Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Байрамға килгән кеүек
Байрамға килгән кеүек “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы районда иң эреләрҙән һанала. Хужалыҡ баҫыусылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеүе, ерҙең уңдырышлылығын күтәреү, иген һәм мал аҙығы культураларының уңышын арттырыу маҡсатында тәүгеләрҙән булып “нуль” технологияһы ҡулланыуы менән дә республикала киң билдәле.

Кооператив менән эште һәр яҡлап дөрөҫ ойоштора белгән Раил Фәхрисламов етәкселек итә. Һуңғы йылдарҙа малсылыҡты үҫтереүгә, тармаҡтың продуктлылығын күтәреүгә лә иғтибарҙы көсәйткәндәр. Бөгөн хужалыҡтың дүрт һөтсөлөк фермаһында ике меңгә яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала.
Былтыр “500 ферма” маҡсатлы республика программаһы сиктәрендә реконструкцияланған Озерный фермаһында әле ике йөҙ баш һауын һыйыры тотола. “Почет Билдәһе”, Хеҙмәт Ҡы­ҙыл Байраҡ ордендары кавалеры Фәүҡинур Солтанова исемен йөрөткән ферманы төҙөк­ләндереүгә хужалыҡтан 25, программа буйынса бүленгән 10 миллион һум аҡса тотонолған.
Заман талаптарына ярашлы яңыртылған базала бөгөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, һәр белгескә айырым кабинет ҡаралған, иҫәп-хисабы менән йыһазландырылып, һауынсы­ларҙың эшен күпкә еңеләйткән заманса һөт үткәргес, шнеклы тиҙәк сығарыу, йылытылған һыу эсереү системалары ҡуйылған. Ферма янында ғына бына тигән теплица төҙөгәндәр.
– Киләсәктә көтөүҙе ишәйтергә ниәтләйбеҙ, Свердловск өлкәһе менән килешеү төҙөлгән, тиҙҙән мал һаны тағы ла 100 башҡа артасаҡ. Өс аппарат менән эш иткән бер һауынсыға 75 һыйыр тура киләсәк, – ти ферма мөдире Алексей Кощеев. – Көнөнә ике тапҡыр һауабыҙ. Әҙер продукцияны Магнитогорск һөт комбинатына литрын 17-18 һум менән үҙебеҙҙең һөт ташыу машинаһында оҙатабыҙ.
Озерный бүлексәһендә 12 кеше эшләй. Ҡасандыр ул ғаилә фермаһы булараҡ төҙөлә. Уны асыуға Рәсимә Кощеева менән балалары Алексей, Тарас, Анна һәм Венера күп көс һала. Килендәре лә ошонда. Оҙаҡ йылдар Рәсимә Сабирйән ҡыҙы Озерный бүлексәһе менән етәкселек итә, әле хужалыҡта зоотехник йөгөн тарта. Бөгөн эште өлкән улы Алексейға ышанып тапшырғандар.
– Аллаға шөкөр, элекке осорҙо иҫләргә генә ҡалды. Фәүҡинур апай Солтанова бөгөнгө ферманы күрһә, аптырар ине! Йылы, таҙа һәм иркен заманса биналарҙа һыйыр һауыуы бигерәк рәхәт. Ял бүлмәһе лә бар, – ти 1987 йылдан бирле ошо хужалыҡта һауынсы булып эшләгән Гүзәл Ғибәҙәтова. – Хәҙер эшкә байрамға килгән кеүек йөрөйбөҙ, хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт, ваҡытында түләйҙәр.
Һауынсылар Әлфинә Солтанова, Валентина Мильто, быҙау ҡараусы Алина Хисмәтова – хужалыҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәре исем­легендә. Мал ҡараусылар Илгиз Солтановты, Тарас Кощеевты, мал табибы Илгиз Йомағу­жинды ла етәкселек тик яҡшы яҡтан ғына маҡтап телгә ала.
Хужалыҡ етәкселеге малсыларҙың тырыш хеҙмәтен лайыҡлы баһалай. Теләгән һәр кем төрлө ял йорттарында һаулығын нығыта. Шәхси хужалығында мал аҫрағандар иһә бесән-һалам менән бушлай тәьмин ителә. Быныһы ла мөһим.




Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә