә шундай: кис була, ятабыҙ ҙа торабыҙ, тип әсенеп уйланды ул. Нәзиләһенә шылтыратып, көн дә гармунда уйнай башланы. Тегенеһе лә бит тыңлай, тимәк, оҡшай, битараф түгел, тип уйланы ул. Ҡа­тыны менән һөйләшмәҫ булып китте, әйтерһең дә, илле йыл бергә ғүмер итмәгән. Бына һиңә мә, йәшлек мөхәббәте дөрләй башланы түгелме? Һуңғы көндәрҙә Гөлнисаһы күҙенә бигерәк йәмһеҙ булып күренә башланы. Күҙҙәре лә төҫһөҙләнгән, сәстәре лә шыйыҡ ҡына, ә инде тештәрен әйтеп тораһы ла юҡ, тип ҡаты­нының ҡиәфә­тенән ғәйеп эҙләр булып китте. Ашап ултырғанда ла бәйләнеп маташты.
Аптыраған Гөлниса, күр­шеләренә кереп, Хәби­булла еңеләйә башланы, ахырыһы, тип хәбәр һалды. Һуңғы ваҡытта күршеләре лә, гел гармун тауышы ишетеп, аптырабыраҡ йө­рөй ине шул. Йыуаттылар Гөлнисаны, уйнаһын, әйҙә, тик ултырғансы, бер йыуаныс, ә һин ҡушылып йырла, тип йылмайҙы күр­шеләр. Һәм шулай эшләргә булды ла Гөлниса. Тик ни өсөндөр Хәбибуллаһы ул өйҙә саҡта гармунына яҡын да килмәй.
Бер-ике көн ыҙаланды Хәбибулла, ҡатынын өйҙән сығарып ебәрә алмайынса. Ниһайәт, түҙмәне, һине күрше сәйгә саҡырҙы, тип алдап, оҙатты. Тик Гөлниса ҡапҡанан кире боролдо – күршеһенең ишегендә оло йоҙаҡ тора ине. Ул әкрен генә, һиҙҙермәйсә өйгә инде. Ишек төбөндә баҫып торҙо. Унан әкрен генә Хәбибуллаһы янына үтеп, артына барып баҫты. Күҙе өҫтәлдәге телефон труб­каһына төштө. Унан гармун моңона ҡушылып йырлаған ҡатын-ҡыҙ тауышы килә ине…






Вернуться назад