2015 йылда уҙғарылған ШОС һәм БРИКС саммиттары брендбугы Өфөгә тапшырылды. Халыҡ-ара саралар дизайнын Башҡортостанға биреү хаҡында Рәсәй Президенты советнигы Антон Кобяков хәбәр итте. Дизайнерҙар билдәләүенсә, стилистика милли башҡорт биҙәгенә нигеҙләнгән. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәти биҙәктең һүрәте һәм һыҙаттары заманса итеп үҙгәртелгән. Һөҙөмтәлә республика флагы төҫөндәге сағыу, үҙенсәлекле стиль барлыҡҡа килгән.
ШОС һәм БРИКС офис-төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, ошо уҡ стиль тышҡы рекламала ла ҡулланылды. Хәҙер Өфөнөң художестволы образын бөтә донъяла таныйҙар.
Гастролдәр үҙәге буласаҡБыйыл Башҡортостанда Гастролдәр үҙәге ойошторола. Ул Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағында эшләйәсәк.
Мәҙәниәт усағы нигеҙендә шулай уҡ “Берҙәм электрон билет” проектын тормошҡа ашырыу, виртуаль концерт залын асыу күҙаллана. Бындай комплекс иң яҡшы тамашаларҙы онлайн-режимда алып барыу мөмкинлеген бирәсәк.
Сәсәнлек сәнғәтен тергеҙеү маҡсатындаБыйыл республикала тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла.
Мәҙәниәт министрлығы һабантуйҙар осоронда Ҡырмыҫҡалы районында Халыҡ уйындары һәм ярыштары фестивален ойошторорға ниәтләй. Был проекттар 2020 йылда үткәреләсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сараларына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Республикала сәсәнлек сәнғәтен тергеҙеү йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Миәкә районында “Аҡмулла вариҫы” бәйгеһе һәм башҡорттарҙың сәсәнлек сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Сибай сәнғәт колледжында иһә 2016/17 уҡыу йылынан “Халыҡ художество ижады” йүнәлешенә абитуриенттар ҡабул ителә башлаясаҡ. Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында “Урал батыр” сәсәндәр үҙәге эшләй. Әле ул Башҡортостандағы сәсәндәр реестрын төҙөү буйынса эш алып бара.
“Евразия йөрәге”нә – яңы урын “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале бынан ары Конгресс-холл менән Салауат Юлаев һәйкәле араһындағы Өфө амфитеатрында үткәрелә. Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышында Әминә Шафиҡова күләмле сараның 25 – 29 майға тәғәйенләнеүе хаҡында хәбәр итте.
Биш көн дауамында сағыу, үҙенсәлекле саралар уҙғарыласаҡ. Фестиваль барышында “Симфоник төн”, “Кино төнө”, “Этнотөн”, “Донъя халыҡтары мираҫы” халыҡ-ара конференцияһы, милли кейемдәр байрамы һәм “Ufa-Kuraifest” ҙур концерты буласаҡ. Байрам саралары шулай уҡ республиканың башҡа ҡала, райондарында ла көтөлә. Өфөнөң бүтән майҙансыҡтарында иһә “Урал моңо” фестиваленең гала-концертын, биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталарының күргәҙмәһен ҡарарға, “Ритайым” киске уйынында ҡатнашырға мөмкин.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.