Ил һаҡлаған ир булырБер-береһе менән ҡосаҡлашалар, хәл-әхүәлдәрен һорашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Уларҙың батырлығы, тылдағы хеҙмәте хаҡында күкрәгендә сыңлаған орден-миҙалдары һөйләй. Киләсәген хәрби һөнәргә бәйләгән курсант кейемендәге егеттәр, бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк, тигәндәй ҡараш ташлай.
Байрамды республика Башлығы Рөстәм Хәмитов асып, залдағыларҙы ҡотланы, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Әүәл-әүәлдән Ватанға сикһеҙ һөйөү, уны һаҡларға әҙер булыу – Башҡортостан халҡына хас сифат. Бөгөн донъяла илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшкән мәлдә был айырыуса мөһим. Ҡораллы Көстәрҙең хәрби әҙерлеген нығытыуҙа республикабыҙҙың ҡеүәтле оборона-сәнәғәт комплексы ла ҙур өлөш индерә. Һуңғы йылдарҙа был предприятиеларҙы яңыртыу йәһәтенән мөһим эштәр башҡарылған.

Быуындар бәйләнеше өҙөлмәй. Башҡортостан етәксеһе егеттәрҙе хеҙмәткә әҙерләү һәм оҙатыу буйынса Үҙәк хәрби округта иң яҡшыларҙан һаналған республика комиссариаты эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Былтыр ғәскәрҙәргә 11 мең 700 егет оҙатылған, 446 үҫмер хәрби уҡыу йорттарына ингән.
– “Үҙәк-2015” тип аталған команда-штаб күнекмәләрендә республика үҙенең бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн Оборона министрлығының юғары баһаһына лайыҡ булды, – тине Рөстәм Зәки улы. – Былар барыһы ла эҙәрмән отрядтарының, кадет мәктәптәренең, хәрби-патриотик клубтарҙың һәм берекмәләрҙең дөйөм тәрбиә һөҙөмтәһе.
Тантана сәнғәт оҫталарының, балаларҙың сағыу концерты менән тамамланды.
Рөстәм ХӘМИТОВ:– Был байрам барлыҡ Рәсәй халҡын берләштерә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә бергә булырға, илебеҙҙең бай тарихын ҡәҙерләп һаҡларға, уяу булырға саҡыра. Иң элек ҡулына ҡорал алып, Ватаныбыҙ өсөн йәнен аямай алышҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, ил сиген һаҡлаған яугир-интернационалистарҙы, шулай уҡ “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарҙы ҡотларға теләйем. Бөгөнгө тыныс тормош һағында ғәскәри бурысын намыҫ менән үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе лә ысын йөрәктән тәбрикләйем!