Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡармаҡ алып ҡулыма килдем Талҡаҫ буйына
Ҡармаҡ алып ҡулыма  килдем Талҡаҫ буйына Йәшерен-батырыны юҡ, балыҡ тоторға яратам, айырыуса ҡышын. Тик төрлө алдатҡыс, ялтырауыҡ ҡулланыуға ҡарамаҫтан, балыҡ мине өнәп етмәгән саҡтар булғылай. Шулай ҙа тәбиғәт көйһөҙләнгән мәлдәрҙә – көслө елдә лә, буранда ла, сатлама һыуыҡта ла, томанда ла мәке янында сәғәттәр буйы ултырырға ризамын...

Ошо йылдарҙа яҙмыш мине ҡайҙа ғына ташламаны, ниндәй генә йылға-күлдәрҙә балыҡ тоторға тура килмәне?! Яратҡан бесәйемде ҡалдырыуы йәл бул­һа ла, ял көндәрендә мотлаҡ тә­биғәткә, йылға буйына ашы­ғам.
Был юлы мул табышҡа өмөт итеп, алыҫ төбәккә юлланырға ҡарар ҡылдым. Башҡорт­остан­дың көньяғында бер күл бар­лығы хаҡында күп тапҡыр һөйләгәйнеләр. Шуға күрә ишетеү менән генә сиклән­мәйенсә, үҙен барып күрергә булдым.
Талҡаҫ күле Өфөнән дүрт йөҙ саҡрым йыраҡлыҡта – Баймаҡ районында. Ләкин ажар балыҡсыны саҡрымдар ғына туҡтата аламы ни?! Өҫтәүенә шунда урынлашҡан “Талҡаҫ” шифаханаһында һаулыҡты ла нығытыу мөмкинлеге бар.
Оҙаҡ уйлап торманым, ял алдым да, машинама ултырып, шул тарафҡа юлландым. Белорет юлынан барам. Тәбиғәт­тең хозурлығына һоҡланам, был яҡтарға ниңә элегерәк юл төшмәне икән тип бер аҙ үкенеп тә ҡуям... Белорет ҡалаһына етәрәк, Сермән ауылы янында, уңға боролдом да тауҙар аша тағы ла 150 километр самаһы барҙым. Мотор үҙ көйөн көйләй, мин иһә – үҙемдекен. Әллә ни ашыҡмайым, ни тиһәң дә, ҡышҡы юл бит.
Алты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, алдымда сәфәремдең маҡсаты, хыялымда ғына йөрөткән Талҡаҫ күле пәйҙә булды. Кескәй күбәләктәр ише төрлө төҫтәге палаткалар боҙ өҫтөнә ҡунған. Етди һәм яуаплы эшкә тотонғандағыса, йөрәгем йыш-йыш тибә башланы. Ләкин иң элек шифаханаға урынлашыу сараһын күрергә кәрәк ине. Әйткәндәй, ял итеү, сәләмәт­лекте нығытыу өсөн ошонан да күркәмерәк төбәкте күҙ алдына килтереү мөмкин түгелдер.
Кемдер мине реклама менән шөғөлләнә тиер. Хаталы фекер, Талҡаҫҡа килегеҙ, һыуын тәмләп ҡарағыҙ, барыһына ла үҙегеҙ инанырһығыҙ. Ә һыу бында, ысынлап та, телеңде йотор­лоҡ, сәйҙәре эсеп туйғыһыҙ. Шифаханала әҙерләнгән тәбиғи ризыҡтар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ә балығы һуң!..
Уйын башланыр алдынан майҙанға сыҡҡан хоккейсы кеүек тулҡынланып, Талҡаҫ күленең боҙона аяҡ баҫам. Тирә-йүнгә ҡараш ташлайым. Бер яғымда – тауҙар, икенсеһендә – тау саңғыһы юлы, күтәргестәр. Күлдең уртаһында тиҫтәләгән балыҡсы ултыра. Улар Баймаҡ, Сибай, Белорет ҡалаларынан, күрше райондарҙан, хатта Өфөнән килгән.
Гәлсәр боҙҙо быраулап, мәке уям. Ҡармағыма селәү тағып, мәкегә төшөрәм һәм балыҡ эләккәнен көтәм. Ярты сәғәт, бер, ике сәғәт ултырам – һөҙөм­тәһеҙ. Емде, мормышканы алмаштырып ҡарайым. Эргәләге­ләргә балыҡ эләгә, ә миңә – юҡ. Аптырағас, ярайһы уҡ ҙур ғына сабаҡты һөйрәп сығарған күршем эргәһенә киләм, ҡар­мағын ҡарайым. Ул ҡалҡы­уыслы ҡармаҡҡа ике ырғаҡ ҡуйып, балыҡты ҡамырға тота икән. Ә мин Өфө һынлы ерҙән “деликатес” алып килгән булдым. Талҡаҫ балығы ундай нәзәкәтле ризыҡты үҙһенмәй, күрәһең. Ҡармағымды үҙгәртеп ҡорорға тура килде...
Иртән дауалау сараларына йөрөйөм. Әйткәндәй, “Талҡаҫ” ши­фаханаһында нервы систе­ма­һын, һөйәк-мускулдарҙы, тын алыу ағзаларын, тире ауырыу­ҙарын дауалайҙар. Ял итеү өсөн коттедждар ҙа, уңайлы бүлмә­ләр ҙә бар. Саунаға, тренажер залына барырға мөмкин.
Дауаланғандан һуң тағы ла балыҡҡа ашығам. Ҡамыр ҡуйып, ҡармағымды мәкегә төшөрөп тә өлгөрмәнем, эләкте бит әй! Һөйрәп сығарҙым ҙур ғына сабаҡты. Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Бәхетемде тағы ла һынап ҡарайым, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уңыш башҡаса йылмаймай. Был балыҡҡа нимә етмәй икән: көнө лә матур, еле лә көслө түгел, һауа баҫымы ла ҡәҙимгесә...
Кәйефем ҡырылып, ял йортона юлландым. Ярға етәрәк түҙмәнем, тағы ла ҡармаҡ һалып ҡарарға булдым. Баҡыр төҫөндәге ҙурыраҡ мормышканы таҡтым да мәкегә төшөрҙөм һәм шунда уҡ бер алабуғаны һөйрәп тә сығарҙым. Ҡармаҡты ҡабаттан һалдым, йәнә бер балыҡ, унан тағы ла берәү... Бына бәхет! Әйтерһең, минең эргәгә балыҡ көтөүе йыйылған.
Талҡаҫта ял итеүем ахырына яҡынлашҡан мәлдә Сибайҙан килгән балыҡсы менән таныштым. Балыҡ тотоу серен тап ул асты миңә. Тик һеҙҙең менән уртаҡлаша алмайым уны, сөнки дуҫыма һүҙ бирҙем. Талҡаҫҡа килегеҙ, шунда үҙегеҙ төшөнөр­һөгөҙ барыһына ла!




Автор: Леонид СОКОЛОВ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә