Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Быуындар бәйләнеше ныҡлы
Быуындар бәйләнеше ныҡлы Ил һаҡлаған ир булыр
Бер-береһе менән ҡосаҡлашалар, хәл-әхүәлдәрен һорашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Уларҙың батырлығы, тылдағы хеҙмәте хаҡында күкрәгендә сыңлаған орден-миҙалдары һөйләй. Киләсәген хәрби һөнәргә бәйләгән курсант кейемендәге егеттәр, бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк, тигәндәй ҡараш ташлай.

Быуындар бәйләнеше ныҡлыБайрамды республика Башлығы Рөстәм Хәмитов асып, залдағыларҙы ҡотланы, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Әүәл-әүәлдән Ватанға сикһеҙ һөйөү, уны һаҡларға әҙер булыу – Башҡортостан халҡына хас сифат. Бөгөн донъяла илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшкән мәлдә был айырыуса мөһим. Ҡораллы Көстәрҙең хәрби әҙер­леген нығытыуҙа республикабыҙҙың ҡеүәтле оборона-сәнәғәт комплексы ла ҙур өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа был предприятие­ларҙы яңыртыу йәһәтенән мөһим эштәр башҡарылған.
Быуындар бәйләнеше ныҡлыБыуындар бәйләнеше өҙөлмәй. Башҡортос­тан етәксеһе егеттәрҙе хеҙмәткә әҙерләү һәм оҙатыу буйынса Үҙәк хәрби округта иң яҡ­шыларҙан һаналған республика комиссариаты эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Былтыр ғәскәрҙәргә 11 мең 700 егет оҙатылған, 446 үҫмер хәрби уҡыу йорттарына ингән.
– “Үҙәк-2015” тип аталған команда-штаб күнекмәләрендә республика үҙенең бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн Оборона ми­нистр­лығының юғары баһаһына лайыҡ булды, – тине Рөстәм Зәки улы. – Былар барыһы ла эҙәрмән отрядтарының, кадет мәктәптәренең, хәрби-патриотик клубтарҙың һәм берекмә­ләрҙең дөйөм тәрбиә һөҙөмтәһе.
Тантана сәнғәт оҫталарының, балаларҙың сағыу концерты менән тамамланды.


Рөстәм ХӘМИТОВ:
– Был байрам барлыҡ Рәсәй халҡын берләштерә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә бергә булырға, илебеҙҙең бай тарихын ҡәҙерләп һаҡларға, уяу булырға саҡыра. Иң элек ҡулына ҡорал алып, Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямай алышҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, ил сиген һаҡлаған яугир-интерна­ционалис­тарҙы, шулай уҡ “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарҙы ҡотларға теләйем. Бөгөнгө тыныс тормош һағында ғәскәри бурысын намыҫ менән үтәгән хәрби хеҙмәткәр­ҙәрҙе лә ысын йөрәктән тәбрикләйем!


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә