Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҙур ваҡиға иҫтәлеге
2015 йылда уҙғарылған ШОС һәм БРИКС саммиттары брендбугы Өфөгә тапшырылды. Халыҡ-ара саралар дизайнын Башҡортостанға биреү хаҡында Рәсәй Президенты советнигы Антон Кобяков хәбәр итте.

Дизайнерҙар билдәләүенсә, стилис­ти­ка милли башҡорт биҙәгенә нигеҙ­лән­гән. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәти биҙәктең һү­рәте һәм һыҙаттары заманса итеп үҙ­гәртелгән. Һөҙөмтәлә республика флагы төҫөндәге сағыу, үҙенсәлекле стиль барлыҡҡа килгән.
ШОС һәм БРИКС офис-төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, ошо уҡ стиль тышҡы рек­ламала ла ҡулланылды. Хәҙер Өфө­нөң художестволы образын бөтә донъя­ла таныйҙар.

Гастролдәр үҙәге буласаҡ

Быйыл Башҡортостанда Гастролдәр үҙәге ойошторола. Ул Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағында эшләйәсәк.

Мәҙәниәт усағы нигеҙендә шулай уҡ “Берҙәм электрон билет” проектын тормошҡа ашырыу, виртуаль концерт залын асыу күҙаллана. Бындай комплекс иң яҡшы тамашаларҙы онлайн-режимда алып барыу мөмкинлеген бирәсәк.

Сәсәнлек сәнғәтен тергеҙеү маҡсатында

Быйыл республикала тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла.

Мәҙәниәт министрлығы һабантуйҙар осоронда Ҡырмыҫҡалы районында Халыҡ уйындары һәм ярыштары фес­тивален ойошторорға ниәтләй. Был проекттар 2020 йылда үткәреләсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сараларына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Республикала сәсәнлек сәнғәтен тергеҙеү йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Миәкә районында “Аҡмулла ва­риҫы” бәйгеһе һәм башҡорттарҙың сә­сәнлек сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Сибай сәнғәт колледжында иһә 2016/17 уҡыу йылынан “Халыҡ художество ижады” йүнәлешенә абитуриенттар ҡабул ителә башлаясаҡ. Республика халыҡ ижады үҙәге ҡара­ма­ғында “Урал батыр” сәсәндәр үҙәге эш­ләй. Әле ул Башҡортостандағы сә­сән­дәр реестрын төҙөү буйынса эш алып бара.

“Евразия йөрәге”нә – яңы урын

“Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале бынан ары Конгресс-холл менән Салауат Юлаев һәйкәле ара­һындағы Өфө амфитеатрында үткәрелә. Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышында Әминә Шафиҡова күләмле сараның 25 – 29 майға тәғәйенләнеүе хаҡында хәбәр итте.

Биш көн дауамында сағыу, үҙен­сәлекле саралар уҙғарыласаҡ. Фестиваль барышында “Симфоник төн”, “Кино төнө”, “Этнотөн”, “Донъя халыҡтары мираҫы” халыҡ-ара конференцияһы, милли кейемдәр байрамы һәм “Ufa-Kuraifest” ҙур концерты буласаҡ. Байрам саралары шулай уҡ республиканың башҡа ҡала, райондарында ла көтөлә. Өфөнөң бүтән майҙансыҡтарында иһә “Урал моңо” фестиваленең гала-концертын, биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫта­ларының күргәҙмәһен ҡарарға, “Ритайым” киске уйынында ҡатнашырға мөмкин.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә